Эстәлеккә күсергә

Аҡһаҡ ҡола (эпос)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Аҡһаҡ ҡола битенән йүнәлтелде)
Аҡһаҡ ҡола
урыҫса «Акхак-кола»
Жанр

эпос

Төп нөхсә теле

башҡорт

«Аҡһаҡ ҡола» — башҡорттарҙың ауыҙ-тел ижады ҡомартҡыһы, эпос.

Шиғри‑проза формала йәшәй. Тәүге тапҡыр 1907 йылда М. А. Буранғолов тарафынан Һамар губернаһы Быҙаулыҡ өйәҙе Ильяс ауылында (хәҙерге Ырымбур өлкәһе Красногвардейск районы Үрге Ильяс ауылы) Хәсән Буранғоловтан яҙып алына. Эпостың «Аҫҡаҡ ҡола», «Биш ҡолон» һәм башҡа варианттарын К. Мәргән, Ф. А. Нәҙершина, Ә. М. Сөләймәнов, М. М. Сәғитов, Н. Д. Шоңҡаров һәм башҡалар яҙып ала. Мелодия варианттарын З. Ғ. Исмәғилев, Л. Н. Лебединский, Х. Ф. Әхмәтов яҙып ала һәм нотаға һала. Эпостың Башҡортостан Республикаһы һәм Ырымбур өлкәһе территорияларында яҙып алынған 20‑гә яҡын варианты Ғилми архивта, ӨДСА‑ның фольклор фондында һәм шәхси архивтарҙа һаҡлана.

Ҡыҫҡаса йөкмәткеһе

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Эпос буйынса, Аҡһаҡ ҡола — Шүлгән күле төбөнән сыҡҡан изге аттар тоҡомо — яуыз хужаһынан ҡаса һәм үҙе менән йылҡы өйөрөн алып китә. Бай улы өйөрҙө ҡыуып етә һәм, Аҡһаҡ ҡолаға яҡшы тәрбиә вәғәҙә итеп, өйөрҙө алып ҡайтыуын үтенә, әммә өйөр ҡайтыу яғына боролғас, антын боҙоп, Аҡһаҡ ҡолаға уҡ ата. Яраланған ат, тояғы менән тибеп, хужаһын үлтерә (икенсе версия буйынса, ҡайтып еткәс, бай улы аттан ҡолап, ҡамсы һабының һынығына сәнселеп үлә) — яуызлыҡ һәм мәкерлек хөкөм ителә, анты башына етә. «Аҡһаҡ ҡола» башҡорттарҙың көнкүрешен һәм йолаларын тормошсан итеп тасуирлауға ҙур урын бирелә. Эпостың шиғри өлөштәре һамаҡ стилендә көйләнә.

Аҡһаҡ ҡола төшөндә күргәнен йылҡыларына һөйләгәне:
«Аҡһаҡ ҡола был хәлде һиҙенгән, ти. Ҡораллы егеттәр килерҙән алда төш күреп, йылҡыларына әйткән, ти:
Бөгәсә лә бер төш күрҙем,
Төшөмдө мин ут күрҙем.
Ут эргәһе тулы шеш күрҙем,
Шеш осонда ит күрҙем,
Был ни булыр, бейәләр,
Был ни булыр, бейәләр?
Күмәк йылҡы араһынан сығып, бер ҡола байтал телгә килеп, төш юраған, ти.
Бөгөн төндә бер төш күрһәң,
Төшөңдә һин ут күрһәң,
Ут эргәһе тулы шеш күрһәң,
Шеш осонда ит күрһәң,
Ҡара башыңа булһын, ҡарт убыр,
Ҡара башыңа булһын, ҡарт убыр, —
тип юраған, ти.

Read more: http://soyuzkuraistovrb.ru/index.php?option=com_content&view=article&id=690:2012-01-23-14-49-31-747

"Аҡһаҡ ҡола" эпосынан өҙөк»
  • Мәргән К. Башҡорт халҡының эпик ҡомартҡылары. — Өфө, 1961;
  • Сәғитов М. М. Боронғо башҡорт ҡобайырҙары. — Өфө, 1987;
  • Галин С. Ә. Тарих һәм халыҡ поэзияһы. — Өфө, 1996.
  • Сәғитов М. М. Боронғо башҡорт ҡобайырҙары. — Өфө, 1987;
  • Киреев А. Н. Башкирский народный героический эпос. 0 Уфа, 1970;
  • Галин С. А. Башкирский народный эпос. — Уфа, 2004.
  • Юматов В. С. Древние предания у башкирцев Чубиминской волости. // Башкирия в русской литературе. Том 1. Составление, предисловие и комментарии М. Г. Рахимкулова. — Уфа, 1961. С. 250.