Эстәлеккә күсергә

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш комиссияһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(БЧК битенән йүнәлтелде)
башҡ. Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш комиссияһы
Ил

РСФСР, Башҡорт АССР-ы

Барлыҡҡа килгән

03.03.1919

Таратылған (үҙгәртелгән)

01.03.1922

Юрисдикция

Башревком, БАССР-ҙың ХКС-ы

Штаб-фатир

Стәрлетамаҡ

Етәкселек

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш комиссияһы — Башҡорт Автономиялы Совет Республикаһында контрреволюция, спекуляция һәм саботаж менән көрәшеү өсөн ғәҙәттән тыш тикшереү комиссияһы.

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш комиссияһы Башҡорт Совет республикаһы Ваҡытлы хәрби революцион комитетының 1919 йылдың 1 мартындағы указы менән булдырыла. Башҡорт ЧК-һы юридик, йәшерен — оператив, айырым (1920 йылдың майынан 1921 йылдың майына тиклем), дөйөм һәм комендант бүлектәренән тора. Урындарҙа кантон һәм улыс ЧК-лары булдырыла.

1919 йылдың апреленән авгусҡа тиклем Колчак армияһы һөжүме ваҡытында Башревком һәм БашЧК Саранск ҡалаһына эвакуциялана.

Күп кенә мәсьәләләр, бигерәк тә Үҙәк менән төҙөлгән «Килешеү» нигеҙендә ирешелгән федерализм принциптарын тормошҡа ашырыу буйынса, республика менән етәкселек һәм идара итеү мәсьәләләрендә Башревком позицияһы РКП(б)-ның өлкә комитеты ағзаларының күпселеге (БашЧК, Башвоенком, Башҡорт халыҡ хужалығы Советы, Башнаркомпрод) линияһы менән тура килмәй[1]. Был ҡапма-ҡаршылыҡ 1920 йылдың 15 ғинуарынан 16 ғинуарға ҡараған төндә Башревком тарафынан Башҡорт ЧК-һы ағзаларын ҡулға алыуға килтерә. Ошо ваҡиғалар айҡанлы Үҙәк ЧК-ның махсус бүлеге янында инциденты тикшереү буйынса комиссия булдырыла. 1920 йылдың мартында комиссия, Башревком ысынында Башҡорт Совет Республикаһын РСФСР-ҙан тулыһынса айырымланыуға йүнәлтелгән милли-сепаратик сәйәсәт алып бара, тип билдәләне. 1920 йылдың апрелендә РКП(б) пленумы «Башҡортостанда контрреволюция ҡурҡынысы барлығын» һыҙыҡ өҫтөнә алды[2].

1920 йылдың 19 май айында «Автономиялы Совет Башҡорт Республикаһының дәүләт ҡоролошо тураһында»ғы ВЦИК ҡарары формаль рәүештә тик Башревкомдың, ә аҙаҡтан — ВЧК-ның ҡарамағында була. 1920 йылдың июлендә БашЧК Башҡортостан Үҙәк Башҡарма Комитетына һәм Бөтә Рәсәй Ғәҙәттән тыш комиссияһына буйһона.

Башҡорт ЧК-һы республиканың һәм урындарҙағы кантон ревкомдарының элекке составы ағзаларының сәйәси репрессияларын башлай. Уларҙы контрреволюцияла, бола әҙерләүҙә ғәйепләп, үҙенең сафтарынан башҡорттарҙы эштән сығара. Большевиктарға ҡаршы ихтилалдарҙы, шул иҫәптән Һәнәкселәр («Ҡарағош яуы»), Бөрйән-Түңгәүер һәм башҡаларҙы баҫтырыуҙа ҡатнаша.

Ғәҙәттән тыш вәкәләтле орган булараҡ Башҡорт ЧК-һы ҡулға алыуҙарҙы һәм судтан тыш репрессияларҙы үткәрә, шул иҫәптән нигеҙһеҙ һәм законһыҙ ҡулға алыуҙарҙы, башбаштаҡлыҡ менән шөғөлләнә.

Башҡортостан үҙәк башҡарма комитетының 1922 йылдың 1 мартындағы указына ярашлы Башҡорт ЧК-һы бөтөрөлә, уның вәкәләттәре Башҡорт өлкә ГПУ-һы бүлегенә тапшырыла.

  • Ҡолшәрипов М. М. Башҡорт милли хәрәкәте (1917—1921 йй.) / Марат Ҡолшәрипов. — Өфө: Китап, 2000. — С. 368