Аҙау тарихы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү

Ҡаланың рәсми йылъяҙмаһы 1067 йылдан башланған. Әммә ҡала территорияһында алып барылған ялан тикшереүҙәре күрһәтеүенсә, был факттар раҫланмай.

Хәҙерге Аҙау ҡалаһы территорияһында I—III бб. ике меотий ултырағы булған, уларҙы,  географик урыны буйынса, Аҙау аҫты һәм Крепостной (Ҡәлғә) ҡаласыҡ тип атағандар. Аҙау аҫты (Подазовское) ҡаласығы Аҙау аҫтында, уның көнбайыш өлөшөндәге Хуторокта урынлашҡан. Крепостной (Крепостное) ҡаласығы ҡаланың төньяҡ-көнсығыш өлөшөндә, XVII б. ҡәлғәһе территорияһында урынлашҡан. Аҙау аҫты һәм  Крепостной ҡаласыҡтары майҙаны, ундағы ҡәберлектәрҙе лә индереп, 213 һәм 159 га тәшкил итә. Археологик мәғлүмәттәргә таянып, яҡынса III—IV бб. сигендә, моғайын, көнсығыштан ябырылған күскенселәрҙең ҡыҫырыҡлауына сыҙамай, кешеләр был ултыраҡтарҙы ташлап киткәндер, тип фараз итергә була.

Археология хәҙерге Аҙау территорияһында тик бер нисә быуат үткәс кенә, халыҡтың ҡабаттан ултыраҡ йәшәй башлағанлығын иҫбатлай. Яңы халыҡ салт-маяҡ археологик мәҙәниәтенә (VIII—X бб.) ҡараған. Бөгөнгө ҡала сигендә был мәҙәниәткә ҡараған ике ултыраҡ бар: Кагальницкое һәм Красногоровка IV. Уларҙан алдараҡ йәшәгәндәр кеүек, уларға атамалары географик урынлашыуына бәйле бирелгән. Кагальницкий ултырағы Аҙау ҡалаһынан Кагальницкий шоссеһынан төньяҡҡа табан килеп сыҡҡан ерҙә урынлашҡан. Красногоровка IV ҡаланың көньяҡ-көнсығыш өлөшөндә  Красногоровка микрорайоны территорияһында урынлашҡан. Ултыраҡтарҙың майҙаны 3,7 һәм  0,3 га тәшкил итә. II меңйыллыҡ башында көнсығыштан күскенселәрҙең яңы тулҡыны тағы ла Түбәнге Дон территорияһын ҡаплаған.

Урҙа Аҙағы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Алтын урҙа ҡалаһы Аҙаҡ-Тана тураһында тәүләп яҙма иҫкә алыу 1269 й. ҡарай. Был ваҡытта Алтын Урҙа ханы Мәнгу-Тимер Ҡараҡоромдан бойондороҡһоҙ, мәҫәлән, — Аҙаҡ кеүек  яңы ҡалалар үҙләштереү ижтимағи-иҡтисади сәйәсәтен үткәргән.

Аҙаҡ* 1270 йылда Мәнгү-Тимер хан идара иткән дәүерҙә барлыҡҡа илгән, ҡала тиҙ үҫкән, үҫешкән һәм XIV быуат башына донъяның иң ҙур ҡалаларының береһенә (һәр хәлдә, Лондондан кәм булмаған), Алтын Урҙаның сәйәси, административ һәм һөнәрселек үҙәгенә әйләнгән. Аҙаҡтың Донға яҡын ерендә генуя һәм венеция сауҙагәрҙәре сауҙа ҡәлғәһенә нигеҙ һалған. Боронғо замандарҙа, грек сауҙа ҡалаһы Танаис булғанын иҫтәренә төшөрөп, уны итальян манерына – Тана тип атағандар. Аҙаҡ (Тана) аша Көнбайыш Европа илдәренән Фарсыстанға, Һиндостанға, Ҡытайға Бөйөк Ебәк юлы үткән. Европаға Тана аша көнсығыш илдәренән һөнәрселек эшләнмәләре (изделие), ебәк, тәмләткестәр еткерелгән. Мәскәүҙән һәм Алтын Урҙа ҡалаларынан Византия баш ҡалаһы Константинополгә илткән юлда Аҙаҡ (Тана) сығанаҡ пункт булып торған. Был юлдан рус тауарҙары: ҡиммәтле тиреләр, бойҙай, урман, етен, бал, сало һәм Алтын Урҙа тауарҙары  (дон һәм иҙел балығы, малсылыҡ продуктылары) - көнбайыш илдәренә барып еткән. Аҙаҡта (Тана) ҡол һатыу буйынса ҙур баҙары һәм ул ҙур һөнәрселек үҙәге булған.  Аҙаҡтағы сауҙаны хеҙмәтләндереү маҡсатында XIV быуатта үҙенең аҡса һуғыу йорто эшләгән. Известно, что в 1316 йылда Аҙаҡ аҡса һуғыу йорто Үзбәк хан исеме яҙылған монеталар сығарғаны билдәле. Аҙаҡҡа, сауҙа юлдары  киҫелешенә, төрлө халыҡтар һәмм диндәр вәкилдәре йыйылған. Аҙаҡҡа 1333 йылда килгән ғәрәп сәйәхәтсеһе Ибн-Батута, ҡала матур архитектураһы менән айырылып тора тип билдәләгән. Бында бер нисә католик сиркәү, бер православие сиркәүе, мосолман мәсеттәре булған. Ҡаланы баҡсалар уратып алған булған.

XIV быуат аҙағында Алтын Урҙа һәм Аҡһаҡ Тимер державаһы араһында барған һуғыш Аҙаҡҡа төҙәтелмәҫлек зыян килтергән. Аҡһаҡ тимер ғәскәре Бөйөк ебәк юлы трассаһында Алтын Урҙа биләмәләрен харап иткән. 1395 йылда улар Аҙаҡты ла ҡыйратҡан. Итальяндар  Тананы тергеҙгән, бында ныҡ диуары, башняһы, бойницаһы (нығытмаларҙа атыр өсөн ҡалдырылған тишек), урҙары, күтәрмәле күперҙәре булған ҡеүәтле ҡәлғә ҡорғандар. Әгәр Тана – европа факторияһы, итальяндар тарафынан тергеҙелһә, был саҡта алтын урҙа Аҙағы һуңғы көндәрен йәшәгән. Әммә Тананы хатта нығытмалары ла яңы тулҡын баҫып алыусыларынан һаҡлап алып ҡала алмаған.

Төрөк форпосты булараҡ Аҙау (Аҙаҡ)[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1475 йылдың йәйендә ҡеүәтле Ғосман империяһы Аҙаҡ ҡәлғәһен (Тананы) баҫып алған. Тана емереклектәрендә төҙөлгән төрөк ҡәлғәһе Аҙаҡ (Рәсәй дәүләтендә уны Аҙау тигәндәр) Ғосман империяһының төньяҡ портына әүерелгән.

  • Төрөк һүҙе "Аҙаҡ" бер нисә мәғәнәгә эйә:

1) "Аҙашҡан, юлдан тайпылған, 2) "Яңылышыусан, буталыусан", 3) "Осраҡлы" (уҡ тураһында), 4) Тарихи сығанаҡтарҙа иҫкә алынған уғыҙ юлбашсыһы исеме (1070-1072 йй.)

1471 йылда ҡаланы төрөктәр яулап алған: һәм ошо дәүерҙән европа судноларына Ҡара диңгеҙгә, бигерәк тә Һиндостанға диңгеҙ юлы асылғас, инеү тыйылғанлыҡтан, Аҙауҙа сауҙа бөтөнләй тарҡалған. Дон казактары флотилияларының Ҡырымға һәм Төньяҡ Анатолияға һөжүмдәренән һаҡланыу маҡсатында Төрөк хөкүмәте бында Аҙау (төр. AzakAzak, ғосман. ازاق,) ҡәлғәһен төҙөгән. Сауҙа һәм сапҡынсылыҡ маҡсатында Аҙау диңгеҙенә сығырға ҡамасаулағаны өсөн казактар бигерәк күрә алмаған был ҡәлғәне.

Дон Ғәскәренә таянып, Аҙауға һөжүм итергә һәм төрөктәрҙе Дон тамағынан ҡыуырға иң тәүге хыял итеүсе Ялған Дмитрий I булған. Был маҡсатты тормошҡа ашырыу ниәтенән Ворона йылғаһында (уның Донға ҡойған ерендә) йәш батша караптар төҙөү эшен йәйелдергән. Бынан тыш, Ялған Дмитрий I (Лжедмитрий I) уны аҙау походының терәк базаһы итеп ҡарағанлыҡтан, сик буйындағы Елец ҡәлғәһен нығытҡан. Ҡәлғәгә Мәскәүҙән ҡамау һәм ялан артиллерияһы  килтерелгән, шулай уҡ бында бик күп хәрби ҡорал һәм аҙыҡ-түлек һаҡлау мөмкинлеге биргән келәттәр булдырылған. Ләкин 1606 йылдың йәйенә планлаштырылған аҙау походы шул уҡ йылдың майында «Дмитрий  Иванович батшаны» ҡолатыу һәм үлтереү сәбәпле, барып сыҡмаған. [1]

1637 йылдың июнендә поляк иҙеүселәренән ҡасып йәшәгән запорожсыларҙың бер өлөшө ярҙамында, донлылар ҡәлғәне яулап алғандар  һәм унда бер тере кеше лә ҡалдырмағандар. Баштан уҡ казактар батша Михаил Федоровичтың Аҙауҙы үҙ власы аҫтына алыуын үтенгән, ләкин рәсәй хөкүмәте  Төркиә менән (был осорҙа хатта төрөктәр менән Речь Посполитаяға ҡаршы тороу буйынса союз төҙөү тураһында һөйләшеү алып барған булғандар) һуғышырға әҙер булмаған һәм яуаптан баш тартҡан. Казактар Аҙауҙан Ҡара диңгеҙгә, Стамбулға ҡурҡыу һалған һәм төрөктәр тарафынан Аҙауҙы 1641 йылда уңышһыҙ ҡамауға килтергән (Аҙау ултырыуы) тотош рейдтар серияһын атҡарған. Төрөк хәрби начальнигы Ғөсәйен-Дәли, солтанға: «Беҙҙең юғалтыуҙар ҡот осҡос. Беҙ тотош батшалыҡтарҙы баҫып ала инек, ә хәҙер нисә бөртөк казактар беҙҙе мәсхәрә итә. Улар кеше түгел. Улар кеше сүрәтендәге шайтан. Янычарҙар әйтеүенсә, улар пуляларҙы туҡтаталар, кафтан итәктәре менән йәҙрәләрҙе тотоп алалар, һауала юҡҡа сығалар һәм аңмайҙан килеп һөжүм итәләр» тип рапорт биргән.

Аҙау ҡәлғәһе өйөмдәре (валы) 

1642 йылда  донлылар, Аҙауҙы үҙ көстәре менән генә тотоп ҡалыу бигерәк ҡыйын булғанын аңлап, тәүҙә ҡәлғәнең бөтөн фортификацион ҡоролмаларын юҡҡа сығарып, уны ташлап киткәндәр, һәм ҡәлғә тағы ла  вәзир Ҡара Мостафа идаралығына күскән. «Аҙау ултырыуы»ның әһәмиәте - Аҙау ҡәлғәһе ул саҡта Рус дәүләтенә ҡушылмаһа ла, дон казактарының, рәсәй суперэтносы булараҡ,  этник интеграция процесы көсәйеүенә килтергән. Шул осорҙан башлап донлылар бер ваҡытта ла Рәсәйгә дошманлыҡ күрһәткән көстәрҙе яҡламаған.

1672 — Аҙауға рәсәй-ҡалмыҡ походы.

1695 йылда Пётр I Аҙауҙы ҡамаған, ләкин уңышһыҙлыҡҡа осраған; әммә икенсе йылға, үҙе төҙөгән Аҙау флотилияһына таянып, ҡәлғәне яулап алған (ҡарағыҙ: Аҙау походтары). Уңышһыҙ Прут кампанияһынан һуң ҡәлғә тағы ла төрөктәргә күскән. 1711 йылғы Прут походы барышында рәсәй армияһы, ҡамалыуға эләгеп, бирелергә мәжбүр ителгән. Прут килешеүе буйынса, Рәсәй Ғосман империяһына Аҙауҙы биргән.

Пётр I - нең Аҙау походтары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Аҙау флоты

Петр I төрөк Аҙауына поход ойошторорға булған. Ҡәлғәне ҡулға төшөрөү был кампанияла Пётр I ҡуйған төп стратегик мәсьәләне - Аҙау диңгеҙенә тотҡарлыҡһыҙ, иркенләп сығыуҙы хәл итергә тейеш булған. 1695 йылдың апрелендә утыҙ бер мең кешенән торған армия Мәскәүҙән һыу һәм ҡоро юл менән Аҙауға йүнәлгән. Армияның дөйөм  командующийы булмаған, поход менән өс  генералдан торған хәрби совет: шотландлы Патрик Гордон, швейцарлы Франц Лефорт һәм рус Автоном  Головин командалыҡ иткән. Батша үҙе Аҙау походына Преображенский полкының бомбардир ротаһы командиры сифатында сыҡҡан. Әммә төрөк ҡәлғәһен ҡамау, 9 июлдә башланып сентябрь һуңына саҡлы дауам итһә лә, уңышҡа өлгәшелмәгән. Хәрби совет ҡамауҙы туҡтатырға ҡарар иткән һәм 1695 йылдың 2 октябрендә Аҙау янында урынлашҡан лагерҙы иң һуңғы рус һалдаты ҡалдырған. 1697 йылда ойошторолған икенсе аҙау походына әҙерлек башланған. Воронежеда рус флотын — диңгеҙ галераларын һәм йылға кәмәләрен  (струги) төҙөй башлағандар. Бынан тыш Аҙау походына  2 ҙур 36 пушкалы корабль-галеас әҙерләнгән.  Франц Лефорт командалығындағы флот личный составы 4225 һалдат менән комплектланған. Ҡоро ерҙә хәрәкәт итеүсе армия 75 мең һуғышсынан торған (беренсе походта ҡатнашҡан армия иҫәбенән ике тапҡырға күберәк). Армия составына 5 меңгә яҡын дон казагы, башҡорт полктары ла ҡатнашҡан. Ҡоро ерҙә хәрәкәт итеүсе ғәскәрҙең Баш командующийы итеп бояр  Алексей Шеин тәғәйенләнгән, походҡа дөйөм етәкселек Пётр I -нең үҙ ҡулында булған.

Аҙауҙы ҡамау[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

А. Шхонебек. Аҙауҙы алыу. 1696 йыл.

Поход рус караптарының диңгеҙҙә  дошманды өҙөү һәм Аҙауҙы диңгеҙ яғынан ҡамау маҡсатында төрөк флотын ҡыйратыуҙан башланып киткән. Аҙауҙы алыу маҡсатында,   Пётр даими рәүештә төрлө формаларҙа флот һәм армияның бергә хәрәкәт итеүен ҡулланаған. Рус ҡоро ер ғәскәрҙәре бер үк ваҡытта Аҙау янында тупланғандар һәм уны ҡамағандар, беренсе поход менән  сағыштырғанда был ҡамау тәүҙән үк уңышлыраҡ барған. 18 июлдә рус армияһы Аҙау ҡәлғәһен утҡа тотҡан. Төрөктәр байраҡтарын эйелтә, башлыҡтарын болғата башлағандар, һәм үҙҙәренең парламентёрҙарын ебәргәндәр. Ҡәлғә коменданты Хәсән-Арыҫлан бәхәсте боронғо ысул менән хәл итергә булған - ике яҡтан сыҡҡан батырҙарҙы көрәштереү. Пётр батша выбрал рус ғәскәрҙәренән башҡорт Алдар Иҫәнгилдинде һайлаған. Төрөктәр выставили черкес бәһлеүәнен (пехлеван) һайлағандар. Алдар дошманды еңгән, төрөктәр Аҙауҙы алышһыҙ биргән. Теҙелеп торған ғәскәр алдында батша Алдарға тархан титулын  (дворянин) һәм алтынлатылған һаплы ҡылыс тапшырған. Аҙаулылар, ҡатындарын һәм балаларын, шулай уҡ ала алған тиклем мөлкәттәрен алыу рөхсәтен шарт итеп, ҡәлғәне ташлап китергә риза булған. 19 июль иртәһендә төрөктәр Аҙауҙан сыға башлаған. Ҡәлғә ҡапҡаларынан алып йылғаға саҡлы 8 рус полкы ике һыҙатҡа (шеренга) теҙелгән. 16 төрөк байрағы генералиссимус Шеин алдында эйелтеп ҡуйылған ә Аҙау ҡәлғәһе бейе рус командованиеһына ҡәлғә асҡысын биргән.

Ләкин 1711 йылда уңышһыҙ Прут походаынан һуң Рәсәй Аҙау буйынан баш тартырға һәм уны Ғосман империяһына кире ҡайтарырға мәжбүр булған. Аҙау ҡәлғәһе емерелгән һәм рус ғәскәре уны ҡалдырған, ә уның бөтөн халҡы  Воронеж губернаһы Бобровский өйәҙенә күсерелгән, һәм унда Азовка слободаһы барлыҡҡа килгән.

Аҙау Рәсәй составында [үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1735 —1739 йылдарҙағы рус-төрөк һуғышы барышында ҡәлғәне 1736 йылда генерал Ласси ғәскәрҙәре яуланған һәм 1739 йылғы Белград тыныслыҡ килешеүе буйынса мәңгелеккә Рәсәйҙә ҡалған.

1775 йылда Аҙау яңы раҫланған Аҙау губернаһының административ үҙәге тип иғлан ителгән. 1782 йылда, губерна идаралығын Екатеринославҡа күсергәнлектән, Аҙауҙы тағы ҡәлғә тип атау кире ҡайтарылған, 1810 йылдың 31 мартынан — Екатеринослав губернаһының Ростов өйәҙе посады тип йөрөтөлгән, ә 1888 йылда Дон Ғәскәре Өлкәһенә ҡушылған һәм казак идаралығына бирелгән.

XIX быуат аҙағында посадта 4 класлы ир балалар прогимназияһы, шулай уҡ ҡыҙҙар һәм ир балалар училищелары булған. Сауҙа байтаҡҡа кәмегән.

1926 йылда Аҙау тағы ла ҡала статусын алған.

1941-1945 йылғы Ватан һуғышы йылдарында ҡала 1942 йылдың 27 июлендә немец-фашист ғәскәрҙәре тарафынан оккупацияланған. 1943 гйылдың 7 февралендә Көньяҡ фронты ғәскәрҙәре Ростов операцияһы барышында ҡала азат ителгән.

Дин [үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Алла Инәһе Аҙау иконаһы храмы. Аҙау ҡалаһы.

Киев Русен суҡындырмаҫ элек хатта Донда христиан храмдары төҙөлгән. Бында христианлыҡҡа нигеҙ һалыусы изге апостол Андрей Первозванный булған. Ул славян ерҙәренә килгән берҙән-бер  апостол булған. Андрей Первозванныйҙы  рус халҡы үҙенсәлекле доғалыҡ һәм ҡурсалаусы булараҡ хөрмәтләгән. Тарихсылар билдәләүенсә, уның сәйәхәтенең маҡсаты булып хәҙерге Аҡсай ерендә урынлашҡан  Сиварис ҡалаһы булған. 1261 йылдан аҙау ерҙәре Сарский  составына ингән. Уның кафедраһы башта элекке Һарай-Батуҙа—Алтын Урҙа баш ҡалаһы торған хәҙерге Астрахань өлкәһенең Харабалинский районына ҡараған Селитренный ауылы урынында булған .

Һуңғараҡ дон мәхәлләләре (приходы) Рус сиркәүе канон буйһоноуына ингән. Казактар Аҙау ҡәлғәһен күптәнге православие торағы тип хөрмәтләгән. 1637-1641 йылдарҙа төрөк Аҙауын яулау христиан ерҙәрен кире ҡайтарыу кеүек ҡаралған.

Төрөк Аҙауында ислам өҫтөнлөк иткәнлектән, Аҙау буйын Рәсәй дәүләтенә индереүҙең ҡеүәтле факторы булып, районда православие динен таратыу торған. Күпселеген быға яңы православие сиркәүҙәрен һәм монастырҙарын төҙөү, урындағы рус булмаған халыҡты христианлаштырыу килтергән[2].

XVII быуатта Аҙауҙа Иоанн Предтеча христиан храмы булған да инде. Уға 1529 йылда нигеҙ һалынған һәм уны гректар яҡынса 1471 йылда төҙөгән. Аҙауҙы рустар алғас, унда ике сиркәү асылған, береһе мәсетте үҙгәртеп, Марияны данлау: "Похвалы Пресвятой владычицы нашей Богородицы и приснодевы Марии" ҡоролған, икенсеһе Иоанды данлау маҡсатында - "Крестителя Господня Иоанна честные его главы усекновения" төҙөлгән.

1701 йылда Аҙауҙа Аҙау епархияһы раҫланған. XVIII быуаттың икенсе яртыһында Аҙауҙа изге апостол Андрей Первозванныйға бағышланған сиркәү баш собор сиркәүе булырға тейеш булған. 1769 -1770 йылдарҙа уны һалдаттар һәм посошный халыҡ төҙөгән. Һалдат  форштадтында Успения Пресвятой Богородицы приход гарнизон сиркәүе (1771) урынлашҡан булған.

Октябрь революцияһы алдынан Аҙауҙа өс  православие храмы асылған. Шуларҙан Свято-Успенский храмы иң ҙуры булған. Уның манараһы бейеклеге 25 метр булған. 1936 йылда Свято-Успенский храм ябылған. XIX быуатта ҡалала Андрея Первозванный, Александр Невский, Иоанн Предтеча Усекновения Главы храмдары, 235-се Аҙау әҙерлек пехота полкының ағастан төҙөлгән Алексеевский сиркәүе, дауахана ҡаласығының часовняһы, ир балалар гимназияһында йорт сиркәүе булған.

1961 йылға храмдарҙың күпселеге ябылған һәм емерелгән булған.

Хәҙерге ваҡытта Аҙауҙың православие храмдары Рус  Православие Сиркәүе Мәскәү патриархаты[3] Ростов епархияһының Аҙау благочинияһы составына инә. Аҙау ҡалаһының эшләгән храмдарына түбәндәгеләр инә: Алла Инәһе Аҙау иконаһы сиркәүе, Лазарь  Четверодневной часовняһы, часовня церковь Лука (Войно-Ясенецкий) сиркәүе часовняһы,  Николай Чудотворец, Живоначальная Троицаһы сиркәүҙәре.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Скрынников Р. 
  2. Багалей Д.И. Очерки из истории колонизации степной окраины Московского государства / Д.И.Багалей. М.: Унив. Тип., 1887. - 614 с.
  3. Православные храмы Азова

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Азов // Города России: энциклопедия — М.: Большая Российская энциклопедия, 1994. — Б. 14-15. — 559 б. — 50000 экз. — ISBN 5-85270-026-6.
  • Масловский А. Н. Резня 1370 года в Азаке // Донской временник. Год 2015-й / Дон. гос. публ. б-ка. Ростов-на-Дону, 2014. Вып. 23. С. 125-131.
  • Арутюнов Г. Б. Православные храмы Азова. Памятные православные места /Г. Б. Арутюнов //Арутюнов Г.Б. Азов – имя знаменитое. – Азов: Инф.-издат. Центр «Патарва», 2009. – 96 с.
  • Глущенко В. В. Казачество Евразии: зарождение, развитие, интегрирование в структуру российской государственности / В. В. Глущенко. -М.: Вузовская книга, 2000. 296 с.
  • Лунин Б.В. Очерки истории По донья-Приазовья. От древнейших времен до XVII столетия. Кн.1 / Б. В. Лунин.- Р.-на-Д. : Ростовск. облает, книгоизд-во, 1949.- 184 с.
  • Николаева М.В. Повествование об истории Азова и об Азовских походах Петра I в составе «Подробной летописи» / М. В. Николаева // Учен. зап. Ленингр. пед. ин-та. Т.414. - Л., 1971. - С.21-50.