Баныу
Баныу |
Баныу— башҡорт ҡатын-ҡыҙ исеме. Башҡа төрки халыҡтарҙа ла осрай: иран, төрөк, татар, фарсы, ҡаҙаҡ, ҡырғыҙ, әзербайжан.
Этимология
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Баныу — фарсы теленән бикә, ҡыҙ бала, хужабикә, ханым тигәнде аңлата[1]. Баныу исеменең һаны 3, бәхетле һандары: 3, 12, 21, 30, 39, 48, 57, 66, 75, 87, 93, 102, 111. Айҙың бәхетле көндәре: 3, 12, 21, 30, бәхетле төҫө һары[2]. Баныу исеменең фоносемантик анализы асыҡлауынса, Баныу исеменең туғыҙ асыҡ фоносемантик билдәһе бар: ҡаһарман, батыр, ҙур, мәғрур, данлыҡлы , ҡаты, һалҡын, көслө, ҡөҙрәтле[3].
Билдәле кешеләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Вәлиева Баныу Нурғәле ҡыҙы (14 декабрь 1914 йыл — 24 февраль 2003 йыл) — йырсы, педагог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. РСФСР-ҙың (1955) һәм Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1947).
Ҡаһарманова Баныу Латиф ҡыҙы (7 октябрь 1973 йыл) — уҡытыусы, журналист. 2000 йылдан Башҡортостан Республикаһының Журналистар союзы ағзаһы. Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2015). Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (2008).
Тарихта
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һумаюн — Бөйөк Моголдар империяһы падишаһы, Бабурҙың улы һәм Әкбәрҙең атаһының ҡатынары:
Баныу-бәйим Сәхибә (1541 йылдан)
Хәмиҙә Баныу бәйим (1527—1604), фарсы шиғый шәйехе Ғәлиәкбәр Джамиҙың ҡыҙы
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Принц Әхмәт һәм Пәри Баныу» (25 май, 1709 й.) «Мең дә бер кисә» йыйынтығына ингән киң билдәле ғәрәп әкиәттәренең береһе[4].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |