Башҡортостандың ете мөғжизәһе

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску

Башҡортостандың ете мөғжизәһе — 2009 йылда башҡорт балына, «Урал батыр» эпосына, Шүлгәнташ мәмерйәһенә, Янғантауға, Салауат Юлаев һәйкәленә, ҡурайға, Красноусол минераль сығанаҡтарына «Башҡортостандың ете мөғжизәһе» тигән статус бирелә.

Салауат Юлаев һәйкәле[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Салауат Юлаев етәкләгән азатлыҡ көрәше — башҡорт халҡы тарихындағы иң сағыу ваҡиға.

1967 йылда Өфөлә Салауат Юлаев һәйкәле асыла. Был һыбайлы монументы С. Д. Тавасиев тарафынан һынландырылған, архитекторы — М.Ғ.Ғәйнетдинов.

Салауат һыны — Европалағы иң бейек һәйкәл. Рәсәйҙә ат һынындағы иң ҙур һәйкәл, бейеклеге – 9,8 метр, ауырлығы – 40 тонна. Һәйкәлдең образы республика гербында сағылыш тапҡан.

Башҡорт балы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Башҡорт балы — баллы үҫемлектәрҙең сәскә һуттарынан бал ҡорттары йыйған биологик актив продукт.

Сифаты яғынан бөтә донъяла юғары баһалана. Башҡорт бал ҡортоноң да ҡиммәте ҙур. Башҡорттар бик борондан солоҡсолоҡ менән шөғөлләнгән.

Ҡурай[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡурай

Башҡорт халҡының милли музыка ҡоралы ҡурай үҙен ижад иткән халыҡтың быуаттарға олғашҡан тарихының шаһиты ул.

Ул һағышты ла, шатлыҡты ла, нескә лириканы ла, эпик юғарылыҡты ла көйләүгә һәләтле.

Ҡурайҙа уйнау оҫталығы быуындан-быуынға тапшырыла килә. Ҡурай Башҡортостан гербында урын алған.

«Урал батыр» эпосы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Эпос — башҡорт ауыҙ-тел ижадының иң боронғо ҡомартҡыһы.

Башҡорттарҙың «Урал батыр» эпосы донъя халыҡтары мәҙәниәтенең айырылғыһыҙ өлөшө һәм ҡомартҡыһы.

Эпосты 1910 йылда М. Буранғолов яҙып алған.

Красноусол минерал сығанаҡтары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ғафури районында диңгеҙ кимәленән 132—136 метрҙағы бейек үренән ағып сыға.

Был минерал сығанаҡтың төп дауалау факторҙары шунда: унда хлор-натрийлы, водородлы көкөрт матдәләре бар.

1944 йылда Красноусол шифаханаһы эшләй башлай.

Шүлгән мәмерйәһе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Шүлгәнташ

Башҡортостандың Көньяҡ Уралдағы иң ҙур карст мәмерйәләренең береһе. Ул Бөрйән районында Ағиҙелдең уң яҡ ярында урынлашҡан.

Мәмерйә өс ҡатлы, дөйөм оҙонлоғо ике саҡрымдан ашыу. 1965 йылда Шүлгәнташ мәмерйәһе һәм уның тирә-яғы Рәсәйҙең тәбиғи ҡурсаулығы тип иғлан ителә.

Янғантауҙың шифалы быуҙары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бальнеологик киң профилле шифалы быулы тау Башҡортостандың Салауат районында урынлашҡан.

Ул Йүрүҙән йылғаһының уң яҡ яры буйында, диңгеҙ кимәленән 413 метр бейеклектә урын алған.

1944 йылда Янғантау курорты асыла. Янғантау шифаханаһы ун биш төрлө дауалау нигеҙендә Рәсәйҙә беренсе урында тора.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

УДК 821.512.141-4 ББК 84 (Рос=Баш)-4 С-30 Семь чудес Башкортостана / сост. Г.Галимова, М. Котлугаллямов, Р.Магадеева. — Уфа: Китап, 2010.-208 с.: ил. ISBN 978-5-295-05204-0

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]