Бенхабиб Сейла
Бенхабиб Сейла | |
Тыуған көнө |
9 сентябрь 1950[1][2] (74 йәш) |
---|---|
Ил | |
Бенхабиб Сейла (ингл. Seyla Benhabib, 9 сентябрь 1950) — Йель университетында политология һәм философия профессоры, этика, сәйәсәт һәм иҡтисад буйынса программа директоры. Үҙ тикшеренеүҙәрендә феминистик һәм критик социаль теорияны берләштергән билдәле хәҙерге заман философы. Элегерәк Нью-Йорк штатында Стоуни-Бруктың Бостон университетында, Социологик тикшеренеүҙәрҙең Яңы Мәктәбендә философия кафедраларында һәм Гарвард университетының идара итеү кафедраһында уҡыта.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сейла Бабиб Истанбулда сефард йәһүд ғаиләһендә тыуа[3], ҡыҙҙар өсөн Америка колледжында белем ала, ә һуңынан АҠШ-та Брандейс университетының (Массачусетс штаты) философия факультетында уҡыуын дауам итә. 27 йәшендә, Йель университетында философия докторы дипломын алып, Бенхабиб Европаға ҡайта һәм ун биш йылдан ашыу Германияла йәшәй, унда "Франкфурт" философия мәктәбе эйәрсендәре йүнәлешендә әүҙем ғилми эшмәкәрлек алып бара. 1991 йылда Нью-Йоркка социологик тикшеренеүҙәрҙең яңы мәктәбенә — Колумбия Университетына яҡын бойондороҡһоҙ ғилми учреждениеға эшкә саҡырыла. 1993 йылда Гарвард университетына профессор вазифаһына күсә, бер үк ваҡытта Гарвард Европа Тикшеренеүҙәре үҙәгенең өлкән ғилми хеҙмәткәре була. 2000 йылдан алып Сейла Бенхабиб — Йель университетының политология һәм философия профессоры. Әлеге ваҡытта Вена Һәм Амстердам университеттары сәйәси фәлсәфә буйынса курстар алып бара. Шулай уҡ Халыҡ-ара мөнәсәбәттәрҙә Этика буйынса редакция консультация советында эшләй. Сейла Бенхабиб феминистик хәрәкәттең әүҙем ҡатнашыусыһы .
Әҫәрҙәре исемлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]12 китап авторы, шул иҫәптән:
- «Критика, нормы и утопия» (Critique, Norm and Utopia, 1986),
- «Самоопределение» (Situating the Self, 1992),
- «Трансформация гражданства» (Transformation of Citizenship, 2000),
- «Притязания культуры» (The Claims of Culture, 2002),
- «Чужестранцы, граждане, резиденты» (Aliens, Citizens, and Residents, 2004).
Сейла Бенхабиб мөхәррирлеге аҫтында алты коллектив монография баҫтырылған, Ханна Арендт һәм Герберт Маркузе эштәренең инглиз теленә тәржемәләрен юғары баһалай. Әлеге ваҡытта Европа һәм Американың иң абруйлы фәлсәфәүи, политологик һәм социологик журналдарында баҫылып сыға.
Төп идеялары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сейла Бенхабибтың иғтибар үҙәгендә хәҙерге көнбайыш социологтары тарафынан әүҙем әҙерләнгән мульткультурализм концепцияһы һәм ниндәй дәрәжәлә мульткультурализм принциптарының көнбайыш демократияһының либераль нигеҙҙәренә ҡаршы килеүе, ниндәй дәрәжәлә «мәҙәниәттәр дәғүәһе» азатлыҡ һәм тигеҙлек тураһындағы фундаменталь төшөнсәләр менән берләшеүе тураһындағы мәсьәләләр.
Шәхси тормошо
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Cейла Бенхабиб билдәле журналист һәм автор Джиме Слипере менән никахта тора, ул әлеге ваҡытта Йель университетының политология лекторы.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Seyla Benhabib // Munzinger Personen (нем.)
- ↑ WorldCat Entities (ингл.) — OCLC, Inc., 2022.
- ↑ Хиллари Патнэм «Ethics Without Ontology»