Эстәлеккә күсергә

Аютия (дәүләт)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Аютия короллеге
тай. อาณาจักรอยุธยา
Флаг Герб
Флаг Герб

Французская карта Сиама 1686 года
Французская карта Сиама 1686 года

 
 
 
1351 — 1767
Баш ҡала

Аютия

Телдәр

Тайский

Дин

Тхеравада, Католицизм, Ислам

Идара итеү формаһы

монархия

 Аютия Викимилектә

Аютия (тай. อาณาจักรอยุธยา) 1351 йылдан 1767 йылға тиклем ғәмәлдә булған тай дәүләте. Аютия (Аюттхая) атамаһы санскрит теленән килеп сыҡҡан. Боронғо Һиндостан дәүләте Кошаланың баш ҡалаһы Айодхья тип аталған, ул Рама аллаһының тыуған ере булған.

Аютия дәүләте Менам үҙәнендәге ҙур булмаған сәйәси берәмектән үҫешә. Ул Будда дәүләте була, әммә унда идара итеү индуист-махаянист прототибы буйынса тормошҡа ашырыла (Кхмер империяһындағы кеүек), йәғни хаким девараджа тип һанала, ә хакимиәт бюрократик була.

Аютияның баш ҡалаһы архитектураһы.

Хакимдар закон сығарыу менән әүҙем шөғөлләнә. 1355 йылда ҡолдарҙы урлаған һәм ирекле игенселәрҙе алып киткән өсөн ҡаты яза индерелә. 1360 йылда Раматхибоди I Аютиялағы бөтә ерҙәрҙе хакимға ҡараған тип иғлан итә. Йыйып алған уңыштың унынсы өлөшө күләмендә һалым һалына. 1376 йылда иген иккән халыҡ уң (хәрби хеҙмәткә ылыҡтырыла) һәм һул (граждандар) йүнәлештәргә бүленә. Йәштәр батальондарға (конг) һәм полктарға (кром) берләштерелгән хәрби йәки төҙөлөш һөнәре отрядтарында һөнәр әҙерлеген үтә. Беренсе, өсөнсө һәм башҡа таҡ һанға тура килгән улдары әсә яғынан муға ҡарай, ә икенсе, дүртенсе һәм башҡа йоп һанға тура килгәндәре атаһы яғына ҡарай. Дөгө баҫыуы фискаль берәмек булып тора. Кешеләрҙең социаль категорияға ҡарауы ниндәй ҙә булһа эшкә ярауын хакимдың "рөхсәте" асыҡлана.

Аютия йәмғиәтенең социаль структураһы түбәндәгесә була: аристократия (хаким ғаиләһе) аҡһөйәктәр нәҫеленә, баш ҡалала йәшәгән (трактун) һәм хеҙмәт итеүсе (куннанг) халыҡ, крәҫтиәндәрҙең юғары ҡатламы ла хакимлыҡ итеүсе синыфҡа (аҡһөйәк) ҡарай. Иген игеү менән шөғөлләнгән халҡының төп массаһы (прай) ирекле була. Ҡолдар юғары ҡатлам кешеләре (даса) һәм монастырҙар (кха, пхра) милке була.

Аютияның баш ҡалаһы архитектураһы.

1378 йылда Сукотаи батшалығы Аютияның вассалы була.

Боромотрайлоканат (1448X1488) хакимлығы осоронда ете ранглы иерархик система булдырыла. Дәүләт тормошон билдәләгән икенсе система булып етәкселек итеү тора: дәүләт эштәрен башҡарыуға бурыслы ауыл кешеһе вазифалы кешеләрҙән үҙенә яҡлаусы (етәксе) һайлай.

Аютияла христиан миссияһы асыла һәм сиркәү төҙөлә. Португалдар Аютия ғәскәрендә кәңәшселәр булараҡ сығыш яһай, уларҙан атыу ҡоралы һәм пушкалар ҡойоу оҫталығына өйрәнәләр.

Двараватиҙан айырмалы рәүештә, Аютиялағы шул уҡ исемле баш ҡала сәйәси генә түгел, ә дәүләттең иҡтисади һәм хәрби үҙәге лә була. Эре ҡалалары: Лопбури, Супанбури, Пра Патом, Након Найок.

Халыҡ-ара мөнәсәбәттәргә килгәндә, Ҡытайҙың Мин империяһы Аютияның мөһим партнеры була. Аютияға йыш ҡына Ҡытай делегациялары (шул иҫәптән Чжэн Хэ флотының айырым эскадраларында) килә, ә үҙ илселәрен Аютия яһаҡ түләү өсөн Нанкин һәм Пекиндағы Мин тәхетенә ебәрә.

XV быуат башында Аютия Малай ярымутрауы менән ҡыҙыҡһына башлай, әммә Малакка солтанлығының эре сауҙа порттары Аютияның суверенитетҡа дәғүә итеүе менән ризалашмай. Аютия бер нисә тапҡыр Малакканы яулап алырға тырыша, әммә уңышҡа өлгәшмәй. Сөнки Малакка Мин Ҡытайының дипломатик һәм иҡтисади йәһәттән хәрби ярҙамы менән нығытылған була. XV быуат башында мин адмиралы Чжэн Хэ порт ҡалаһында оператив база төҙөй, уны стратегик позицияға әйләндерә, әммә ҡытайҙар сиамлыларға уны юғалтыу мөмкинлеген бирә алмай. Ошондай яҡлау аҫтында Малакка сәскә ата, Малакканы португалдар баҫып алғанға тиклем Аютияның төп дошмандарының береһе булып ҡала[1].

1438 йылда Сукотаи дәүләте тулыһынса Аютия составына инә. Чиенгмай дәүләте менән көрәш һиҙелерлек бер этап була, уның өсөн Боромотрайлоканат баш ҡалаһын 25 йылға Питсанулокҡа күсерә (14631 — 1488).

Сиам илселеге Людовик Ун дүртенселә, 1686 йыл.

Раматхибоди II (1491 — 1529) беренсе сауҙа килешеүен Европа державаһы Португалия менән төҙөй, уға Бенгал ҡултығы (Тенассерим һәм Мергуи) ярҙары буйында ирекле сауҙа хоҡуғы һәм өҫтөнлөктәр бирелә. 1511 йылда Португаль сәйәхәтсеһе Дуарте Фернандс, европалыларҙан беренсе булып, Аютия дәүләте менән дипломатик мәнәсәбәттәр урынлаштыра.

Раматхибоди II осоронда хәрби реформалар үткәрелә: баш ҡала яны провинцияларының ауылдарында йәшәгән ир-егеттәр 18 йәштән 60 йәшкә тиклем ике разрядҡа бүленә: 18 йәштән 20 йәшкә тиклемгеләренә (прай сом) һәм 20 йәштән өлкәндәренә (прай лунг). Уларҙың исемдәре дәүләт реестрына индерелә. Тәүгеләре һөнәр белемен вазифалы кешеләрҙең "йорттарында" үтә, был аҡһөйәктәр уларҙың етәксеһе йәки ҡурсылаусыһы ла була ала, әммә прай сомдар йыш ҡына прау лунг булып китә. Ә прай лунгтар 50 йәштәре тулғансы һәр йыл һайын алты ай буйы дәүләткә бушлай хеҙмәт итә..

Шул уҡ ваҡытта Аютияла дәүләт тәңкәһе — тикаль барлыҡҡа килә. Аҡ ҡурғаш, ҡурғаш, ағас, фил һөйәге һәм ҡырағай хайуандарҙың тиреһе экспортҡа оҙатыла.

Шәхси хоҡуҡи мөнәсәбәттәр өлкәһе киңәйеүенә ҡарамаҫтан, ауылдарҙың хеҙмәт ресурстары өҫтөнән контролде дәүләт һаҡлап ҡала. Идара итеү органдары булып алты ведомство (күптән түгел) тора:

  • Һарайҙар
  • Көньяҡ провинциялар һәм халыҡтың бер өлөшө
  • Ҡорбандарҙы теркәү
    XVII быуат картаһы Аютияның баш ҡалаһы Аютия.
  • Төньяҡ провинциялар һәм халыҡтың бер өлөшө
  • ҡаҙналар, тышҡы сауҙа һәм мөнәсәбәттәр

Удел ҡәлғәләргә принцтар (хакимдың туғандары) наместниктар итеп ултыртыла.

Прача (1534-1546) хакимлыҡ иткән ваҡытта португалдар ярҙамында Чиенгмайҙы буйһондорорға тырышыу уңышһыҙлыҡҡа тарый, баш ҡалала власть өсөн көрәш башлана, унда Маха Чакрапат (1549-1569) еңә. Уның идара итеүенең беренсе йылында Туангу менән сиам дәүләте сиктәрендәге ҡатмарлы алыш бара. Ул еңелә, әммәғәскәре менән килеп еткән наместник Сукхотаи хәлде ҡотҡара. 1563 йылма бирмалар тағы ла Аютиға бәреп инә, тап шул мәлдә Маха Чахрапати вафат булған саҡ була. Власта ҡалған Пра Махина киләһе йылына баш ҡаланы бирмаларға тапшырырға тура килә. Һөҙөмтәлә Аютия 15 йыл буйы Туангу буйһоноуында була.

1687 йылда Франция, иезуит Ташарҙың Нарайҙы католик диненә әйләндерергә маташыуының уңышһыҙлығынан һуң, Сиамға Ла Лубер етәкселегендәге илселек ебәрә, улар сауҙа алып барыу һәм сауҙа өҫтөнлөктәренә килешеү төҙөй. Киләһе йылда француздар илгә хәрби экспедиция ебәрә, әммә Нарайҙы ҡолатҡан халыҡ ихтилалы Нараины һәм уның кәңәшсеһе грек Константин Геракисты язалай, ә европалылар ҡасырға мәжбүр була. Ихтилал башлығы Петрача (1689 — 1703) илгә сит державаларын индермәй.

Был осорҙа сактин системаһы 27 рангҡа тиклем арта. "Прай" иң күп һанлы категория булып ҡала. Сауҙа тергеҙелгән беренсе ил - Ҡытай.

Петрач Тайсраның ейәне (1709 — 1733) вафатынан һуң уның хакимдашы булған ағаһы Боромакот (1733 — 1758) хакимлыҡ иткән осорҙа илдә граждандар һуғышы башлана, был һуғышта Боромакот еңеп сыға. Шулай уҡ уның хаж ҡылыуҙарының береһендә ҡытай общинаһы вәкилдәре түңкәрелеш ойошторорға тырыша. Боромакот осоронда тай мәҙәниәте сәскә ата.

XVIII быуат уртаһында ер биләүселәрҙең хәле насарая, бандитизм тарала. Боромакоттың вариҫы Экатхат (1758 — 1767) сауҙаны дауам итеү буйынса саралар күрә.

1759 йылда Бирма беренсе тапҡыр Аютияны баҫып алырға маташа. 1767 йылда баш ҡала яулап алына һәм яндырыла. Бойондороҡһоҙлоҡ өсөн көрәште провинция наместнигы Так Пья Таксин етәкләй, 1768 йылда ул яңы сиам дәүләтен Тхонбурины төҙөй.

Тайҙар бер ҡасан да аҙыҡ етешмәүҙән интекмәй. Крәҫтиәндәр үҙҙәре һәм һалым өсөн дөгө сәсә. Шунан ҡалған уңыш дини учреждениеларға ярҙам итеү өсөн ҡулланыла. XIII быуаттан XV быуатҡа тиклем тайҙар дөгө үҫтереүгә үҙгәрештәр индерә. Бейек тауҙарҙа урынлашҡан дөгө баҫыуҙарына һыу яуым-төшөмдән һәм һуғарыу системаһынан килергә тейеш була. Һыу баҫҡан баҫыуҙарҙа һыу кимәлен контролдә тотоу өсөн тайҙар бейек тауҙарҙа йәбешкәк дөгө сәсә, ул әле лә Төньяҡ һәм төньяҡ-көнсығыш географик төбәктәрендә төп туҡланыу продукты булып тора.[2] Әммә Чао Прайяның һыубаҫар туғайҙарында фермерҙар Бенгалиянан килтерелгән нескә, йәбешкәк булмаған дөгө төрөнә өҫтөнлөк бирә.

Яңы сорт еңел үҫә һәм мул уңыш бирә, хатта сит илдәргә арзан хаҡҡа һатыу мөмкин була. Һыубаҫар туғайҙарҙың көньяҡ осонда урынлашҡан Аютия иҡтисади эшмәкәрлек үҙәге булып китә. Король ҡурсалауы аҫтында барщина эшсе каналдар ҡаҙый, улар буйлап дөгө баҫыуҙарынан алынған уңыш король караптарына Ҡытайға экспортҡа сығарыла. Диңгеҙ һәм ҡаты ер араһын ятҡан батҡаҡлы Чао Прая дельтаһы тигеҙлектәре мелиориялана һәм эшкәртелә башлай. Йола буйынса, король дөгө сәсеүгә фатихаһын биреү өсөн дини тантана үткәрергә тейеш була.

XVII быуатта Европа илдәре менән сауҙа йәнләнә. Ысынын да иһә Европа сауҙагәрҙәре үҙ тауарҙарын (башлыса винтовка һәм пушка кеүек заманса ҡоралдарҙы) урман изделиеларына, болан тиреһе һәм дөгөгә алмаштыра. Португал сәйәхәтсеһе Томе Пиреш XVI быуатта Аютия, йәғни Одия, яҡшы тауарҙар етештереүе менән айырылып тора, тип телгә ала. Аютияға килгән сит ил сауҙагәрҙәренең күпселеге европалылар һәм ҡытайҙар була, һәм властар уларҙан һалымдар ала. Короллектә дөгө, тоҙ, киптерелгән балыҡ, араҡ һәм йәшелсә күп була.[3]

Сит ил кешеләре, башлыса голландтар менән сауҙа XVII быуатта үҙенең иң юғары нөктәһенә етә. Аютия Ҡытай һәм Япония сауҙагәрҙәре өсөн төп тәғәйенләнеш пункты була. Сит ил кешеләре короллек сәйәсәтендә ҡатнаша башлауы асыҡ күренә. Аютия королдәре сит ил кешеләрен үҙ эштәренә яллай башлай, ҡайһы берҙә уларҙы короллек дошмандары менән һуғышҡа ла ылыҡтыра. Әммә XVII быуат аҙағында француздарҙы ҡыуып сығарғандан һуң Аютия ҡытайҙар менән генә сауҙа эшен алып барав. Голландияның Ост-Һинд компанияһы (Vereenigde Oost-Indische Compagnie йәки VOC) голландтары һаман да әүҙем булып ҡала. XVIII быуатта Аютияның иҡтисады көрсөк кисерә, 1788 йылда Бирманың баҫып инеүе Аютия иҡтисадының тулыһынса тарҡалыуына килтерә[4].

Көнбайыш менән бәйләнеш

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1511 йылда, Малакканы яулап алғандан һуң, португалдар Дуарте Фернандес етәкселегендәге дипломатик миссияны ороль Раматибоди II һарайына ебәрә. Португалия һәм Сиам короллеге араһында дуҫтарса мөнәсәбәттәр урынлаштырып, улар Португалия короленә бүләктәр һәм хаттар алып килгән Сиам илсеһе менән ҡайта[5]. Португалия сауҙагәрҙәре илгә килгән беренсе европалы була. Беренсе контакттан һуң биш йылдан үткәс, Аютия һәм Португалия араһында короллектә португалдарға сауҙа итеүҙә өҫтөнлөктәр бирелеүе тураһында килешеү төҙөлә. Шундай уҡ килешеү нигеҙендә 1592 йылда голладтарға шундай уҡ өҫтөнлөктәр бирелә.

Сит ил кешеләре донъяға космосәйәси ҡарашлы Нарай (1657 — 1688) һарайында ихлас ҡабул ителә, әммә ул тышҡы йоғонтонан һаҡлана. Япония менән мөһим сауҙа бәйләнештәре яйға һалына. Голландия һәм инглиз сауҙа компанияларына фабрикалар булдырырға рөхсәт ителә, ә тай дипломатик миссиялары Парижға һәм Гаагаға ебәрелә. Был бәйләнештәрҙе тәьмин итеп, тай һарайы голландтарҙы инглиздәргә һәм француздарға ҡаршы оҫта ҡуйып, бер державаның артыҡ йоғонтоһонан ҡотола.

Әммә 1664 йылда голландтар экстерриториаль хоҡуҡтар, шулай уҡ сауҙаға ирекле инеү мөмкинлеге биргән килешеүгә өлгәшеү өсөн көс ҡуллана. Сит ил эштәре министры, грек авантюрисы Константин Фалкон талабы буйынса, Нарай ярҙам һорап Францияға мөрәжәғәт итә. Француз инженерҙары тайҙар өсөн нығытмалар һәм Лопбуриҙа Нарая өсөн яңы һарай төҙөй. Бынан тыш, француз миссионерҙары мәғариф һәм медицина менән шөғөлләнә һәм илгә беренсе баҫма станокты алып килә. Миссионерҙарҙың Нарайҙың христианлыҡҡа күсеү ихтималлығы тураһындағы хәбәрҙәре Людовик Ун дүртенселә шәхси ҡыҙыҡһыныу уята.[6]

Фалкон тарафынан хупланған француздарҙың Аютиялағы эшмәкәрлеге тай аҡһөйәктәре һәм Будда руханиҙары араһында ризаһыҙлыҡ һәм шикләнеү тыуҙыра. Нарайҙың үлеүе тураһында хәбәр таралыу менән генерал Петрача (1688-1693 йылдарҙа идара итә) дәүләт түңкәрелешен, 1688 йылдағы Сиам революцияһын ойоштора, тәхетте баҫып ала, тәғәйенләнгән вариҫты үлтерә, бер нисә миссионер менән бергә Фалконды язаларға бойора. Һуңынан ул илдәге сит ил кешеләрен тулыһынса ҡыуып сығара. Ҡайһы бер тикшеренеүҙәр буйынса, Аютияла көнбайыш сауҙагәрҙәренән ситләшеү осоро башлана, шул уҡ ваҡытта Ҡытай сауҙагәрҙәре ихлас ҡабул ителә. Әммә башҡа яңыраҡ үткәрелгән тикшеренеүҙәр раҫлауынса, XVIII быуат уртаһында Европала һуғыштар һәм конфликттар булып тороу арҡаһында Европа сауҙагәрҙәре көнсығышта үҙҙәренең эшмәкәрлеген кәметә. Әммә Голландияның Ост-Һиндостан компанияһы йәки VOC, сәйәси ҡыйынлыҡтарға ҡарамаҫтан, һаман да Аютияла бизнес алып барыуы асыҡлана.[6]

Шул уҡ ваҡытта Аютияла япон колонияһына нигеҙ һалына. Колония әүҙем сауҙа алып бара, атап әйткәндә, Аютияның болан тиреһе һәм сафан ағасы Япония көмөшенә һәм ҡулдан эшләнгән япон изделиеларына (ҡылыс, лакланған ҡумталар, юғары сифатлы ҡағыҙ) алмаштыра. Аютиянан Япония ҡытай ебәктәре, шулай уҡ болан тиреһе һәм һуғанбаштар йәки акулалар (уларҙан япон ҡылыстары һәм бысаҡтары ҡулсалары өсөн шагрен тиреһе кеүек эшләнгәндәр) һатып алыу менән ҡыҙыҡһына.

Аютияның япон кварталдарында яҡынса 1500 япон йәшәй (ҡайһы бер баһалар буйынса, яҡынса 7000). Община тайса Бан Ипун тип атала, уны тай властары тәғәйенләгән япон юлбашсыһы етәкләй.[7] Күрәһең, был Тоётоми Хидэёси һәм Токугава Иэясу эҙәрлекләүенән һуң тыуған иленән Көньяҡ-Көнсығыш Азияның төрлө илдәренә ҡасҡан сауҙагәрҙәр, яңы дингә күскән христиандар (киришитандар) һәм Сэгахар янындағы[7] алышта еңелгән элекке эшһеҙ самурайҙарҙың комбинацияһы булғандыр.

  1. Jin, Shaoqing. Zheng He's voyages down the western seas / Office of the People's Government of Fujian Province. — Fujian, China: China Intercontinental Press, 2005. — С. 58. — ISBN 9787508507088.
  2. Luo, Wei; Hartmann, John; Li, Jinfang; Sysamouth, Vinya GIS Mapping and Analysis of Tai Linguistic and Settlement Patterns in Southern China (инг.) // Geographic Information Sciences : journal. — DeKalb: Northern Illinois University, 2000. — Т. 6. — № 2. — С. 129—136.
  3. Tome Pires. The Suma Oriental of Tome Pires. London, The Hakluyt Society, 1944, p.107
  4. Vandenberg, Tricky The Dutch in Ayutthaya. History of Ayutthaya (март 2009). Дата обращения: 1 ғинуар 2010. Архивировано 23 декабрь 2010 года.
  5. Donald Frederick Lach, Edwin J. Van Kley, «Asia in the making of Europe», pp. 520—521, University of Chicago Press, 1994, ISBN 978-0-226-46731-3
  6. 6,0 6,1 Smithies, Michael. Three military accounts of the 1688 "Revolution" in Siam. — Bangkok: Orchid Press, 2002. — С. 12, 100, 183. — ISBN 974-524-005-2.
  7. 7,0 7,1 Ishii Yoneo. «Siam and Japan in pre-modern times: a note on mutual images». In Denoon, p. 154.
  • История Востока. В 6 т. Т. М.2.., 2002. С.583-588. (Томдың ҡулланылған өлөшөнөң авторы М. Г. Козлова)
  • История Востока. В 6 т. Т.3. М., 2000. С.220-231, 489X495. (Томдың ҡулланылған өлөшөнөң авторы Н. В. Ребриков)