Эстәлеккә күсергә

Байымов Берйән Сафа улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Баимов Бурзян Сафич битенән йүнәлтелде)
Берйән Байымов
Исеме:

Байымов Берйән Сафа улы

Тыуған көнө:

7 февраль 1948({{padleft:1948|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:7|2|0}})

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы[1] Баймаҡ районы 2-се Этҡол ауылы

Вафат булған көнө:

26 ноябрь 2004({{padleft:2004|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:26|2|0}}) (56 йәш)

Вафат булған урыны:

Өфө ҡалаһы

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге:

фольклорсы, яҙыусы, журналист

Байымов Берйән Сафа улы (7 февраль 1948 йыл — 26 ноябрь 2004 йыл) — ғалим-фольклорсы, әҙәби тәнҡитсе, яҙыусы һәм журналист. Филология фәндәре кандидаты (1993). Сәғит Мифтахов исемендәге премия лауреаты (1987).

  • Берйән Сафа улы Байымов 1948 йылдың 7 февралендә Башҡорт АССР-ының[1] Баймаҡ районы 2-се Этҡол ауылында тыуған.
  • Урта мәктәпте тамамлағас, Өфө музыка-педагогия училищеһында уҡый.
  • Совет Армияһы сафтарында хеҙмәт итә.
  • Сибай интернат-мәктәбендә музыка уҡытыусыһы булып эшләй.
  • 1980 йылда Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын ситтән тороп тамамлай.
  • 1980—1982 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты аспирантураһында уҡый. 1993 йылда «филология фәндәре кандидаты» ғилми дәрәжәһенә диссертация яҡлай.
  • 1983—1998 һәм 2000—2002 йылдарҙа шул уҡ институттың фольклор һәм сәнғәт бүлегендә ғилми хеҙмәткәр булып эшләй.
  • 1998—1999 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институтында эшләй.
  • 2004 йылда Өфөлә вафат була, тыуған яғында ерләнә.

Фәнни эшмәкәрлеге һәм ижады

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Байымов Берйән Сафа улының фәнни эшмәкәрлеге башҡорт фольклорының йыр, таҡмаҡ һәм бәйет жанрҙарына арналған. Ул шулай уҡ башҡорт халыҡ ижады буйынса башҡорт һәм рус телдәрендә сыға килгән күп томлы баҫманы төҙөүселәрҙең береһе. М. Буранғоловтың «Сәсән аманаты», Мөхтәр Сәғитовтың «Ғүмерлеккә ҡалған яра» китаптарын һәм «Башҡорт фольклоры. II сығарылыш» йыйынтығын төҙөүсе, башҡа коллектив хеҙмәттәрҙә авторҙаш. Урта мәктәптәр өсөн Башҡортостан тарихы буйынса дәреслектәрҙе башҡорт теленә тәржемә итә.

Берйән Байымов, әҙәби тәнҡитсе булараҡ, 1998 йылда башҡорт яҙыусыһы һәм ғалимы Ғабдулла Амантайҙың тормошо һәм ижадына арналған «Атылған йондоҙ Амантай» китабын нәшер итә. Әҙип шулай уҡ балалар өсөн «Урман бүләге» исемле шиғыр (1987) һәм «Мажаралы төн» исемле хикәйә (1993) йыйынтыҡтары, «Ҡон» повесы (2004) авторы. Ул 1989 йылдан СССР Журналистар союзы, 1993 йылдан Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы ағзаһы.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Урман бүләге. — Өфө, 1987.
  • Мажаралы төн. — Өфө, 1993.
  • Ал гармуның, әйт таҡмағың… — Өфө, 1993.
  • Атылған йондоҙ Амантай. — Өфө, 1998.
  • Өҙөлгән сәфәр: повесть, хикәйәләр. — Өфө, 1999.
  • Ижадсылар (ижади портреттар). — Өфө, 2008.
  1. 1,0 1,1 Хәҙер Башҡортостан Республикаһы
  • Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 3 февраль 2018)
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 3 февраль 2018)