Эстәлеккә күсергә

Буйлыҡ (туҡыусылыҡ)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Буйлыҡ
Рәсем
Ҡапма-ҡаршыһы Арҡау

Буйлыҡ, буй ептәр (рус. осно́ва) — туҡыманың ике яғы буйлап урынлашҡан бер-береһенә параллель ептәргә буй (вертикаль) йүнәлеш биреүсе система. Арҡау системаһы менән бергә туҡыусылыҡ үрелештәре барлыҡҡа килтерә.

Буй ептәр туҡыу станогына ике ысул менән беркетелеүе мөмкин:

  1. Туҡыу шөйтөһөнән. Был осраҡта мотлаҡ туҡыуға әҙерлек үткәүелдәре бар, мәҫәлән: кәләпләү.
  2. Шлихталау — туҡыу шөйтөһөнә сығыу урынында буйлыҡҡа ныҡлыҡ һәм шымалыҡ биреү өсөн махсус иретмә менән шлихта һеңдереү

Төп күрһәткестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Киңлеге
  • Ептәр һаны
  • Тығыҙлығы (мәҫ. 10 еп/см)
  • Буй тығыҙлыҡ
  • Нигеҙ ептәренең химик составы
  • Төҫө (бер йәки күп төҫлө) һ. б.