Браун Михаил Петрович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Браун Михаил Петрович
Зат ир-ат
Тыуған көнө 26 февраль 1903({{padleft:1903|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:26|2|0}})
Тыуған урыны Ставрополь, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 27 август 1977({{padleft:1977|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:27|2|0}}) (74 йәш)
Вафат булған урыны Киев, Украина Совет Социалистик Республикаһы, СССР
Ерләнгән урыны Байково зыяраты[d]
Балалары Браун, Олег Михайлович[d]
Һөнәр төрө ғалим, металлург, университет уҡытыусыһы
Эшмәкәрлек төрө Ҡара металлургия[1]
Уҡыу йорто Көньяҡ Рәсәй дәүләт техник университеты
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы

Браун Михаил Петрович (26 февраль 1903 йыл27 август 1977 йыл) — СССР ғалимы, техник фәндәр докторы (1953), профессор (1954).[2]

Ҡорос һәм иретмәләр, комплекслы ҡатыштырылған ҡоростарҙы булдырыу, фрактографик анализ ысулдарын төҙөү проблемаларына ҡағылышлы күп кенә хеҙмәттәр, шулай уҡ патенттарт[3] һәм уйлап табыуҙар авторы[4]

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Михаил Петрович Браун 1903 йылдың 13 февралендә (яңы стиль буйынса 26 февраль) Ставрополдә тыуған

Белеме[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1929 йылда Дон политехник институтын (хәҙерге Көньяҡ-Рәсәй дәүләт политехник университеты) тамамлай.

1946 йылда «Цементирующим стали» тигән темаға кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай, ул 1948 йылда шул уҡ исем менән баҫылған китаптың нигеҙендә ята. 1952 йылда «Природа излома перегретой стали» темаһына докторлыҡ диссертацияһы яҡлай, унда СССР-ҙа тәүге тапҡыр углеродтың һәм легирлаусы элементтарҙың микробойҙайҙың төҙөлөшөнә йоғонтоһо, шулай уҡ боролма структураның ҡоростоң динамик һәм статистик йәбешкәклеге менән бәйләнеше тураһында тәғлимәттең төп ҡағиҙәләре әйтеп бирелә. 1954 йылда диссертация материалдары шул уҡ исемле монографияла баҫылып сыға.[5]

Эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Файл:Могила Михайла Брауна.JPG
Байков зыяратында ҡәбере

Институтты тамамлағандан һуң Новочеркасск машиналар эшләү заводында инженер (1929—1931), «Ҡыҙыл Октябрь» заводында инженер-тикшеренеүсе (Сталинград; 1931—1935), Сталинград тракторҙар заводында лаборатория мөдире (1935—1942), «Уралмаш» заводының үҙәк лабораторияһында начальник (Свердловск; 1942—1951) булып эшләй. 1930—1931 йылдарҙа бер үк ваҡытта Төньяҡ-Кавказ тау-металлургия һәм Новочеркасск авиация институттарында, шулай уҡ 1934—1940 йылдарҙа Сталинград инженер-техник хеҙмәткәрҙәрҙең ( ИТХ) квалификацияһын күтәреү институтында уҡыта. 1944 йылдан ВКП(б)/КПСС ағзаһы.

Михаил Петрович 1951 йылдан алып Киевта йәшәй һәм эшләй. 1951—1955 йылдарҙа УССР Фәндәр академияһы Ҡара металлургия институты директоры урынбаҫары; в 1955—1971 йылдарҙа — директор урынбаҫары, 1971—1977 йылдарҙа — УССР Фәндәр академияһы Ҡойоу институтының легирлау һәм иретмәләрҙең структуралы әүерелеүе бүлегенең мөдире була. Бер үк ваҡытта Украина ауыл жухалығы академияһының металдар технологияһы кафедраһы менән етәкселек итә (1955—1971 йылдарҙа, хәҙер Биоресурстар һәм тәбиғәтте файҙаланыу милли университеты). Металдарҙы термик эшкәртеү һәм металдарҙы өйрәнеүсе фән буйынса Киев фәнни мәктәбенә нигеҙ һала.[5] Киев бүлеге етәксеһе булған фәнни-техник йәмғиәте машиналар төҙөү сәнәғәте «Машпром» машиналар төҙөү сәнәғәте ғилми-техник йәмғиәтенең Киев бүлексәһе етәксеһе була. .

1977 йылдың 27 авгусында Киевта вафат була. Ҡаланың Байков зыяратында ерләнә (участка № 33). Улы — Олег Михайлович, Браун[uk] шулай уҡ ғалим-физик, Украинаның Милли фәндәр академияһы ағзаһы, Украина Дәүләт премияһы лауреаты.

Фәндә һәм педагогик эшмәкәрлегендә юғары ҡаҙаныштары өсөн М.П. Браунға УССР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре тигән исем бирелә (1973). Шулай уҡ Е. О. Патон исемендәге премияға лайыҡ була (1974) һәм миҙалдар менән бүләкләнә.[5]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Українська радянська енциклопедія : у 12 т. / гол. ред. М. П. Бажан; редкол.: О. К. Антонов та ін. — 2-ге вид. — К. : Головна редакція УРЕ, 1974—1985.
  • Кондратюк С. Є. Михайло Петрович Браун // МОМ. 1998. № 1–2.
  • Опальчук А. С. Браун Михайло Петрович // Вчені у галузях механізації, електрифікації та меліорації. К., 2000.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]