Бенгюташ Сабиһа

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Бенгюташ Сабиһа
төр. Sabiha Ziya Bengütaş
Рәсем
Заты ҡатын-ҡыҙ
Гражданлығы Flag of Turkey.svg Төркиә
Тыуған көнө 1904
Тыуған урыны Ғосман империяһы, Истанбул
Вафат булыу көнө 2 октябрь 1992({{padleft:1992|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:2|2|0}})
Вафат булған урыны Төркиә, Анкара
Һөнәр төрө рәссам, скульптор

Сабиһа Зия Бенгюташ (төр. Sabiha Ziya Bengütaş; 1904, Истанбул — 2 октябрь 1992, Анкара) — беренсе төрөк ҡатын-ҡыҙ скульпторы[1].

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сабиһа Зия 1904 йылда Истанбулда тыуа[2]. Уның апаһы һәм ағаһы була[3]. Сабиһа Әйүпсолтан Нумуне мәктәбендә уҡый, хәҙер был уҡыу йорто Әйүптәге Анатолиия урта мәктәбе исемен йөрөтә. Артабан ул дүрт йыл атаһы хәрби хеҙмәттә[4] булған Дамаскта йәшәй (Сүриә, ул заманда Ғосман империяһының бер өлөшө була). Унда Сабиһа Зия уҡыуын дауам итә, бер йыл буйы француз католик мәктәбенә йөрөй. Төркиәгә ҡайтҡас, уларҙың ғаиләһе Бююкада утрауында йәшәй башлай, ошонда ул Көпрөлө Фуат-паша мәктәбендә урта белем ала. 1920 йылда Сабиһа Истанбул Нәфис сәнғәттәр академияһының (ғосман. Sanayi-i Nefise Mektebi, хәҙерге Мимар Синан университеты) һынлы сәнғәт һәм скульптура департаментында сәнғәтте өйрәнә башлай. Ул — үҙе уҡыған класта тәүге ҡатын-ҡыҙ студент. Уның уҡытыусылары араһында рәссам Фейхаман Дуран була. 1924 йылда Сабиһа Римдә (Италия Нәфис сәнғәттәр скульптор Эрменеджильдо Луппи (1877—1937) оҫтаханаһында тәжрибә туплай[2].

Һуңғараҡ Сабиһа Зия дипломат һәм шағир Абдулхаҡ Хәмит Тархандың ейәне Шакир Әмин Бенгюташҡа кейәүгә сыға. Ул ире менән бергә йыш ҡына сит илдәрҙә була. Ире пенсияға сыҡҡандан һуң уларҙың ғаиләһе Анкараның Малтепе биҫтәһендә йәшәй. Сабиһа аҙаҡ үҙенең яңғыҙлығын биҙәүсе Нурол исемле ҡыҙ таба[3].

Сәнғәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1925 йылда Истанбулдың Галатаһарай биҫтәһендәге күргәҙмәгә Сабиһа Зия эшләгән өс бюст ҡуйыла. Киләһе йылына уның тағы өс бюсы шул уҡ күргәҙмәлә күрһәтелә. Сабиһа эштәренең бер өлөшө танылған кешеләр: шағир Әхмәт Һашим (1884?-1933), драматург һәм шағир Абдулхаҡ Хәмит Тархан (1852—1937), беренсе мосолман актрисаһы Бедиа Муваһһит (1897—1994), генерал һәм дәүләт эшмәкәре Ғәли Фуат Джебесой (1882—1968), Төркиәнең беренсе туташы Мевһибе Инён (1897—1992) һәм сәйәсмән Хәсән Ғәли Юджелгә (1897—1961) арнала.

1938 йылда Сабиһа хәҙерге Төркиәгә нигеҙ һалыусы Мостафа Кәмал Ататөрккә (1881—1938) һәм генерал һәм дәүләт эшмәкәре Исмәт Инёнгә (1884—1973) арналған скульптураларҙың ике ярышында төп призды ота. Ататөрк статуяһы элекке президенттың Чанкая һарайы баҡсаһына, ә Инён статуяһы Муданье солохо (1922) тураһындағы иҫтәлек итеп Муданьела урынлаштырыла. Сабиһа итальян скульпторы Пьетро Каноникиға 1928 йылда Истанбулдың Таксим майҙанына ҡуйылған Республика Монументын эшләүҙә ярҙам итә.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Sabiha Behgütaş. Biyografya. 22 марта 2018 тикшерелгән.
  2. 2,0 2,1 Sabiha Bengütaş. İstanbul Kadın Müzesi. 22 марта 2018 тикшерелгән.
  3. 3,0 3,1 Sabiha Ziya bengütaş  (төр.). Sabiha Bengütaş. 22 марта 2018 тикшерелгән.
  4. Tırnakçı, Hazal (2016-01-04). «Erkek egemen toplum anlayışına karşı ilk kadın heykeltıraş: Sabiha Ziya Bengütaş» (tr) (Gaia Dergi). Проверено 22 марта 2018.