Эстәлеккә күсергә

Аҡбуҙат (мифология)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Аҡбуҙат (ҡанатлы ат) битенән йүнәлтелде)

Аҡбуҙат — башҡорт мифологияһында батыр арғымаҡ, толпарҙар тоҡомо башлығы[1].

«Урал батыр», «Аҡбуҙат» эпостары һәм ҡайһы бер әкиәттәр («Урал батыр», «Зәйнулла менән Красата») персонажы. Күктә тыуған, ерҙә һәм һыу аҫтында йәшәй ала, утта янмай, һыуҙа батмай, тояҡтары менән тауҙарҙы емерә һәм диңгеҙҙе айыра. Булат ҡылыс хужаһы. Тәүҙә аҡбуҙат Һомайҙыҡы, һуңынан Урал батырҙыҡы һәм Һәүбәндеке була. Эпостарҙа Аҡбуҙат батырҙарҙың ярҙамсыһы һәм кәңәшсеһе, аттарҙың тоҡом башлығы һәм ҡурсалаусыһы ролен үтәй. Аҡбуҙаттың ауыҙ күбеге шифалы — уны һөртөп, яраны бөтәштерәләр. Аҡбуҙат образы башҡорттарҙың донъяға ҡарашында төп эстетик ҡиммәттәрҙең береһе булараҡ сығыш яһай һәм фольклорҙа, әҙәбиәттә, мәҙәниәттә киң таралған.

Аҡбуҙат Ҡыйғы районы флагында
  • Сагитов М. М. Поэзия народного духа //Урал-батыр. Уфа, 1986; Мирбадалева А. С. Башкирский эпос «Урал-батыр» //Башкирский фольклор. Уфа, 2000. Вып.4.
  1. Сагитов М. М. Поэзия народного духа //Урал-батыр. Уфа, 1986; Мирбадалева А. С. Башкирский эпос «Урал-батыр» //Башкирский фольклор. Уфа, 2000. Вып.4.