Эстәлеккә күсергә

Аҡъюлов Әхмәтбаҡый Фәхретдин улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Аҡъюлов Әхмәтбаҡый Фәхретдин улы
Зат ир-ат
Титул Мулла
Тыуған көнө 1860
Тыуған урыны Башҡорт Үргене, Яңы Петровка ауыл Советы, Ейәнсура районы
Вафат булған көнө 1936
Вафат булған урыны Башҡорт Үргене, Яңы Петровка ауыл Советы, Ейәнсура районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Аҡъюлов Әхмәтбаҡый Фәхретдин улы (18601936) — әүлиә, аҡыл эйәһе, Ырымбур мосолмандар Диниә назараты имам-хатибы (1890), мөғәллим, хажи[1][2].

Әхмәтбаҡый Фәхретдин улы Аҡъюлов 1860 йылда Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе Үрген ауылында (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Ейәнсура районы Башҡорт Үргене ауылында) мулла ғаиләһендә тыуған. Атаһы Аҡъюлов Фәхретдин хәҙрәт уҡымышлы дин уҡытыусыһы була.

Әхмәтбаҡый башланғыс белемде атаһында ала, бәләкәйҙән белем алыуҙа ҙур зирәклек күрһәтә. Уның тәбиғи һәләттәрен артабан үҫтереү өсөн, 1874 йылда атаһы 14 йәшлек улын каруанға эйәртеп Көнсығыш илдәренә оҙата.

Әхмәтбаҡый Аҡъюлов атаҡлы Ҡаһирә университетында белем ала. Бер нисә йылдан Мәккәлә һәм Мәҙинәлә булып, хаж ҡылып, күп илдәрҙе гиҙеп, төрлө яҡлап төплө белем туплаған егет Үргенгә әйләнеп ҡайта.

Ҡайтыу менән тыуған ауылында яңы мәсет һалдыра һәм мәктәп аса. 1890 йылда Ырымбур мосолмандар Диниә назаратында имтихан тотоп, Рәсәй батшаһы ғәли йәнәптәренең Указы менән имам-хатиб һәм мөғәллим дәрәжәләренә ирешә, Үрген ауылы мәсетенең хатибы итеп раҫлана. Мәктәбендә яңыса уҡытыу алымдары индерә, туған тел һәм әҙәбиәт, урыҫ теле һәм тәбиғәт фәндәре лә өйрәнелә. Мәктәп тиҙ арала тирә-йүндә танылыу ала.

Икенсе тапҡыр хажға барып ҡайтҡас, Әхмәтбаҡый хәҙрәт ауылдарға муллалар әҙерләү өсөн махсус рәүештә бер юлы 60 егетте уҡытып сығара. Хатта шул осорҙа халыҡ араһында Үргенде «Алтмыш мулла ауылы» тип йөрөткәндәр.

Һуңғы хаж сәфәрендә хәҙрәт Урта Азия, Ҡаҙағстан яҡтарында ғилем тарата, кешеләрҙе дауалай, һуңынан йәй һайын шул тарафтарҙан кешеләр Үргенгә ағыла. Ул үлән менән дауалау серҙәрен белгән, тоҙ менән өшкөргән, быуын ултыртҡан, имләгән. улай итеп, ҙур ғилем эйәһе һәм дин әһеле, мөғәллим һәм көслө табип булараҡ таныла.

Хәҙрәт 1917 йылғы февраль революцияһын һәм унан һуң башланған үҙаллылыҡҡа, халыҡ мәнфәғәттәрен яҡлауға йүнәлтелгән башҡорт милли хәрәкәтен хуплап ҡабул итә. 1918 йылда хәрәкәт етәксеһе Зәки Вәлиди үҙенең штабы менән Үргенгә Әхмәтбаҡый янына килә, уның фатихаһын ала, фекер алыша. Әхмәтбаҡыйҙа ҡунаҡ була, йонсоған аттарын хәҙрәттең аттарына алыштыра. Хәҙрәттең улы Сәғит Вәлиди менән китә, тик әйләнеп ҡайта алмай, хәбәрһеҙ юғала.

1921 йылда Үҫәргән кантонында йәшелдәр хәрәкәте ҡалҡып сыға. Улар ауыл һайын совет хеҙмәткәрҙәрен, коммунистарҙы атып йөрөйҙәр, Үргендә был ваҡытта егерме ике коммунист була. Әхмәтбаҡый хәҙрәт: «Коммунистарҙың зыяны юҡ, киреһенсә, күберәк ярҙам итәләр», — тигән фекерен белдерә, уларҙы яҡлай. XX быуаттың 20-се йылдары аҙағында властың дингә мөнәсәбәте ҡырҡа үҙгәрә. Әхмәтбаҡый Аҡъюловҡа «мулла булған, халыҡтың аңын томалаған, кешеләрҙе үҙенә эшләтеп байыған» тигән ғәйептәр ташлана.

1930 йылдың авгусында Әхмәтбаҡый Аҡъюлов ҡулға алына һәм «советтарға ҡаршы эшмәкәрлеге» өсөн өс йылға хөкөм ителә. Уны урман ҡырҡырға ебәрәләр. Хәҙрәт тотҡонлоҡта булғанда ла табиплыҡ эшмәкәрлеген алып бара. Ун айҙан хәҙрәтте төрмәнән сығаралар. Ауылында мәсете менән ҙур өйө күсереп һалынған, малы колхозға тапшырылған була.

Артабан хәҙрәт ихатаһындағы мал өйөндә ғүмер итә. Сырхаулы кешеләргә һаман ярҙам итә. Иҫ киткес кәмһетелеүҙәргә дусар ителә, әммә юғары рухын һуңғы көндәренә тиклем һаҡлап ҡала.

Әхмәтбаҡый хәҙрәт 1936 йылдың июнь айында вафат була.

Был көндө күктә ғәрәп хәрефтәре менән яҙыу хасил була, күптәр хажи хәҙрәттең вафатын шунан белә. Хәҙрәт менән хушлашырға халыҡ йыйыла, хатта дөйәләре менән ҡаҙаҡтар һәм Урта Азия вәкилдәре килеп тула. Ил ағаһын ерләгәндә ямғыр яуа. Халыҡ быны тәбиғәттең илауы тип ҡабул итә. Артабан көн асыла, ҡояш сыға[3][4].

Әхмәтбаҡый хәҙрәттең балалары ғилемле, алдынғы ҡарашлы була. Өлкән улы Хәйбулла 1922 йылда асылған Үрген мәктәбенең тәүге мөғәллиме була. 1911 йылда тыуған кесе улы Әхмәт тә уҡытыусы. Сәйәси золом ҡорбаны була. Әммә балаларына матур тәрбиә бирә.

Затлы нәҫел вариҫтары — фән эшмәкәрҙәре, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, артистар, уҡытыусылар, табиптар, журналистар.

  • 1947 йылдың йәйендә Үрге Муйнаҡ ауылынан Әхмәтғәлим мулла килеп хәҙрәттең ҡәберен таштар менән бурауҙы ойоштора.
  • 2010 йылдың 1 июлендә Үрген ауылында Әхмәтбаҡый хәҙрәттең тыуыуына 150 йыл тулыуға арналған йыйын бик юғары

кимәлдә үтте. Өсөнсө ай инде яуым-төшөм күрмәгән ер өҫтөнә нәҡ шул көндә ямғыр яуыуын барыһы ла мөғжизә, «хоҙай ҡөҙрәте», «хәҙрәт ямғыры» тип ҡабул итте.

Хәтер көнөндә күҙәтелгән Хоҙай Тәғәлә мөғжизәләре ямғыр менән генә бөтмәй. Шул көндө Байыш ауылының көньяҡ-көнбайыш офоғонда көндөҙгө сәғәт 6-лар тирәһендә аҡ болоттарҙан яҙыуға оҡшаш семәрҙәр барлыҡҡа килә. Ғәрәп хәрефтәрен таныған кешеләр унда «Ләә иләәһә илләә-ллааһу» тигән яҙыу күргәнен әйтә. Юлай Солтанбаев

[5]

  • Башҡортостан — әүлиәләр иле. Юлай Солтанбаев. Әхмәтбаҡый хәҙрәт, 120—123 бб.