Эстәлеккә күсергә

Блохин Николай Николаевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Блохин Николай Николаевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 21 апрель (4 май) 1912[1]
Тыуған урыны Лукоянов[d], Түбәнге Новгород өлкәһе
Вафат булған көнө 16 май 1993({{padleft:1993|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:16|2|0}})[1] (81 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, Рәсәй
Ерләнгән урыны Новодевичье зыяраты[d]
Туған тел урыҫ теле
Һөнәр төрө табип, хирург, сәйәсмән
Эш урыны Российская академия медицинских наук[d][2]
Биләгән вазифаһы СССР Юғары Советы депутаты[d]
Уҡыу йорто Приволжск медицина тикшеренеү университеты[d]
Ғилми дәрәжә медицина фәндәре докторы[d]
Аспиранттар Ефетов, Владимир Михайлович[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Ҡатнашыусы КПСС-тың XXII съезы[d]
Ойошма ағзаһы Рәсәй Фәндәр академияһы, СССР Фәндәр академияһы[d] һәм Польша фәндәр академияһы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
СССР дәүләт премияһы Ленин ордены Социалистик Хеҙмәт Геройы Ҡыҙыл Йондоҙ ордены Октябрь Революцияһы ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены

Блохин Николай Николаевич (21 апрель [4 май] 1912 йыл, Лукоянов, Новгород губернаһы — 16 май 1993 йыл, Мәскәү) — Рәсәй хирургы-онкологы, СССР Фәндәр академияһының һәм СССР Медицина фәндәре академияһы академигы, йәмәғәт эшмәкәре. 6—8 (1962—1974) саҡырылыштың СССР Юғары Милләттәр Советы һәм 10-11 (1979—1989) саҡырылыш Абхаз АССР-ы депутаты[3].

Николай Николаевич Блохин 1912 йылдың 21 апрелендә (4 май) Лукоянов ҡалаһында (хәҙер Түбәнге Новгород өлкәһе) земство табибы ғаиләһендә тыуған. Урыҫ.

1916 йылдан Түбәнге Новгородта йәшәй. Бала сағынан уҡ һөнәрен билдәләй — хирург булырға теләй. Николай Николаевич юлынан уның Һеңлеһе, Ирина Николаевна Блохина ла китә, ул Горький медицина институтын тамамлай, ҙур ғалим-биолог була, РАМНА академигы.

Урта мәктәпте тамамлағас, 1929 йылда Новгород университетының медицина факультетына уҡырға инә. Уҡыуҙы тамамлағандан һуң бер ни тиклем ваҡыт Дивеево ауылы дауаханаһында эшләй, һуңынан — Горький медицина институтының госпиталь хирургияһы кафедраһы ассистенты була. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Блохин Горький госпиталдәренең төп хирургы була, үҙе әүҙем пластик хирургия менән шөғөлләнә.

Н. Н. Блохин Горький хирургия тергеҙеү институтын ойоштороусы, Горький медицина институты ректоры була . Пластик операция һәм ашҡаҙан яман шешен, тура эсәк яман шешен хирургик дауалау ысулдары тәҡдим итә.

1952 йылда Н. Н. Блохин Мәскәүгә китә. Бында ул онкология үҙәге ойоштороу менән мәшғүл була. Хәҙер ул — Рәсәй онкология ғилми үҙәге.

1960 йылдың 29 ғинуарынан 1968 йылдың 8 февраленә тиклем һәм 1977 йылдың 13 октябренә тиклем 1987 йылдың 15 майына — тиклем СССР Медицина фәндәре академияһы президенты[4].   1979 йылдың 15 мартында СССР фәндәр академияһының физиология бүлексәһе буйынса академик итеп һайлана.

Йәмәғәт эшмәкәре булараҡ, Н. Н. Блохин 7-се саҡырылыш СССР Юғары Советы депутаты була[5], КПСС-тың XXII. XXIII[6], XXIV съездары делегаты; халыҡ-ара «Халыҡтар араһында тыныслыҡты нығытыу өсөн» Ленин премияһы буйынса комитет рәйесе; «СССР — АҠШ» йәмғиәте президенты.

1993 йылдың 16 майында Мәскәүҙә вафат була. Новодевичье зыяратында ерләнә[7].

— Уның исеме Рәсәй Медицина фәндәре академияһының Рәсәй онкология ғилми үҙәгенә бирелә. Хәҙер Н. Н. Блохин исемендәге онкологияның Ғилми медицина-тикшеренеү үҙәге

— Иң яҡшы табиптар Н. Н. Блохиндың «Ватан онкология фәнен үҫтереү өсөн» алтын миҙалы менән бүләкләнә

— Новгород медицина академияһы бинаһында Блохинға мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

— Дивеево район үҙәк дауаханаһы уның исемен йөрөтә.

— Түбәнге Новгородта ГБУЗ базаһында академик Н. Н. Блохин музейы асыла.

— Новгород өлкәһендә Дивеево ауылы урамдарының береһе уның исемен йөрөтә

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • СССР Юғары Советы Президиумы Указы менән 1972 йылдың 3 майында Ленин ордены һәм «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын миҙалы тапшырылып, Николай Николаевич Блохинға Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә (күренекле ғилми һәм йәмәғәт эшмәкәрлеге өсөн).
  • Дүрт Ленин ордены, Октябрь Революцияһы ордены, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены, Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, миҙалдар менән бүләкләнә.
  • СССР дәүләт премияһы лауреаты (1982).
  • Медицина Фәндәре академияһы академигы (1960).
  • Польша һәм Нью-Йорк академияһы ағзаһы, Чехословакия Фәндәр академияһының сит ил ағзаһы (1982)[8] Болгария Фәндәр академияһы ағзаһы (1986).
  • 1983 йылда Горький ҡалаһының почётлы гражданы исеме бирелә
  1. 1,0 1,1 Исаев Ю. Н. Чувашская энциклопедия (урыҫ)Чувашское книжное издательство, 2006. — 2567 с. — ISBN 978-5-7670-1471-2
  2. Кузовкин Г. В., Мартин Б. «К счастью для меня, я начал свое образование в 1944 году и поэтому мог изучать классическую генетику», “Fortunately for me, I started studying in 1944 and could therefore study classical genetics” (урыҫ) // Историко-биологические исследования — 2019. — Т. 11, вып. 2. — С. 76—95. — ISSN 2076-8176; 2500-1221
  3. Список депутатов Верховного Совета СССР 11 созыва
  4. Академик Николай Николаевич Блохин (к 90-летию со дня рождения) 2016 йыл 6 март архивланған. Сибирский онкологический журнал. Томск — НИИ онкологии СО РАМИ — 2002, № 2, с. 61—63.
  5. Депутаты Верховного Совета РСФСР IX-го созыва (1975—1980). Дата обращения: 29 май 2010. Архивировано 2 сентябрь 2013 года.
  6. Материалы 23 съезда КПСС. Стенографический отчет. Дата обращения: 29 май 2010. Архивировано 19 декабрь 2013 года. 2013 йыл 19 декабрь архивланған.
  7. Могила Н. Н. Блохина на Новодевичьем кладбище
  8. http://www.ras.ru/FStorage/download.aspx?Id=f73200cd-46a8-428f-9441-399a832eb891