Бледных Василий Васильевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Бледных Василий Васильевич
Заты ир-ат
Тыуған көнө 21 июль 1938({{padleft:1938|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:21|2|0}})
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Өфө
Вафат булған көнө 20 май 2017({{padleft:2017|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:20|2|0}}) (78 йәш)
Вафат булған урыны Рәсәй, Силәбе өлкәһе, Силәбе ҡалаһы
Биләгән вазифаһы ректор[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре Дуҫлыҡ ордены Халыҡтар Дуҫлығы ордены
Уҡыу йорто Көньяҡ Урал аграр университеты[d]
Ғилми дәрәжә техник фәндәр докторы[d]

Бледных Василий Васильевич (21 июль 1938 йыл20 май 2017 йыл) — совет һәм Рәсәй ғалимы, Рәсәй Фәндәр академияһы академигы (2013). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре. Ауыл хужалығы машиналары эшләү төбәк-ара үҙәге ғилми етәксеһе, Көньяҡ-Урал дәүләт аграр университеттың баш ғилми хеҙмәткәре, техник фәндәр докторы, профессор. 1986—2008 йылдарҙа Силәбе ауыл хужалығын механизациялау һәм электрлаштырыу институтының ректоры[1].

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Василий Васильевич Бледных 1938 йылдың 21 июлендә Өфөлә[2] репрессияланғандар ғаиләһендә тыуа. 1961 йылда Силәбе ауыл хужалығын механизациялау һәм электрлаштырыу институтын тамамлай.

1978-1980 йылдарҙа Кубала сит илдә командировкала була, Гавана юғары ауыл хужалығы институты ректоры советнигы һәм Куба республикаһының юғары уҡыу йорттары министрлығының ауыл хужалығынан белем биреү буйынса кәңәшсеһе булып эшләй.

1986-2009 йылдарҙа — Силәбе ауыл хужалығын механизациялау һәм электрлаштырыу институтының ректоры. 2007 йылдан алып Рәсәй ауыл хужалығы фәндәре академияһының мөхбир ағзаһы[3].

2017 йылдың 20 майында оҙайлы ауырыуҙан һуң Силәбе ҡалаһында вафат була.

Фәнни эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ярым аҫмалы һабан, эрозияға ҡаршы тупраҡ эшкәртеүсе машиналарҙың эшсе органдарын, иген культураларын эшкәртеүҙең "канада" технологияһын, ауыл-хужалығы тәғәйенләнешендәге ЧТЗ тракторҙарын эшләү менән шөғөлләнә.

Төп хеҙмәттәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Бледных В. В., Любимов А. И. Практикум по сельскохозяйственным машинам (учебное пособие для факультета механизации сельского хозяйства) — М.: Колос, 1971. — 207 б.
  • Бледных В. В., Власов Н. С. и др. Методика экономической оценки сельскохозяйственной техники: (руководство по дипломному проектированию) — М.: Колос, 1979. — 399 б. — (Учебники и учеб. пособия для высших с.-х. учеб. заведений).
  • Инженер һәм иҡтисади иҫәп-хисапта иҫәпләү техникаһы: ауыл хужалығы инженеры һөнәре буйынса юғары уҡыу йорттары студенттары өсөн дәреслек /авторҙаш Сергованец Т. В. — 3-изд. — М.: Финанс һәм статистика, 1988. — 214 с
  • Көньяҡ Урал шарттарында иген, ҡуҙаҡлы һәм ярма культуралары уңышын йыйыу һәм эшкәртеү технологияһын камиллаштырыу: уҡыу әсбабы /авторҙаш: Н. И. Косилов һ. б.; Силәбе дәүләт ауыл хужалығы инженерҙары университеты — Силәбе, 1995. — 90 б..
  • Ауыл хужалығы машиналары буйынса практикум: 311300 "Ауыл хужалығын механизациялау" һөнөре буйынса юғары уҡыу йорттары студенттары өсөн уҡыу әсбабы/ авторҙаш: А. И. Любимов һ. б. — М.: Колос, 1997. — 191 б. — Шул уҡ. — 2-се изд., эшкәртелгән һәм тулыландырылған — 1999. —  191 б.
  • Ауыл хужалығында машиналарҙы ремонтлау һәм техник хеҙмәтләндереү: 311900 "Аграр сәнәғәт комплекста машиналар ремонтлау һәм хеҙмәтләндереү технологияһы" һөнәре буйынса юғары уҡыу йорттары студенттары өсөн уҡыу әсбабы /авторҙаш: Черноиванов В. И. һ. б.; Машина-трактор паркын ремонтлау һәм файҙаланыу Бөтә Рәсәй ғилми тикшеренеү һәм технология институты. — 2-е изд., эшкәртелгән һәм тулыландырылған — М., 2003. — 987 б.
  • Наносистемалар һәм материалдар индустрияһы: ауыл хужалығында ҡулланыу перспективалары/.авторҙаш Черноиванов В. И. һ. б.; Машина-трактор паркын ремонтлау һәм файҙаланыу Бөтә Рәсәй ғилми тикшеренеү һәм технология институты — М.; Силәбе, 2007. — 240 с.
  • Агросәнәғәт комплексы предприятиелары өсөн һыуҙы нанофильтрлау. 1-се т. Һыуҙы таҙартыуҙың заманса ысулы /авторҙаш: Л. С. Орсик, М. Е Басаргина — М.; Силәбе, 2008. —  239 б.
  • Крәҫтиәндәр / ФГОУ ВПО "Силәбе дәүләт агроинженер университеты". — Силәбе,2009.- 138 б.
  • Ер эшкәртеү ҡоралдары төҙөлөшө, иҫәпләү һәм проектлау: уҡыу әсбабы /Силәбе дәүләт агроинженер академияһы — Силәбе, 2010. —  203 б.
  • Агроинженерия һәм ауыл хужалығы операцияларын тикшереү. — М.: Росинформагротех, 2012. — 150 б.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. В Челябинске ушел из жизни Василий Бледных. fedpress.ru (2017-05-21). 21 май 2017 тикшерелгән.
  2. БЛЕДНЫХ Василий Васильевич. Энциклопедии, словари, справочники / Биографическая энциклопедия РАСХН, ВАСХНИЛ. 21 май 2017 тикшерелгән.
  3. Профиль Василия Васильевича Бледных РФА рәсми сайтында
  4. Ушел из жизни бывший ректор ЮУрГАУ В.В. Бледных // Курс дела : журнал. — 2017.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]