Белогорье ҡурсаулығы
«Белогорье» дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы | |
---|---|
Категория МСОП — Ia (Ҡәтғи тәбиғи резерват) | |
Төп мәғлүмәт | |
Майҙаны | 2131 га |
Нигеҙләнгән ваҡыты | 1999 йыл |
Идара итеүсе ойошма | Рәсәй Федерацияһының Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығы |
Урынлашыуы | |
50°37′12″ с. ш. 35°58′12″ в. д.HGЯO | |
РФ субъекты | Белгород өлкәһе |
zapovednik-belogorye.ru | |
Белогорье ҡурсаулығы Викимилектә |
Белого́рье — Рәсәй Федерацияһының Белгород өлкәһендә урынлашҡан дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы.
Ҡурсаулыҡ төҙөлөү тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1999 йылда 1920 йылдарҙан башлап эшләп килгән «Ворсклалағы урман» ҡурсаулығы нигеҙендә ойошторолған. 1951 йылда ул уҡытыу-тәжрибә урман хужалығы тип үҙгәртелә, әммә унда хужалыҡ эштәре үткәрелмәй һәм һаҡлау режимы эшләүен дауам итә. 1979 йылда «Ворсклалағы урман» тәбиғәт ҡурсаулығы статусын ала.
1995 йылда ҡурсаулыҡ «Белогорье» исемен йөрөтә[1].
Дөйөм тасуирлама
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡурсаулыҡ — федераль әһәмиәттәге экологик, ғилми-тикшеренеү һәм экологик белем биреү учреждениеһы. Маҡсаты: тәбиғи процестарҙың һәм күренештәрҙең тәбиғи барышын, флора һәм фаунаның генетик фондын, үҫемлектәрҙең һәм хайуандарҙың айырым төрҙәрен һәм берләшмәләрен, Үҙәк Рәсәй ҡалҡыулығының типик һәм уникаль экологик системаларын һаҡлау һәм өйрәнеү.
Ҡурсаулыҡҡа түбәндәге бурыстар йөкмәтелә:
- Биологик төрлөлөктө һаҡлау һәм тәбиғәт комплекстарын һәм объекттарын, тәбиғәт биләмәләрен һаҡлау
- Ғилми тикшеренеүҙәр ойоштороу һәм алып барыу, шул иҫәптән «Тәбиғәт йылъяҙмаһын» алып барыу
- Тирә-яҡ мөхит мониторингын тормошҡа ашырыу
- Экологик белем биреү
- Иҡтисади һәм башҡа объекттарҙың урынлашыу схемалары һәм проекттарының дәүләт экологик экспертизаһында ҡатнашыу
- Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау өлкәһендә ғилми кадрҙар һәм белгестәр әҙерләүҙә ярҙам
Ҡурсаулыҡ алдына ҡуйылған бурыстарға ярашлы, уның структураһында ҡурсаулыҡ биләмәһен һаҡлау, ғилми, экологик белем биреү һәм төп эшмәкәрлекте тәьмин итеү бүлектәре бар.
Флораһы һәм фаунаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡурсаулыҡта һөтимәрҙәрҙең 62, ҡоштарҙың яҡынса 180 төрө, 16 төр ер-һыу хайуандары һәм һөйрәлеүселәр, бөжәктәрҙең 3000-дән ашыу төрө һәм үрмәксенең 300-ҙән ашыу төрө йәшәй. Уның территорияһында көпшәле үҫемлектәрҙең 370-кә яҡын төрө осрай. Балыҡтарҙың 15 төрө бар[[[2][3].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Истоки и организация заповедника . Архивировано из оригинала 19 октябрь 2012 года. на официальном сайте заповедника «Белогорье»
- ↑ http://www.zapovednik-belogorye.ru/node/16 Заповедник «Белогорье»]
- ↑ https://www.lifejourney.club/evropa/russia/tsentr/parki-zapovedniki-2/belogore.html Животные и растения заповедника «Белогорье»]
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Горышина Т. К., Тимофеева Е. К. Заповедник «Лес-на-Ворскле» // Заповедники европейской части РСФСР. Часть II / Под ред. В. В. Соколова, Е. Е. Сыроечковского. — М.: Мысль, 1989. — С. 138—151.
- Касаткина Г. А., Федорова Н. Н., Русаков А. В. Почвы и почвенный покров заповедника «Белогорье» 2020 йыл 29 ғинуар архивланған. // Вестник СПбГУ. Сер. 3: Биология. 2012. Вып. 1. С. 121—138. [1]
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Заповедник "Белогорье" :: Официальный сайт . zapovednik-belogorye.ru. Дата обращения: 24 ғинуар 2013. Архивировано 2 февраль 2013 года.
- Белогорье, государственный природный заповедник ● Каталог ООПТ РФ . belogor.zapoved.ru. Дата обращения: 24 ғинуар 2013. Архивировано 2 февраль 2013 года.
- Заповедная Россия: «Белогорье»
- Реконструкция заповедника «Белогорье» (youtube.com)