Бикташева Тәлиғә Миңлевәли ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Тәлиғә Бикташева
Тыуған ваҡыты:

28 ноябрь 1911({{padleft:1911|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:28|2|0}})

Тыуған урыны:

Өфө губернаһы, Өфө өйәҙе, Арыҫлан ауылы[1]

Вафат ваҡыты:

14 октябрь 1995({{padleft:1995|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:14|2|0}}) (83 йәш)

Вафат урыны:

Мәскәү

Гражданлығы:

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһыСовет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Наградалары:
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены — 1955 «Почёт Билдәһе» ордены  — 1969
Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы

Бикташева Тәлиғә Миңлевәли ҡыҙы (28 июль 1911 йыл — 14 октябрь 1995 йыл) — башҡорт театр актёры, Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1955). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1955) һәм «Почёт Билдәһе» (1969) ордендары кавалеры.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тәлиғә Миңлевәли ҡыҙы Бикташева 1911 йылдың 28 июлендә Өфө губернаһының Өфө өйәҙе Арыҫлан ауылында[1] тыуған. 1932 йылда Башҡорт сәнғәт техникумын тамамлай. 1930 йылдан ғүмеренең аҙағына тиклем Тәлиғә Бикташева Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында уйнай. Cәхнәлә ул сағыу, үҙенсәлекле ролдәр тыуҙырыуға ирешә. Актрисаның тормош юлдашы — актёр, режиссёр Тимербулат Имашев. Ҡыҙҙары Эльмира Недосеева Мәскәүҙә йәшәй, әле хаҡлы ялда.

Ролдәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡарлуғас («Ҡарлуғас», Б. Бикбай), Көнбикә («Бисәкәй», А. Мөбәрәков), Мәрзиә («Ул ҡайтты», Ә. Атнабаев), Илбикә («Әсә хөкөмө», Ә. Атнабаев), Ксения («Борис Годунов», А. Пушкин), Мәстүрә («Йырланмаған йыр», М. Кәрим) һәм башҡалар.

Бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Актрисаның хеҙмәте 1955 йылда Мәскәүҙә уҙғарылған Башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһында юғары баһаға лайыҡ була. Ошо уҡ йылда Тәлиғә Бикташева — Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены, ә 1969 йылда «Почёт Билдәһе» ордены менән бүләкләнә.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 Хәҙерге Башҡортостан, Шишмә районы.

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бикташева Тәлиғә Миңлевәли ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2017. — ISBN 978-5-88185-143-9.