Эстәлеккә күсергә

Байымов Нурмөхәмәт Ислам улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Байымов Нурмөхәмәт Ислам улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 Совет Рәсәйе
 СССР
Тыуған көнө октябрь 1910
Тыуған урыны Олокүл, Ҡырмыҫҡалы районы
Вафат булған көнө 12 июль 1992({{padleft:1992|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:12|2|0}}) (81 йәш)
Хәрби звание рядовой
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ватан һуғышы ордены «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР)

Байымов Нурмөхәмәт Ислам улы (рус. Баимов Нурмухамет Исламович) (октябрь 1910 йыл — 12 июль 1992 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, ҡыҙылармеец. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 313-сө кавалерия полкы яугиры[1]. II дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1985)[2] кавалеры.

Нурмөхәмәт Ислам улы Байымов 1910 йылда Башҡортостандың хәҙерге Ҡырмыҫҡалы районы Олокүл ауылында[1] тыуған. 1941 йылда БАССР-ҙың Ҡырмыҫҡалы районы хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына алына. 1942 йылдың 4 апреленән алып 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 313-сө кавалерия полкында хеҙмәт итә. 1942 йылдың 10 июлендә ҡаты яралана. 1943 йылдың июль-август айҙарында дивизия составында Курск дуғаһындағы алыштарҙа ҡатнаша. Һуғыш йылдарында күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн 1947 йылда «Батырлыҡ өсөн» миҙалына лайыҡ була.

Батыр яугир Нурмөхәмәт Байымовтың улы Роберт Нурмөхәмәт улы Байымов — билдәле СССР һәм Рәсәй әҙәбиәт белгесе, филология фәндәре докторы, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты; уның ейәне Таһир Байымов — шағир[3].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • II дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1985)
  • «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (1947)
  • Юбилей миҙалдары

Байымов Нурмөхәмәт Ислам улының исеме Ҡырмыҫҡалы районының «Улар Еңеү менән ҡайттылар» китабына[сығанаҡ 1164  көн күрһәтелмәгән] индерелгән.