Билл Тилден

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Билл Тилден
Рәсем
Заты ир-ат[1][2]
Гражданлығы Flag of the United States (1912-1959).svg Америка Ҡушма Штаттары
Тыуған көнө 10 февраль 1893({{padleft:1893|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:10|2|0}})[3][2][4][5][6][7]
Тыуған урыны Америка Ҡушма Штаттары, Пенсильвания, Филадельфия, Джермантаун[d][3]
Вафат булыу көнө 5 июнь 1953({{padleft:1953|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:5|2|0}})[3][2][5][6] (60 йәш)
Вафат булған урыны Америка Ҡушма Штаттары, Калифорния, Лос-Анджелес[3]
Үлем төрө тәбиғи үлем[d]
Причина смерти Миокард инфаркты[8], Инсульт һәм коронарный тромбоз[d]
Бер туғандары Herbert Morris Tilden[d]
Һөнәр төрө теннисист, теннисный тренер
Бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәре
Уҡыу йорто Пенсильванский университет[d]
Спорт командаһы ағзаһы сборная США по теннису в Кубке Дэвиса[d][3]
Спорт төрө теннис
Одиночные матчи (в/п) 1–4
Играющая рука правша[d][4]
Бейеклек 188 сантиметр
Призовой фонд
Commons-logo.svg Билл Тилден Викимилектә

Уильям Тейтем (Ҙур Билл) Тилден (ингл. William Tatem «Big Bill» Tilden; 10 февраль 1893(18930210), Филадельфия — 5 июнь 1953, Лос-Анджелес) — АҠШ тенниссыһы.

  • Ҙур шлем турнирының яңғыҙ разрядында ун тапҡыр еңеүсе
  • Ҙур шлем турнирының ир-егеттәрҙең парлы һәм ҡатнаш разрядтарында ун бер тапҡыр еңеүсе
  • Грунтлы (тупраҡлы) кортта донъя чемпионы (1921)
  • Дэвис кубогына ете тапҡыр эйә булыусы (1920—1926)
  • Профессионалдар араһында ике тапҡыр АҠШ чемпионы (1931, 1935), профессионалдар араһында Франция чемпионы (1934)

1959 йылдан алып Халыҡ-ара теннис даны залы ағзаһы.

Дөйөм мәғлүмәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Кесе Уильям Тейтем Филадельфия ҡалаһында сығышы менән Великобританиянан булған хәлле ғаиләлә тыуа. Ул өлкән апайҙары һәм ағаһының үлеменән һуң туғыҙ йыл үткәс тыуған һуңғы бала була. Малайҙың тәрбиәһе менән әсә шөғөлләнә, һәм малай йомшаҡ, иркә булып үҫә. Ниндәйҙер кимәлдә Биллға әсәләш ағаһы Герберт атаһын алмаштыра, ул да теннис менән шөғөлләнә. Теннистан тыш, Билл бала сағынан шиғриәт, театр һәм музыка менән мауыға, һуңғараҡ килеменең күп өлөшөн ошо шөғөлдәренә тотона[9].

Китаптары һәм сәхнә карьераһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тилден теннис тураһында бер нисә китап яҙа:

  • «Паун-теннис сәнғәте» (ингл. The Art of Lawn Tennis, 1922)
  • «Нисек матч уйнарға һәм тупты бороп биреү» (ингл. Match Play and the Spin of the Ball, 1925)
  • «Тенниста уйындарҙы камиллаштырыу» (ингл. How to Play Better Tennis, 1950)

Ул шулай уҡ әҙәби әҫәрҙәр — хикәйәләр, романдар һәм «Бөтәһе лә нимәлер теләй» тигән пьеса яҙа (ингл. They All Want Something, 1926), пьсеаһы күпмелер ваҡытта сәхнәлә ҡуйыла. Тилден был пьесала үҙе бер ролдә уйнай. Ул шулай уҡ 1926 йыл дауамында ике бродвей спектаклендә ҡатнаша.[10].

Енси янъялы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Билл үҙе ғаилә ҡормай. Йәш сағында ул үҙенең гомосексуал ҡылығын аңлай, ә әүҙем уйын карьераһы аҙағына был әүәҫлеге нығыраҡ һиҙелә башлай. 1939 йылға ҡарай уның быға артыҡ өҫтөнлөк биреүе тураһында имеш-мимештәр киң тарала, һәм уға малайҙарҙы өйрәтергә ышанып тапшырмаҙар (ғөмүмән, балаларҙы). Лос-Анджелесҡа күсеп килгәс, күпмелер ваҡыт билдәле актрисалар Грета Гарбо һәм Кэтрин Хепберн менән күнекмәләр үткәрә.

1946 йылда Тилден 14 йәшлек малай менән бергә тотола. Ул балиғ булмағандарҙы аҙҙырыуҙа ғәйепләнә, һәм полиция бүлексәһендә үҙ ғәйебен таный. Әммә судта ул элекке гомосексуал бәйләнештәрен инҡар итә. Суд Тилденды бер йыл төрмәгә хөкөм итә, ул унан ваҡытынан алда, ете ай ярымдан һуң, азат ителә, балиғ булмағандарға яҡын барыу тыйыла, шулай итеп ул тренерлыҡ өсөн эш хаҡынан мәхрүм ҡала. 1949 йылда ул үҫмер юлаусыны ултыртып барғанында әҙәпһеҙ тәҡдим яһағаны өсөн ҡабаттан ҡулға алына. Ул азат ителеүҙең шарттарын боҙған өсөн яңынан бер йылға төрмәгә хөкөм ителә, әммә 1949 йылдың декабрендә тағы ла ваҡытнан алда азат ителә.

Икенсе тапҡыр төрмәнән сыҡҡандан һуң унан хатта иҫке дуҫтары ла ситләшә, Филадельфияла теннис карьераһын башлаған крикет клубының диуарҙарынан уның фотоһүрәттәре алып ташлана. Бер аҙ ҡалған дуҫтары уға финанс яҡтан ярҙам итә, ә 60 йыллығы хөрмәтенә һөнәри теннис турниры ойошторорға маташа, әммә был маташыуҙар йәмәғәтселектең сыуалышынан һуң килеп сыҡмай. Ул бынан һуң күп тә тормай, профессионалдар араһындағы АҠШ чемпионатына әҙерләнеп йөрөгәндә, Лос-Анджелеста вафат була.

Кинола һәм әҙәбиәттә.[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1941 йыл Тилден ун минутлыҡ «Ҙур Тилден Билл» тигән документаль фильмда төшә (ингл. Big Bill Tilden). 2011 йылда «Ҙур Билл: триумфы һәм трагедиялары» тип аталған фильмын сығарыу күҙ уңында тотола (ингл. Big Bill:Triumphs and Tragedy).

Тилден Владимир Набоковтың «Лолита» романында ысын исеме телгә алынмай эпизодик персонаж сифатында «элекке данлыҡлы чемпион, һонтор, йыйырсыҡлы ҡарт туплы малайҙарҙан торған һәрәме менән» тип тасуирлана, уның баш героиняһы унан теннис дәрестәре ала. Китабында уның исеме Нед Лайтем (ингл. Ned Litam), был Тилден ысынбарлыҡта ҡулланған Ma Tilden әҙәби псевдонимының анаграммаһы булып тора[11].

Спорт карьераһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һәүәҫкәрлек карьераһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Билл Тилден теннисты Джерментаун крикет клубында уйнай башлай. Ете йәшендә беренсе балалар туринирында еңеү яулай, ә һигеҙ йәшендә юниорҙар араһында 15 йәшкә тиклемге категорияла еңеп сыға.

Ҡатнаш парлы разрядтарҙа ул иртә уңышҡа өлгәшә башлай. 1918 йылда егерме йәшендә беренсе АҠШ чемпионы титулын яулай. 1918 йылда ул АҠШ чемпионатының яңғыҙ разрядта беренсе финалға эләгә, әммә өс партияла еңелә. Киләһе йылда, шулай уҡ өс партияла үҙенең аҙашы «Бәләкәй Билл» Джонстонтан ҡалыша, ул биргән бер геймды ла ала алмай.

АҠШ командаһы Дэвис Кубогында: Винсент Ричардс, Билл Тилден һәм Билл Джонстон

Был еңелеүенән һуң Тилденбөтә ҡышты бинала күнекмәләр үткәреүенә арнай, ул ябыҡ ракетка менән һуғыуҙы эшкәртә һәм дөйөм формаһын яҡшыртыу өсөн ауыр физик хеҙмәт менән шөғөлләнә[12]. Бер йылдан һуң АҠШ чемпионаты финалында Джонстонды биш партияла еңә. 1920 йыла Уимблдон турнирында яңғыҙ разрядта тәүге американлы булып уйнап, еңеп сыға, һуңынан был уңышын 1921 йылда ҡабатлай. 1921 йылда, АҠШ чемпионаты һәм Уимблдондан башҡа, ул шулай уҡ Франциялағы тупраҡ майҙансыҡта донъя Чемпионатында еңеүсе була[13]. Шулай уҡ АҠШ чемпионатында ер майҙансыҡтарҙа ете тапҡыр, шул иҫәптән 1922 йылдан алып алты тапҡыр рәттән, һәм дүрт тапҡыр — АҠШ чемпионатында ябыҡ биналарҙа еңеү яулай.

1920 йылдан алып 1926 йылға тиклем Тилден АҠШ йыйылма командаһы менән Дэвис Кубогын рәттән ете тапҡыр яулай, был йылдарҙа ошо ярыш сиктәрендә 13 яңғыҙ матчтарҙы яулай.

Тилден 1930 йылға тиклем, 37 йәшендә Францияның ҡатнаш разрядта чемпионы булып, өсөнсө тапҡыр Уимблдонда еңеп сығып һәм үҙенең һуңғы Ҙур шлем турнирында титулдарын яулағансы теннис буйынса үҙешмәкәр сығыштарын дауам итә, Ошонан һуң ул һөнәри турға ҡушылыу буйынса тәҡдимгә риза була.

Һөнәри карьераһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тилденға 1926 йылда һөнәри теннис турнеһында ҡатнашыуға контракт тәҡдим итәләр, әммә ул һәүәҫкәр рангында сығыштарын дауам итеүҙе өҫтөн күрә. Күп йылдар үткәс, ошо һайлау арҡаһында биш йыл карьераһын юғалтҡанын таный.

Тилдендың профессионалдарға күсеүе теннис өйрәнеүгә ҡағылған өс фильмын сығарыу буйынса «Метро Голдвин Майер» компанияһы менән контрактҡа ҡул ҡуйыуҙы тиҙләтә. Контракт Тилдендың хеҙмәтен түләүҙе лә күҙ уңында тота, был һәүәҫкәр теннис берекмәһенең тенниста уйнаған өсөн аҡса алыуын ҡәтғи тыйыуҙы боҙа 1928 йылда АҠШ-тың паун-теннис берекмәһе уның Уимблдон турниры тураһында мәҡәләләр яҙып аҡса эшләргә маташыуын иҫәпкә алып, 1928 йылда уны квалификацияһынан мәхрүм итә, әммә был ҡарар тамашасылар баҫымы аҫтында ғәмәлгә ашмай, уға берекмә етәкселегенә һәүәҫкәрҙәр ярышынан китеүен белдерергә тура килә.

Бынан һуң, 1930 йылдың 31 декабрендә, ул етәксе европа профессионалы, чех Карел Кожелуг менән матчтар серияһына контрактҡа ҡул ҡуя. Шул уҡ ваҡытта турға Тилдендың элекке партнеры һәм көнәркәше Фрэнк Хантер ҙа ҡушыла. Тилден Кожелугҡа ҡаршы матчтарҙың беренсе серияһын «ҡоро» иҫәп менән еңә, 9-0, һәм март айында ғына профессионал рангында унан беренсе тапҡыр еңелә, дөйөм алғанда май айына Тилдендың иҫәбе 27-6 була. Май айында шулай уҡ ул «ҡоро» иҫәп менән икенсе элекке билдәле һәүәҫкәр тенниссы һәм 1930 йылдағы профессионалдар араһындағы АҠШ чемпионы Винсент Ричардсты ҡыҫҡа матчтар серияһында еңеп сыға. Июль айында ул Ричардсты АҠШ чемпионатында парлы разрядта өс партияла еңеп, финалға барып етә, партнеры Хантер була. Был турнирҙа ул ҡатнашыусы сифатында ғына түгел, ә «New York Times» гәзитенең хәбәрсеһе булараҡ та сығыш яһай. Көҙ европа турнеһында, ул бер генә матчҡа, Кожелугтан, отола, ә ҡалған дәғүәселәрҙе, шулар иҫәбендә һөнәри теннистың күтәрелеп барыусы йондоҙо немец Ганс Нюсляйнды ла еңә. Бер йылда тур 240 мең доллар тиерлек күләмдә килем килтерә, ә Тилдендың Кожелугҡа ҡаршы беренсе матчы Madison Square Garden залында 14 мең самаһы тамашасыны йыя.

1932 йылда Тилден профессионалдар араһында АҠШ чемпионы титулын яҡлай алмай, Кожелугтан ярымфиналда еңелә. Берлинда донъя чемпионатында профессионалдар араһында ул. түңәрәк турнирҙа француз Пла Мартиндан ҡалышып, икенсе урын биләй[14]. 1933 йылдағы тәьҫирһеҙ сығыштарынан һуң, Тилден киләһе йылда яҡшы формаға ҡайта. Ул АҠШ чемпионатын үткәреп ебәрә, әммә бер нисә АҠШ-тың абруйлы турнирҙарында, Франциялағы ике абруйлы турнирҙа, шул иҫәптән Ролан-Гаррос стадионында үткән профессионалдар араһындағы Франция чемпионатында (бында ул финалда Пла Мартиндан өҫтөн сыға) һәм Англия турнирында еңеүҙәр яулай. Дөйөм алғанда, был йылда уға ҡарағанда тик йәштәр Нюсляйн һәм Вайнз Элсуорт яҡшыраҡ сығыш яһай[15].

1935 йылда Тилден Дэвис Кубогының профессиональ аналогы— Боннардель Кубогын булдыра. Июнь айында Нью-Йоркта үткән финалда, американлылар (Тилден һәм Брюс Барнс) 1-4 иҫәбе менән француздарҙан еңелә. Июлдә ул Саутпортта профессионалдар араһында Великобританияның Халыҡ- ара чемпионаты финалында Вайнздан еңелә һәм уның менән парлы разряд турнирында еңеп сыға. Сентябрь айында карьераһындағы икенсе АҠШ чемпионатында, финалда Кожелугтан өҫтөн сығып, еңеү яулай[16].

Тилден һуғыш башланғанға тиклем ҙур уңыштарға ирешә алмаһа ла, һөнәри турҙа сығыш яһауҙарын дауам итә. Икенсе донъя һуғышы йылдарында хәрби базаларҙа һалдаттар өсөн һәм госпиталдә яралы һалдаттар алдында ла тенниссылар төркөмө менән күрһәтмә матчтар уйнай. Һуғыш тамамланғандан һуң ул профессиональ тенниссыларҙың берекмәһен булдырыуҙа әүҙем ҡатнаша. (ингл. Professional Tennis Players Association, PTPA), АТР-тан элгәре. Уға 53 йәш булһа ла, профессиональ турнирҙарҙа, сирек һәм һәм ярымфиналға етеп, уңыштарға өлгәшә, ә 1945 йылдан АҠШ чемпионатында профессионалдар араһында парлы разрядта Винсент Ричардс менән бергә сығыш яһап, еңеп сыға.

Уйын стиле[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Карьераһының башланғыс этабына Тилдендың төп һөжүм ҡоралы булып уның көслө биреүе һәм ҡыҫҡа һуғыуҙары була. 1920 йыл башында ул бэкхендты юғары кимәлгә тиклем камиллаштыра, ошо алымы арҡаһында ул ғәмәлдә оҙаҡ йылдар дауамында еңелмәҫ була. Оҙон һәм оҙон ҡуллы Тилден, оҙон буйы өсөн Ҙур Билл атала, дәғүәселәр уйнаған ракетканан да еңелерәк ракетка ярҙамында шул тиклем көслө итеп һуға, туптың осоу тиҙлеге биреүендә 240 км/сәғәттән дә аша. Замандаштары йыш ҡына уның майҙансыҡта иҫ киткес сыҙамлығын һәм ике партияла ҡалышып та ҡыйын хәлдән сыға алыу һәләтен иҫкә ала.

Ҡаҙаныштары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

«Ассошиэйтед Пресс» агентлығының фекер белешеү һөҙөмтәләре буйынса, Тилден егерменсе быуаттың беренсе яртыһында иң яҡшы тенниссы тип таныла. 1959 йылда уны исеме Халыҡ-ара теннис даны залына индерелә.

Карьераһындағы Ҙур шлем турниры финалында ҡатнашыу (34)[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Яңғыҙ разрядта (15)[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Еңеү (10)[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Йыл Турнир Финалда

дәғүәсе

Финалда иҫәп
1920 Уимблдон

турниры

Австралия Джеральд Паттерсон 6-3, 7-5, 6-2
1920 АҠШ чемпионаты Билл Джонстон 6-1, 1-6, 7-5, 5-7, 6-3
1921 Уимблдон турниры (2) Южно-Африканский Союз Брайан Нортон 4-6, 2-6, 6-1, 6-0, 7-5
1921 АҠШ чемпионаты (2) Уоллес Джонсон 6-1, 6-3, 6-1
1922 АҠШ чемпионаты (3) Билл Джонстон 4-6, 3-6, 6-2, 6-3, 6-4
1923 АҠШ чемпионаты (4) Билл Джонстон 6-4, 6-1, 6-4
1924 АҠШ чемпионаты(5) Билл Джонстон 6-1, 9-7, 6-2
1925 АҠШ чемпионаты (6) Билл Джонстон 4-6, 11-9, 6-3, 4-6, 6-3
1929 АҠШ чемпионаты (7) Фрэнсис Хантер 3-6, 6-3, 4-6, 6-2, 6-4
1930 Уимблдон турниры (3) Уилмер Эллисон 6-3, 9-7, 6-4

Еңелеүҙәре (5)[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Йыл Турнир Финалда

дәғүәсе

Финалда иҫәп
1918 АҠШ чемпионаты Линдли Мюррей 3-6, 1-6, 5-7
1919 АҠШ чемпионаты (2) Билл Джонстон 4-6, 4-6, 3-6
1927 Франция Чемпионаты Франция Рене Лакост 4-6, 6-4, 7-5, 3-6, 9-11
1927 АҠШ чемпионаты (3) Франция Рене Лакост 9-11, 3-6, 9-11
1930 Франция Чемпионаты (2) Франция Анри Коше 6-3, 6-8, 3-6, 1-6

Ир-егеттәрҙең парлы разряды (8)[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Еңеү (6)[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Йыл Турнир Партнёр Финалда

дәғүәсе

Финалда иҫәп
1918 АҠШ чемпионаты Винсент Ричардс Фред Александер

Билз Райт

6-3, 6-4, 3-6, 2-6, 6-2
1921 АҠШ чемпионаты (2) Винсент Ричардс Ричард Норрис Уильямс

Уотсон Уошберн

13-11, 12-10, 6-1
1922 АҠШ чемпионаты (3) Винсент Ричардс Австралия Пат О’Хара-Вуд
Австралия Джеральд Паттерсон
4-6, 6-1, 6-3, 6-4
1923 АҠШ чемпионаты (4) Южно-Африканский Союз Брайан Нортон Ричард Норрис Уильямс

Уотсон Уошберн

3-6, 6-2, 6-3, 5-7, 6-2
1927 Уимблдон турниры Фрэнсис Хантер Франция Жак Брюньон
Франция Анри Коше
1-6, 4-6, 8-6, 6-3, 6-4
1927 АҠШ чемпионаты (5) Фрэнсис Хантер Билл Джонстон

Ричард Норрис Уильямс

10-8, 6-3, 6-3

Еңелеүе (2)[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Йыл Турнир Партнер Финалда

дәғүәсе.

Финалда иҫәп.
1918 АҠШ чемпионаты Винсент Ричардс Австралия Норман Брукс
Австралия Паттерсон Джеральд
6-8, 3-6, 6-4, 6-4, 2-6
1926 АҠШ чемпионаты (2) Альфред Чейпин Винсент Ричардс

Ричард Уильямс Норрис

4-6, 8-6, 9-11, 3-6

Ҡатнаш парлы разрядтар(11)[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Еңеүҙәре (5)[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Йыл Турнир Партнёр Финалда

дәғүәсе

Финалда иҫәп
1913 АҠШ чемпионаты Мери Браун Дороти Грин

К. С. Роджерс

7-5, 7-5
1914 АҠШ чемпионаты (2) Мери Браун Маргарет Майерс

Дж. Р. Роуленд

6-1, 6-4
1922 АҠШ чемпионаты (3) Мери Браун Хелен Уиллз

Говард Кинси

6-4, 6-3
1923 АҠШ чемпионаты (4) Молла Бьёрстедт-Мэллори Китти Маккейн

Джон Хокс

6-3, 2-6, 10-8
1927 Франция чемпионаты Германия Цилли Ауссем Бөйөк Британия Эйлин Беннетт-Уиттингстолл
Франция Анри Коше
6-4, 6-4

Еңелеүҙәре (6)[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Йыл Турнир Партнёр ФиналдаСоперники дәғүәсев финале Финал
1916 АҠШ чемпионаты Флоренс Баллин Элеонора Сирс

Уиллис Дэвис

4-6, 5-7
1917 АҠШ чемпионаты (2) Флоренс Баллин Молла Бьёрстедт-Мэллори

Ирвинг Райт

12-10, 1-6, 3-6
1919 АҠШ чемпионаты (3) Флоренс Баллин Мэрион Зиндерстейн

Винсент Ричардс

6-2, 9-11, 2-6
1921 АҠШ чемпионаты (4) Молла Бьёрстедт-Мэллори Мери Браун

Билл Джонстон

6-3, 4-6, 3-6
1924 АҠШ чемпионаты (5) Молла Бьёрстедт-Мэллори Хелен Уиллз

Винсент Ричардс

8-6, 5-7, 0-6
1927 Франция чемпионаты Испания Лили де Альварес Франция Маргарита Брокеди-Борде
Франция Жан Боротра
4-6, 6-2, 2-6

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. VIAF — 2012.
  2. 2,0 2,1 2,2 идентификатор BNF: اوپن ڈیٹا پلیٹ فارم, платформа відкритих даних, платформа открытых данных, plateforme de données ouvertes, piattaforma di dati aperti, Opendata-Plattform, otevřená data platforma, åben-data-platform, տվյալների բաց շտեմարան, platforma za odprte podatke, plataforma de datos abierta, plataforma de dados aberta, платформа адкрытых дадзеных, платформа на отворените данни, platforma otwartych danych, ашық деректер платформасы, ачык маалыматтарды платформа, açıq data platforma, ochiq ma'lumotlar platforma, açık verilerin platformu, платформа отвореног података, platforma otvorenih podataka, platforma otvorenog podataka, platforma otvorených údajov, πλατφόρμα ανοικτών δεδομένων, platformu atklātā datu, platforma atvira duomenų, platvormi avatud andmete, avoimen datan foorumi, nyílt adatok platformja, პლატფორმა ღია მონაცემები, платформа за отворени податоци, нээлттэй мэдээллийн тавцан, platformă de date deschise, platformo de malferma datumoj, open data platform, плятформа адкрытых зьвестак, Усьтэм даннойёслэн платформазы — 2011.
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 Tingay L. 100 years of WimbledonLondon Borough of Enfield: Guinness Superlatives, 1977. — P. 206.
  4. 4,0 4,1 сайт ITF
  5. 5,0 5,1 Encyclopædia Britannica
  6. 6,0 6,1 SNAC — 2010.
  7. Internet Broadway Database — 2000.
  8. Collins B. The Bud Collins History of Tennis: An Authoritative Encyclopedia and Record Book — 2 — New York City: New Chapter Press, 2010. — P. 651. — ISBN 978-0-942257-70-0
  9. Frank Deford. Out of the sun, into the shadows  (инг.). Sports Illustrated (January 20, 1975). Тәүге сығанаҡтан архивланған 27 апрель 2012. 2 июнь 2010 тикшерелгән.
  10. William T. Tilden II в Internet Broadway Database
  11. V. V. Nabokov. The Annotated Lolita — 1st Vintage Books ed.. — Vintage Books, 1991. — P. XLVII. — 457 p. — (Vintage Series). — ISBN 0-679-72729-9.
  12. Ron Borges. Tilden brought theatrics to tennis  (инг.). ESPN (January 20, 1975). Тәүге сығанаҡтан архивланған 27 апрель 2012. 2 июнь 2010 тикшерелгән.
  13. 1912-1914: The first World Clay Court Championships  (инг.)(англ.)
  14. History of the Pro Tennis Wars, Chapter IV: Tilden and Nusslein, 1932—1933  (инг.)(инг.)
  15. History of the Pro Tennis Wars, Chapter V: The Early Ascendancy of Vines, 1934  (инг.)(инг.)
  16. History of the Pro Tennis Wars, Chapter VI, Vines’s Second Year: 1935  (инг.)(англ.)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Tilden, "Big Bill" William T. II // The Encyclopedia of North American Sports History / Ralph Hickok — NY: Facts on File, 1992. — P. 451—452. — 516 p. — ISBN 0-8160-2096-5.
  • Статья Билл Тилден в онлайн-энциклопедии Citizendium (англ.)
  • Big Bill Tilden (англ.) на сайте Internet Movie Database
  • Big Bill: The Triumphs and the Tragedy (англ.) на сайте Internet Movie Database