Беляев Павел Иванович
Беляев Павел Иванович | |
![]() | |
Заты | ир-ат |
---|---|
Гражданлығы |
![]() |
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Тыуған көнө | 26 июнь 1925[1][2][…] |
Тыуған урыны | Вологда өлкәһе, Бабушкинский район[d], Рослятинское сельское поселение[d], Челищево[d] |
Вафат булған көнө | 10 ғинуар 1970[1][3][…] (44 йәш) |
Вафат булған урыны | СССР, Мәскәү ҡалаһы[1] |
Үлем сәбәбе | перитонит[d] |
Ерләнгән урыны | Новодевичье зыяраты[d] |
Һөнәр төрө | Космонавт, лётчик-истребитель |
Уҡыу йорто |
Ейск юғары хәрби авиация институты[d] Ю. А. Гагарин исемендәге Хәрби-һауа академияһы[d] |
Летал на | Восход-2[d][5] |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Время в космосе | 1562 Минут |
Хәрби звание | полковник[d] |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
![]() |
Беляев Павел Иванович - (26 июнь 1925, Челищево, Төньяҡ Двина губернаһы — 10 ғинуар 1970, Мәскәү) — Советтар Союзы Геройы, СССР-ҙағы 10-сы летчик-космонавт, СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры (1965), совет-япон һуғышында ҡатнашҡан, полковник.
Ленин ордены, Ҡыҙыл Йондоҙ ордены һәм миҙалдар, шул иҫәптән К. Э. Циолковский исемендәге СССР Фәндәр Академияһының Алтын миҙалы кавалеры, Болгария Халыҡ Республикаһының Социалистик Хеҙмәт Геройы, Вьетнам Социалистик Республикаһының Хеҙмәт Геройы, Монголия Халыҡ Республикаһы Геройы. Ул Калуга, Калининград[6], Пермь, Вологда, Төмән[7], Снежинск, Березники[8]ҡалаларының почетлы гражданы итеп һайланған булған.
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Павел Иванович Беляев 1925 йылдың 26 июнендә Төньяҡ Двина өлкәһе (хәҙерге Бабушкин районы, Вологда өлкәһе ) Рослятинск районының Челищево ауылында тыуған. 1937-1941 йылдарҙа Каменск-Уральский ҡалаһындағы 3-сө урта мәктәптә, 1941-1942 йылдарҙа - Каменск-Уральскиҙың 1-се урта мәктәбендә уҡыған. 1942 йылда ун йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, Синара торба заводында токарь булып хеҙмәт юлын башлай. 1943 йылда ул үҙ теләге менән Ҡыҙыл Армия сафтарына ҡушыла һәм 1943-1944 йылдарҙа Удмурт Автономиялы Совет Социалистик Республикаһының Сарапул ҡалаһында урынлашҡан хәрби авиация осоусылар мәктәбенә ебәрелә. Училищены 1945 йылда тамамлай.
Хәрби летчик булараҡ, ул Тымыҡ океан флоты 12-сө һөжүм һауа дивизияһының 38-се Гвардия истребитель авиация полкы составында (1945 йылдың август-сентябре) совет-япон һуғышында ҡатнаша, артабан СССР Хәрби-диңгеҙ флотының авиация бүлектәрендә хеҙмәт итә.
1956 йылдан ул Хәрби-һауа көстәре академияһында (хәҙерге ваҡытта Ю.А. Гагарин исемендә) уҡыған һәм уны 1959 йылда тамамлаған.
Үҙләштергән самолеттары У-2, Ут-2, Як-7Б, Як-9, Як-11, Ла-11, МиГ-15 и МиГ-17, дөйөм осош ваҡыты 500-ҙән ашыу сәғәт була.
Космонавтикаға килеүе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1960 йылда ул космонавтар отрядына алына. Армияға алынған летчиктар араһында ул йәше буйынса ла, хәрби званиеһы (майор) һәм дәрәжәһе (эскадрилья командиры) буйынса ла ул иң олоһо була. Төркөм эсендә ул хеҙмәттәштәре исеме һәм атаһы исеме менән мөрәжәғәт иткән берҙән-бер кеше була. [9]Ул "Восток" һәм "Восход" тибындағы судноларҙа осоштар өсөн күнегеүҙәр үткән.
1965 йылдың 18-19 мартында ул Восход-2 космик корабы командиры булараҡ Йыһанға осош яһай. Осош ваҡытында икенсе пилот А. А. Леонов донъяла беренсе тапҡыр асыҡ Йыһанға сыға. Осоштоң һуңғы этабында, караптың йүнәлеш тотоу системаһы эшләмәҫ булып, автоматик режимдан сығыу мөмкинлеге булмағас, Беляев карапҡа ҡулдан йүнәлеш бирә һәм тормоз системаһын ҡабыҙа. Был операциялар космонавтикала беренсе тапҡыр башҡарыла[10]:77.
Артабанғы йылдарҙа ул «Союз» тибындағы караптарҙа осоу әҙерлеген үтә
Ул 1970-се йылдың 10 ғинуарында операциянан һуң перитонит арҡаһында вафат була.[11] Мәскәүҙә Новодевичье зыяратында ерләнгән.
Наградалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Советтар Союзы Геройы «Алтын йондоҙ» миҙалы һәм Ленин ордены (23 март 1965).
- Ҡыҙыл йондоҙ ордены (17 июнь 1961).
- «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы (11 ноябрь 1953).
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы (1945 йыл 9 май).
- «Японияны еңгән өсөн» миҙалы(1945 йылдың 30 сентябренә)
- «1941-1945 йылдарҙағы бөйөк ватан һуғышында маҡтаулы хеҙмәте өсөн» миҙалы(1965 25 май).
- «Сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштергән өсөн» миҙалы (19 март 1965).
- Йәнә 4 совет миҙалы һәм сит илдәрҙең маҡтаулы исемдәре һәм орден-миҙалдары бирелгән
Галерея[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Космонавтар П. И. Беляев һәм А. А. Леоновты Вологдала тәбрикләү (1965 йыл)
Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Беляев исеме бирелгән объекттар:
- Ай кратеры,
- кесе планета 2030Belyaev , 1969 йылдың 8 октябрендә асылған [12].
- СССР Фәндәр Академияһының (ӨФӨ)«Космонавт Павел Беляев» ис.фәнни-тикшеренеү судноһы
- Аэрофлот авиакомпанияһының VQ-BSH.борты
- Каменск-Уральский № 3 мәктәбе
- Мемориаль таҡтаташ
2015 йылдың 9 майында Звездный Городокта Бөйөк Ватан һуғышыБөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан өс осоусы: Г. Т. Береговой , Н. Ф. Кузнецов һәм П. И. Беляев иҫтәлегенә скульптура портреттары булған мемориаль таҡта асыла (скульптор Андрей Следков)
- Почта маркалары
![]() |
![]() |
![]() |
Павел Беляев һәм Алексей Леонов. СССР Восход-2. , 1965 йылда | Почта маркаһы Куба, 1965 йылда | Почта маркаһы ГДР, 1965 йылда |
Фильм[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- «Время первых» (2017).. Беляев ролендә Константин Хабенский.
Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ 1,0 1,1 1,2 Беляев Павел Иванович / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
- ↑ http://www.astronautix.com/astros/belyayev.htm
- ↑ 3,0 3,1 http://www.britannica.com/EBchecked/topic/60231/Pavel-Belyayev
- ↑ http://link.springer.com/content/pdf/10.1007%2F978-0-387-84824-2_9.pdf
- ↑ http://www.spacefacts.de/english/e_first.htm
- ↑ Беляев Павел Иванович
- ↑ Почётные граждане Тюмени — Павел Беляев
- ↑ Владимир Максимович Михайлюк Город белых берёз — Пермское книжное издательство, 1982. — 157 б.
- ↑ С человеком на борту. - М.: Сов. писатель, 1985; Воениздат, 1990.
- ↑ Владимир Попов К 50-летию первого в мире выхода человека в открытый космос. «Алмаз-2», выходи… // Авиапанорама. — М., 2015. — № 1. — С. 71—80.
- ↑ Павел Беляев
- ↑ Schmadel, Lutz D. Publication dates of the MPCs // Dictionary of Minor Planet Names. Addendum to Fifth Edition: 2006–2008 — Heidelberg, N. Y., Dordrecht, L.: Springer, 2003. — P. 221. — 316 p. — ISBN 978-3-642-01964-7.
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Б. Е. Черток. Ракеты и люди. — М.: Машиностроение, 1999. — ISBN 5-217-02942-0
- Н. П. Каманин. Скрытый космос. — М.: Инфортекс-ИФ, 1995. — ISBN 5-93345-001-4, ISBN 5-93345-002-2
- С. П. Королёв. Энциклопедия жизни и творчества. / Под ред. В. А. Лопота. — М.: РКК «Энергия» им. С. П. Королёва, 2014. — ISBN 978-5-906674-04-3
- 26 июндә тыуғандар
- 1925 йылда тыуғандар
- Вологда өлкәһендә тыуғандар
- 10 ғинуарҙа вафат булғандар
- 1970 йылда вафат булғандар
- Мәскәүҙә вафат булғандар
- Советтар Союзы Геройҙары
- Ленин ордены кавалерҙары
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалерҙары
- «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- «Японияны еңгән өсөн» миҙалы менән наградланыусылар
- «1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышындағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн» миҙалы менән наградланыусылар
- «Сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштергән өсөн» миҙалы менән наградланыусылар
- I дәрәжә «За безупречную службу» миҙалы менән наградланыусылар
- II дәрәжә «За безупречную службу» миҙалы менән наградланыусылар
- СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастерҙары
- ВДНХ алтын миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- Социалистик Хеҙмәт Геройҙары БХР
- МХР Геройҙары
- Вьетнам Хеҙмәт Геройҙары
- Георгий Димитров ордены кавалерҙары
- Сухэ-Батор ордены кавалерҙары
- Карл Маркс ордены кавалерҙары
- Сүриәнең Ҡаҙаныштар ордены кавалерҙары
- Хо Ши Мин ордены кавалерҙары
- КПСС-тың XXIII съезы делегаттары
- Бөйөк Ватан һуғышы осоусылары
- Совет гвардияһы
- Алфавит буйынса шәхестәр