Нуриманов Баһауетдин Йәләлетдин улы
Нуриманов Баһауетдин Йәләлетдин | |
Тыуған ваҡыты | |
---|---|
Тыуған урыны |
Өфө губернаһы Бөрө өйәҙе (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Нуриман районы) Яңы Күл ауылы |
Үлгән ваҡыты | |
Вафат урыны |
Ырымбур губернаһы |
Хеҙмәт иткән урыны | |
Хәрби алыш/һуғыш |
Нуриманов Баһауетдин Йәләлетдин улы (2 май 1893 йыл — 11 август 1918 йыл) — Башҡортостандағы инҡилаб хәрәкәте етәкселәренең береһе, Рәсәйҙәге Граждандар һуғышында әүҙем ҡатнашыусы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Баһауетдин Йәләлетдин улы Нуриманов 1893 йылдың 2 майында Өфө губернаһының Бөрө өйәҙе (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Нуриман районы) Яңы Күл ауылында тыуған.
Башланғыс белемде ауыл мәҙрәсәһендә ала, ғаиләләре Силәбегә күсеп килгәс, уҡыуын ҡаланың рус телле башланғыс мәктәбендә дауам итә. 1917 йылда РСДРП(б) партияһына инә һәм Өфө эшселәр һәм һалдаттар Советы ағзаһы булып китә. Һуңынан Баһауетдин Нуримановты РСДРП(б)-ның Өфө комитеты Татар-башҡорт бюроһына рәйес итеп һайлай. Уның инициативаһы менән «Алға!» («Вперед!») тигән большевистик газета сыға башлай[1] Баһауетдин Йәләлетдин улы 1917 йылдың октябрендә Өфөлә үткән Урал башҡорттары һәм татарҙары съезының төп ойоштороусыһы була.
Октябрь инҡилабынан һуң, Нуриманов атаман Александр Ильич Дутовтың казак ғәскәрҙәре менән көрәшкән Өфө губернаһында ойошторолған хәрбиләштерелгән отряд сафына инә.
1918 йылдың февралендә аҡтарҙан азат ителгән Ырымбурҙа — мосолмандарҙың хәрби-революцион комитетын, ә аҙаҡ губернаның мосолман комиссариатын булдыра. Башҡорттарҙан делегат итеп Баһауетдин Нуриманов ебәрелә. Күп тә үтмәй, ул ошо комитеттың һәм Башҡортостанда ғәҙәттән тыш эштәр буйынса комиссар булып китә[2].
1918 йылдың көҙөндә, ҡыҙылдарҙың Ырымбурҙан сигенгәненән һуң, Нуриманов, аҡтарҙың тылында эшләү өсөн, Орскиҙа ҡала, әммә тиҙ арала ҡулға алына. Ырымбур ҡалаһында Башҡорт хәрби советы большевиктар менән хеҙмәттәшлек иткәне өсөн, ситтән тороп, уны атыу тураһындағы ҡарарын сығара.
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡортостанда Нуриман районы һәм ҡала-ауылдарҙа урамдар уның исемен йөрөтә.
- Өфөлә мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Кузыев Р. У. Баһау Нуриманов. Өфө, 1955;
- Асабин Е. П. Революция байрағы аҫтында. Өфө, 1991.
- Юрий Узиков. Исторические памятники Уфы. [1] (на рус.яз.) «Китап» нәшриәте, 1999, 111-112 с. ISBN 5-295-02294-3.
Дом, в котором жил Нуримнов Б. Я. Коммунистическая улица, 5.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- НУРИМАНОВ Багаутдин (Балажетдин) Ялалетдинович
- «Вперед!» с Нуримановым(недоступная ссылка)
- Статья в Краткой энциклопедии Башкортостана(недоступная ссылка)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ НУРИМАНОВ Баһаутдин (Балажетдин) Йәләлетдин улы
- ↑ Нуриманов менән «Алға!» («Вперед!»)(недоступная ссылка)
- Алфавит буйынса шәхестәр
- 2 майҙа тыуғандар
- 1893 йылда тыуғандар
- Өфө губернаһында тыуғандар
- Нуриман районында тыуғандар
- 11 августа вафат булғандар
- 1918 йылда вафат булғандар
- Ырымбур губернаһында вафат булғандар
- Орскиҙа вафат булғандар
- Башҡорт АССР-ының дәүләт эшмәкәрҙәре
- Рәсәй революционерҙары
- Шәхестәр:Нуриман районы