Аҡбалыҡ

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Аҡбалыҡ
Stenodus nelma.jpg
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Stenodus leucichthys (Güldenstädt, 1772)

Синонимдар
  • Salmo leucichthys Güldenstädt, 1772
  • Salmo mackenzii Richardson, 1823
  • Stenodus leucichthys leucichthys (Güldenstädt, 1772)
  • Stenodus leucichthys mackenzii (Richardson, 1823)
  • Stenodus mackenzii (Richardson, 1823)
Подвиды
Һаҡлау статусы
Status iucn3.1 EN ru.svg Вымирающие виды
Юғалыу хәүефе янаған төр
IUCN 3.1 Endangered : 20745
Wikispecies-logo.svg
Викитөркөмдә
Систематика
Commons-logo.svg
Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
ITIS   162006
NCBI   59296
EOL   205332

Аҡбалыҡ(Stenodus leucichthys) — алабалыҡтар ғаиләһенә ҡараған балыҡ[1][2] (лат. Stenodus leucichthys).

Каспий диңгеҙе бассейнында йәшәй. Кәүҙә оҙонлоғо 110 см, ауырлығы 20 кг тиклем. Ҡабырғалары аҡ, көмөш төҫлө, тимгелдәре юҡ, тәңкәләре эре. Ауыҙы ҙур, яңаҡ һөйәктәрендә, төрәне һәм телендә ваҡ ҡына тештәре бар. Үткенсе балыҡ. Енси яҡтан 5—7 йылда өлгөрә. Ғүмерендә 1—2 тапҡыр сентябрҙән ноябргәсә ыуылдырыҡ сәсә (2—3 йыл аша). Үрсеү өсөн Волга, Кама йылғалары, ҡайһы ваҡыт Урал йылғаһы инә. Үрсемлелеге — 250 меңдән ашыу һыу төбөнә сәселгән насар йәбешеүсән ыуылдырыҡ. Ыуылдырыҡ сәскәндән һуң оло балыҡтар диңгеҙгә ҡайта. Сельдь, диңгеҙ сабағы селбәрәләре, атерина һәм ташбаштар м‑н туҡлана. Ыуылдырыҡ сәсергә юлланғанда ашамай. Ҡиммәтле кәсеп балығы. 20 б. 50‑се йылдар аҙағына тиклем Өфө йылғаһы үрсеү урындарының береһе була, әммә ыуылдырыҡ сәсеү өсөн миграция юлдарын ябыу (Волгала гидроузел төҙөү), балыҡтың респ. ихтиофаунаһынан юғалыуына килтерә. Башҡортостанда А. яһалма үрсетеү менән 1908—57 йй. Өфө дәүләт балыҡсылыҡ заводы шөғөлләнә. РФ‑тың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

  1. Ҡалып:Книга:Пятиязычный словарь названий животных. Рыбы
  2. Усачева В. В. Славянская ихтиологическая терминология. Принципы и способы номинации. Обратный словарь — М.: «Индрик», 2003. — Б. 330—331, 336. — ISBN 5-85759-221-6.

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]