Эстәлеккә күсергә

Бауыржан Момыш улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Бауыржан Момыш улы
ҡаҙ. Бауыржан Момышұлы
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 24 декабрь 1910 (6 ғинуар 1911)
Тыуған урыны Колбастау[d], Q13382596?, Жуалынский район[d], Ямбыл өлкәһе[d], Ҡаҙаҡ Совет Социалистик Республикаһы, СССР
Вафат булған көнө 10 июнь 1982({{padleft:1982|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:10|2|0}}) (71 йәш)
Вафат булған урыны Алматы, Ҡаҙаҡ Совет Социалистик Республикаһы, СССР
Яҙма әҫәрҙәр теле урыҫ теле һәм Ҡаҙаҡ теле
Һөнәр төрө яҙыусы, хәрби хеҙмәткәр
Уҡыу йорто Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәре Генераль штабы Хәрби академияһы[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Хәрби звание полковник[d]
Командалыҡ иткән 9-я гвардейская стрелковая дивизия[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы һәм Хәсән күле алыштары[d]
Ғәскәр төрө артиллерия[d] һәм пехота[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Ҡыҙыл Байраҡ ордены Советтар Союзы Геройы «Почёт Билдәһе» ордены I дәрәжә Ватан һуғышы ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены Халыҡтар Дуҫлығы ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены «Мәскәүҙе обороналаған өсөн» миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы «Хеҙмәт ветераны» миҙалы «Сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштергән өсөн» миҙалы «Алтын Йондоҙ» миҙалы Ҡыҙыл Байраҡ ордены «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы Народный Герой В. И. Лениндың тыуыуына 100 тулыу айҡанлы юбилей миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә егерме йыл» юбилей миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә утыҙ йыл» юбилей миҙалы "Совет Армияһының һәм Флоттың утыҙ йыллығы" юбилей миҙалы юбилейная медаль «50 лет Вооружённых Сил СССР» юбилейная медаль «60 лет Вооружённых Сил СССР» «Мәскәүҙең 800 йыллығы иҫтәлегенә» миҙалы знак «Гвардия»
 Бауыржан Момыш улы Викимилектә

Бауыржан Момыш улы (Момыш-Улы яҙылышы ла осрай; ҡаҙ. Бауыржан Момышұлы; 24 декабрь 1910 йыл (яңы стиль буйынса 6 ғинуар 1911 йыл) — 10 июнь 1982 йыл) — СССР-ҙың хәрби хеҙмәткәре, полковник (1943), яҙыусы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Советтар Союзы Геройы (1990, үлгәндән һуң), Ҡаҙағстандың халыҡ ҡаһарманы[1][2][3][4][5]

Бауыржан Момыш улы 1910 йылдың 24 декабрендә хәҙерге Ҡаҙағстандың Жамбыл өлкәһе Жуалы районы Ҡулбаштау (ҡаҙ. Колбастау) ауылында тыуған. Милләте - ҡаҙаҡ. Шымыр ырыуынан[6].

Ун туғыҙ йәшендә мәктәп тамамлаған. 1928 йылдан Бауыржан район башҡарма комитетында эшләргә, бер нисә вазифаһына алмаштырырға өлгөрә. 1932 йылдан ул совет армияһына саҡырыла. Киләһе йылына уҡ хәрби училищеһ тамамлай һәм офицер булып китә. 1930-сы йылдар аҙағына Алыҫ Көнсығышҡа ебәрәләр. Бында ул артиллерия батареяһы командиры була. Квантун армияһына ҡаршы һуғыша. 1939 йылда бер нисә ай дауамында Карпатта хеҙмәт итә. 1941 йылда аҙ ғына тыуған яғында булып, фронтҡа китә [7]

Мәскәү өсөн барған яуҙарҙа ҡатнаша, панфиловсы (1941—1942). Унда Бауыржан батальон командиры була, артабан дивизияға етәкселек итә. Мәскәү янындағы алышта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн капитан Момыш улы Бауыржан 1942 йылда «Советтар Союзы Геройы» исеменә тәҡдим ителә, әммә ул бирелмәй ҡала. Тик ул үлгәндән һуң, 1990 йылдың 11 декабрендә Герой исеме бирелә.

Ҡаҙағстан Яҙыусылар союзы съезында (һулдан өсөнсө)

1955 йылдың декабрендә полковник дәрәжәһендә запасҡа сыға.

Алматыға ҡайтып, үҙен тулыһынса әҙәбиәткә бағышлай. Хәрби хеҙмәттә сағында уҡ әле баҫыла башлай, әҫәрҙәре яҡшы баһа ала. Ваҡыт үтеү менән хәрби прозанан башҡа замандаштары тураһында әҫәрҙәр ижад итә, әхлаҡ мәсьәләләрен ҡырҡыу күтәрә. Балалар өсөн хикәйәләр һәм повестар яҙа. Ҡаҙаҡ һәм рус телдәрендә эшләй, үҙенең китаптарын тәржемәләй. Шулай уҡ ҡаҙаҡ һәм уйғыр теленән руссаға хатта шиғырҙар ҙа тәржемә итә. Проза әҫәрҙәренән тыш, бик күп мәҡәләләр баҫтырып сығара, әҙәби тәнҡит өлкәһендә эшләй, юл очерктары яҙа.

1982 йылдың 10 июнендә Алматы ҡалаһында вафат була [8]

  1. Айбын. Энциклопедия. / Бас ред. Б.Ө.Жақып. - Алматы: «Қазақ энциклопедиясы», 2011. - 880 бет.ISBN 9965-893-73-X. — С.172.
  2. Макпал Муканкызы. К столетию Бауржана Момышулы издается 40-томный сборник его сочинений. azattyq.org (17 май 2010). Дата обращения: 17 май 2010. Архивировано 14 март 2012 года.
  3. Бауржан Момышулы — герой всех времён 2014 йыл 17 октябрь архивланған..
  4. Tarihi tulgalar//Бауржан Момышулы 2013 йыл 3 декабрь архивланған..
  5. Бауржан Момышулы 2020 йыл 26 октябрь архивланған..
  6. Қазақ шежіресі. 2 том. Орта жүз-жан арыс, Теңізбай Үсенбаев,. Дата обращения: 24 ноябрь 2018. Архивировано из оригинала 25 ноябрь 2018 года. 2018 йыл 25 ноябрь архивланған.
  7. [1]
  8. [2]
  • Кавалеры ордена Славы трёх степеней: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии Д. С. Сухоруков. — М.: Воениздат, 2000. — 703 с. — 10 000 экз. — ISBN 5-203-01883-9.
  • Комдивы т4|865-867.
  • Александр Бек. Волоколамское шоссе 2020 йыл 9 июнь архивланған..
  • Голушко И. М. Солдаты тыла. — М.: Воениздат, 1988. — 270 с.
  • Чистяков И. М. Служим Отчизне. — М.: Воениздат, 1985, стр. 70.
  • Бахытжан Момыш-улы Во имя отца. роман-эссе. — Алма-Ата: Жалын, 1991
  • Ашимбаев Д. Р. Кто есть кто в Казахстане. — Алматы, 2012.
  • Легендарный батыр: к столетию со дня рождения Героя Советского Союза Бауыржана Момышулы. Документы, архивные материалы, воспоминания. — Москва: Леном, 2010. - 415 с.; ISBN 5-89711-018-2.
  • Нуршаихов А. Дорогой памяти: Роман-диалог о Б. Момыш-Улы. — М.: Советский писатель, 1985.
  • Егембердиева Ж. Жизнь - легенда: Роман--эссе о Б. Момыш-улы]. — Алма-Ата: Жазушы, 1990.