Эстәлеккә күсергә

Аҙнай улусы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Аҙнай улыҫы битенән йүнәлтелде)
Аҙнай улусы
Дәүләт  Рәсәй

Азнай улусы — Рәсәй империяһы һәм РСФСР улусы. Өфө губернаһының Стәрлетамаҡ өйәҙенә[1] һәм РСФСР составына инә, 1922 йылдан Стәрлетамаҡ кантоны. Үҙәге — Кәҫәпҡол ауылы (хәҙер Ишембай ҡалаһы биҫтәһе). Аҙнай улыҫы ерҙәре хәҙерге ваҡытта — Башҡортостан Республикаһының Ишембай һәм Салауат ҡалалары, Ишембай һәм Стәрлетамаҡ райондары территорияһы.

Аҙнай улыҫы XIX быуат уртаһында Юрматы башҡорт улусының тораҡ пункттарынан хасил була. 1919 йылда Юрматы кантоны, 1922 йылда — Стәрлетамаҡ кантоны составына инә. 1930 йылда бөтөрөлә.

Был территорияла Юрматы ырыуының Аҙнай түбәһе башҡорттары йәшәй.

Тәүге мәлдә Аҙнай улыҫына 20 тораҡ пункты индерелә: Әптек, Арлар, Байыҡ, Байгужа (улыҫ үҙәге), Биксән, Бурағол, Буранғол, Үрге Бурансы, Үрге һәм Түбәнге Көҫәпҡол, Этҡол, Кинйәбулат, Кинйәкәй, Бәләкәй Мәҡсүт, Һайран, Сәлих, Смаҡай, Тирмән-Йылға, Уразбай, Хажы.

1906 йылда 22 тораҡ пункты, 1914 йылда 27 тораҡ пункты була. Аллағыуат улыҫын Аҙнай улыҫына ҡушҡас, ауылдар һаны 72-гә етә.

1926 йылға улыҫ составына түбәндәге тораҡ пункттары инә:

  • Аҙнай ауылы — хәҙер Ишембай районының ауылы,
  • Алаҡай ауылы — хәҙер Алаҡай Ишембай районы ауылы,
  • м-ца Алексеева
  • Аллағыуат ауылы — хәҙер СНОС территорияһына ҡарай, Салауат ҡалаһы,
  • Кантюковка ауылы — тәүге Ишембай районы составында була, хәҙер — Стәрлетамаҡ районына ҡарай,
  • Ҡанаҡай, икенсе исеме: Шипай ауылы — хәҙер Ишембай районы ауылы,
  • Ҡарлар — хәҙер Бәләкәй Мәҡсүт ауылы, Ишембай районына ҡарай,
  • 2-се Ҡараяр ауылы — Стәрлетамаҡ районына ҡарай,
  • Ҡарлыкүл — Ҡарлыкүл
  • Кәшәләкбаш утары — хәҙер Ҡашалаҡбаш ауылы, Ишембай районына ҡарай,
  • Кинйәкәй ауылы — хәҙер Ишембай районының Кинйәкәй ауылы
  • м-ца Кириллова — ?,
  • Кожак ҡасабаһы — бөткән тораҡ пункты,
  • Ҡоҙаҡай ауылы — сейчас Салауат ҡалаһы территорияһында,
  • Кузьминский ауылы — хәҙер Кузьминовка (Ишембай),
  • Кунказаева ауылы — хәҙер Урман-Бишҡаҙаҡ)
  • Көҫәпҡол ауылы — хәҙер Көҫәпҡол (Ишембай)
  • Күс артеле — Ишембай ҡалаһы составына Күс артеле атамаһы аҫтында инә.

1917 йылға тиклем Стәрлетамаҡ өйәҙенең Аҙнай һәм Илсек-Тимер улыҫтарында боронғоса ер һөрөп, тары, ҡара бойҙай һәм һоло сәсеп көн итәләр[2].

1906 йылғы халыҡ иҫәбен алыуҙа улыҫта йәшәүселәрҙең иген игеп, мал көтөп, шулай уҡ урман кәсебе һәм септә һуғыу менән шөғөлләнеп йәшәүҙәре билдәләнә. .