Толпар (мифология)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Толпар (осҡан ат) битенән йүнәлтелде)
Толпар
 Толпар Викимилектә

Толпар — башҡорт мифологияһындағы ҡанатлы ат[1].

Ҡылыҡһырлама[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Толпар — «Алпамыша батыр», «Алмабатыр менән Алмабикә», « Таҙ батыр» әкиәттәре, шулай уҡ « Алдар менэн Зөһрә» « Ҡузыйкурпәс менэн Маянһылыу», «Ҡоблан батыр» эпостарының персонажы. Аҡбуҙат эпосы, Урал батыр эпосы персонажы.

Толпарҙар тоҡомо башлығы — Аҡбуҙат. «Тәүге баһадир аттар» легендаһына ярашлы, Толпарҙар һыу аҫты батшалығынан сыҡҡан.

«Ҡыран батыр» әкиәтендә герой, дейеүҙе еңә лә, уның атына эйә була. «Таң батыр» әкиәтендә ҡанатлы атты ер аҫты батшалығында осрата.

Толпар төрлө төҫтә: тимер күк, ҡара, күк, туры һ. б. төрлө була.

Әкиәттең төп геройы йылҡы өйөрөндә ат һайлаған саҡта, йүгәнен һелкә, һәм Толпар беренсе булып шылтыратыуға яуап бирә.

Башта ат һөймәлекһеҙ һәм арыҡ күренә, әммә батыр уны эйәрләүе була, ул баһадир төҫкә инә.

Толпар, хушлашҡан саҡта, хужаһына үҙенең ялынан йәки ҡойроғонан бер нисә төк йолҡоп алырға кәңәш итә. Хужаһы ат ҡылын яндырғанда, ҡанатлы ат шундуҡ хужаһы алдына килеп баҫа.

Толпар әкиәт геройына ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға, ҙур араларҙы еңелерәк үтергә ярҙам итә.

Башҡорт хөрәфәттәренә ярашлы, әгәр сит кеше Толпарҙың арҡаһында (йәки икенсе ышаныуҙар буйынса — аяғында) урынлашҡан ҡанаттарын күрһә, ат һәләк булыуы мөмкин икән. Шуға ла Толпарҙы кешеләрҙән алыҫыраҡ тоталар. «Кейәүташ» риүәйәте тап шул турала бәйән итә. Толпарҙы хөрмәтләү, уның тылсымлы мөмкинлектәренә табыныу башҡорт топонимдарында сағылыш тапҡан: Толпарбаҫҡанташ, Турат сағылы (косогор гнедого тулпара) һ. б[2].

Толпар образы күп төрки телле халыҡтар мифологияһында урын алған[3].

Толпар һынын символикала ҡулланыу[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Файл:Koroltai.jpg
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы эмблемаһында Толпар

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы эмблемаһында Толпар башҡорт халҡының киләсәктә лә йәшәйәсәгенә ныҡлы ышанысты күрһәтә.

Арғаяш районы, Ҡаҙағстан гербтарында һүрәтләнғән.

Башҡортостан Республикаһында шулай уҡ «Толпар» йәш хоккейсылар командаһы уңышлы эшләй[4]. Киләсәктә чемпиондары командаһы.

Татар телендә «Толпар» Башҡортостан Республикаһында йәшәүсе татар йәштәре өсөн журнал[5][6] баҫыла. Т ҫтә йылдар дауамында популяр баҫмаға әйләнде.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Аҡбуҙат (мифология)

Ат (мифологияла)

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡорт халыҡ ижады. 2‑се т. Риүәйәттәр, легендалар. Өфө, 1997

Башҡорт халыҡ ижады. 3‑сө т. Эпос. Өфө, 1998

Йәшәгән, ти, батырҙар: башҡорт халыҡ әкиәттәре. Өфө, 2005.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

ТУЛПАР, мифологический персонаж

Абдрахманова Л. Н., Хусаинова Г. Р. Тулпар // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.

Хоккейный клуб «Толпар»

«Тулпар» журналы

Журнал "Тулпар" 2022 йыл 1 февраль архивланған.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. ТУЛПАР, мифологический персонаж
  2. ТУЛПАР, мифологический персонаж
  3. Башҡорт халыҡ ижады. 2‑се т. Риүәйәттәр, легендалар. Өфө, 1997; Башҡорт халыҡ ижады. 3‑сө т. Эпос. Өфө, 1998
  4. Хоккейная команда «Толпар»
  5. Журнал "Тулпар" 2022 йыл 1 февраль архивланған.
  6. «Тулпар» журналы