Эстәлеккә күсергә

Аҡмулла (исем)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Аҡмулла — XIX быуат шағиры, мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың исеме.

Аҡмулла — башҡорт, ғәрәп һүҙҙәре - аҡ (саф, изге күңелле) + мулла (уҡытыусы) ҡушып яһалған исем[1].

Аҡмулла (14 декабрь 1831 йыл — 8 октябрь 1895 йыл) — күренекле башҡорт шағиры, мәғрифәтсе. Башҡорт шиғриәтенә тос өлөш индергән, милләттең XIX быуаттағы иң атаҡлы һүҙ оҫтаһы тип һанала.

Аҡмулла — композитор Заһир Исмәғилевтың Ишмулла Дилмөхәмәтов либреттоһына 1986 йылда яҙылған операһы.

Аҡмулла — Ырымбур губернаһының Троицк ҡалаһында мосолмандар өсөн төрки телендә нәшер ителгән рәсемле сатирик һәм юмористик журнал.

Аҡмулла музейы — музей, Башҡортостан Республикаһының Милли әҙәбиәт музейы филиалы. Башҡортостан Республикаһы Миәкә районы Туҡһанбай ауылында урынлашҡан.

М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты (рус. Башкирский государственный педагогический университет им. М. Акмуллы́, БГПУ им. М. Акмуллы) — Башҡортостан һәм башҡа төбәктәр мәктәптәре өсөн юғары белемле уҡытыусылар әҙерләүсе уҡыу йорто, был йүнәлештәге фәнни-педагогик һәм методик үҙәк. Башҡорт дәүләт педагогия институты булараҡ 1967 йылда асыла, 2000 йылдан «университет» статусы ала һәм һуңыраҡ уға мәғрифәтсе-шағир Мифтахетдин Аҡмулла исеме бирелә.

Аҡмулла премияһы — КПСС-тың Миәкә район комитеты һәм район Советы башҡарма комитеты ҡарары менән 1989 йылдың 27 декабрендә булдырыла.

Мифтахетдин Аҡмулла һәйкәле — Өфөлә М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ҡаршыһында ҡуйылған һәйкәл.


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ