Эстәлеккә күсергә

Нуриманов Баһауетдин Йәләлетдин улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Багау Нуриманов битенән йүнәлтелде)
Нуриманов Баһауетдин Йәләлетдин
Тыуған ваҡыты

2 май 1893({{padleft:1893|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:2|2|0}})

Тыуған урыны

Өфө губернаһы Бөрө өйәҙе (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Нуриман районы) Яңы Күл ауылы

Үлгән ваҡыты

11 август 1918({{padleft:1918|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:11|2|0}}) (25 йәш)

Вафат урыны

Ырымбур губернаһы
Орск ҡалаһы

Хеҙмәт иткән урыны

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Хәрби алыш/һуғыш

Рәсәйҙәге Граждандар һуғышы

Нуриманов Баһауетдин Йәләлетдин улы (2 май 1893 йыл11 август 1918 йыл) — Башҡортостандағы инҡилаб хәрәкәте етәкселәренең береһе, Рәсәйҙәге Граждандар һуғышында әүҙем ҡатнашыусы.

Баһауетдин Йәләлетдин улы Нуриманов 1893 йылдың 2 майында Өфө губернаһының Бөрө өйәҙе (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Нуриман районы) Яңы Күл ауылында тыуған.

Башланғыс белемде ауыл мәҙрәсәһендә ала, ғаиләләре Силәбегә күсеп килгәс, уҡыуын ҡаланың рус телле башланғыс мәктәбендә дауам итә. 1917 йылда РСДРП(б) партияһына инә һәм Өфө эшселәр һәм һалдаттар Советы ағзаһы булып китә. Һуңынан Баһауетдин Нуримановты РСДРП(б)-ның Өфө комитеты Татар-башҡорт бюроһына рәйес итеп һайлай. Уның инициативаһы менән «Алға!» («Вперед!») тигән большевистик газета сыға башлай[1] Баһауетдин Йәләлетдин улы 1917 йылдың октябрендә Өфөлә үткән Урал башҡорттары һәм татарҙары съезының төп ойоштороусыһы була.

Октябрь инҡилабынан һуң, Нуриманов атаман Александр Ильич Дутовтың казак ғәскәрҙәре менән көрәшкән Өфө губернаһында ойошторолған хәрбиләштерелгән отряд сафына инә.

1918 йылдың февралендә аҡтарҙан азат ителгән Ырымбурҙа — мосолмандарҙың хәрби-революцион комитетын, ә аҙаҡ губернаның мосолман комиссариатын булдыра. Башҡорттарҙан делегат итеп Баһауетдин Нуриманов ебәрелә. Күп тә үтмәй, ул ошо комитеттың һәм Башҡортостанда ғәҙәттән тыш эштәр буйынса комиссар булып китә[2].

1918 йылдың көҙөндә, ҡыҙылдарҙың Ырымбурҙан сигенгәненән һуң, Нуриманов, аҡтарҙың тылында эшләү өсөн, Орскиҙа ҡала, әммә тиҙ арала ҡулға алына. Ырымбур ҡалаһында Башҡорт хәрби советы большевиктар менән хеҙмәттәшлек иткәне өсөн, ситтән тороп, уны атыу тураһындағы ҡарарын сығара.

  • Кузыев Р. У. Баһау Нуриманов. Өфө, 1955;
  • Асабин Е. П. Революция байрағы аҫтында. Өфө, 1991.
  • Юрий Узиков. Исторические памятники Уфы. [1] (на рус.яз.) «Китап» нәшриәте, 1999, 111-112 с. ISBN 5-295-02294-3.

Дом, в котором жил Нуримнов Б. Я. Коммунистическая улица, 5.