Эстәлеккә күсергә

Богданович Татьяна Александровна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Богданович Татьяна Александровна
Зат ҡатын-ҡыҙ[1]
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 15 август 1872({{padleft:1872|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:15|2|0}}) или 26 ноябрь 1873({{padleft:1873|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:26|2|0}})[2]
Тыуған урыны Санкт-Петербург, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 31 декабрь 1942({{padleft:1942|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:31|2|0}})[2]
Вафат булған урыны Екатеринбург, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө яҙыусы
Уҡыу йорто Бестужев курсы

Богданович Татьяна Александровна (26 ноябрь 1873 йыл31 декабрь 1942 йыл) — Рәсәй империяһы һәм СССР яҙыусыһы, тарихи повестар авторы. Әҫәрҙәрендә 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы осоро башҡорттарының тормошон һүрәтләй. А. И. Богдановичтың ҡатыны.

Татьяна Александровна Богданович (ҡыҙ фамилияһы Криль) 1873 йылдың 26 ноябрендә Санкт-Петербург ҡалаһында дворян ғаиләһендә тыуған. Төрлө мәғлүмәт буйынса, уның тыуыу датаһы 1872 йылдың 15 авгусы[3], йә 1873 йылдың 26 ноябре[4].

Бала сағынан үҙенең әбейе Анненская Александра (рус революционеры, публицист Петр Ткачевтың һеңлеһе) һәм уның ире — рус йәмәғәт эшмәкәре Николай Анненский ғаиләһендә тәрбиәләнә. 1880 йылдарҙа Себер һәм Волга буйында улар менән бергә һөргөндә була. 1890 йылда Түбәнге Новгородта гимназияны, 1896 йылда — Санкт-Петербургтың Юғары ҡатын-ҡыҙҙар (Бестужев) курстарының тарих-филология бүлеген тамамлай. 1898 йылда А. И. Богдановичҡа кейәүгә сыға. Баш ҡала матбуғатында публицистика, тәржемәләр, тарихи беллетристика менән сығыш яһай. 1907 йылда ире үлгәндән һуң 4 бала менән тороп ҡала.

Сәйәси Ҡыҙыл Тәре Петербург ойошмалар бюроһы рәйесе була. «Современное слово» гәзитенең беллетристика (нәфис әҙәбиәт) бүлеген мөхәррирләй (1908—1917). 1918 йылдың сентябрь айында В. Г. Короленко саҡырыуы буйынса Полтаваға күсә. 1928—1932 йылдарҙа Ленинград ҡалаһында балалар яҙыусылары секцияһын етәкләй. Короленконың һуңғы йылдарҙағы тормошо тураһында хәтирәләр яҙып ҡалдыра («Былое», 1922, № 19).

Күп китаптар авторы, шул иҫәптән: «Александр I. Тарихи-биографик очерктар» (М., 1912), «Первый революционный кружок Николаевской эпохи. Петрашевцы» (Пг., 1917), «Хождение в народ» (Пг., 1917), «Великие дни революции. 23 февр. — 12 марта 1917 г.» (Пг., 1917); «Биография Владимира Галактионовича Короленко» (Х., 1922), «Любовь людей шестидесятых годов» (Л., 1929), «Суд над колдуном: Роман» (М., 1928), «Соль Вычегодская: Роман» (Свердловск-М., 1931), «Холоп-ополченец (1606—1612)» (2 китапта М.-Л., 1941).

1942 йылдың 31 декабрендә Свердловск ҡалаһында эвакуацияла вафат була.

  1. Deutsche Nationalbibliothek Record #136554210 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  2. 2,0 2,1 Богданович Татьяна Александровна // Литераторы Санкт-Петербурга. ХХ век (урыҫ) / под ред. О. В. Богданова
  3. БОГДАНОВИЧ Тетяна Олександрівна
  4. М. Г. Рахимкулов. Богданович Татьяна Александровна // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.
  • Собрание сочинений В. Г. Короленко, 10-сы һан. М., 1956;
  • В. Г. Короленко в воспоминаниях современников. М., 1962;
  • Житомирова Н. Т. А. Богданович. «О литературе для детей», 1963, вып. 8;
  • Чуковский К. И. Собрание сочинений, т. 2. М., 1965;
  • Богданович Татьяна Александровна К. А. Кумпан. В кн.: Рус яҙыусылары: 1800—1917, 1 том. М., 1989;
  • Башҡортостан рус әҙәбиәтендә. Т. 4. Өфө, 1997.