Эстәлеккә күсергә

Булаев Алексей Николаевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Булаев Алексей Николаевич
Зат ир-ат
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 1 февраль 1919({{padleft:1919|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})
Тыуған урыны Кәҫле, Екатеринбург өйәҙе, Пермь губернаһы, Рәсәй дәүләте (1918—1920)
Вафат булған көнө 7 ноябрь 1989({{padleft:1989|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:7|2|0}}) (70 йәш)
Вафат булған урыны Кәҫле, Силәбе өлкәһе, РСФСР, СССР
Туған тел урыҫ теле
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
I дәрәжә Ватан һуғышы ордены «Ленинградты обороналаған өсөн» миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы III дәрәжә Дан ордены II дәрәжә Дан ордены I дәрәжә Дан ордены «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә ҡырҡ йыл» юбилей миҙалы

Булаев Алексей Николаевич (1 февраль 1919 йыл — 7 ноябрь 1989) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, уҡсылар полкының разведка отделениеһы командиры, старшина. Дан орденының тулы кавалеры. Һуғыштан һуң — хисапсы, һуңынан производствоға өйрәтеү мастеры. Кәҫле ҡалаһының почетлы гражданы.

Алексей Николаевич Булаев 1919 йылдың 1 февралендә Пермь губернаһы Екатеринбург өйәҙе Кәҫле улусының Кәҫле ҡасабаһында тыуған. Рәсәй дәүләтенең был биләмәһе аҡ гвардия контролендә була, 1934 йылдан — Силәбе өлкәһенә ҡарай, 1942 йылдан Кәҫле ҡалаһы.

Хәҙерге Ҡурған өлкәһенә ҡараған Петухов ҡалаһында автотрактор техникумын тамамлай һәм Силәбе өлкәһе Ҡоншаҡ районының Мөслим МТС-ында механик булып эшләй.

1940 йылда Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыла. 1941 йылдың сентябренән Бөйөк Ватан һуғышында. Ленинград фронтында һуғыша. 1942 йылдың 22 апрелендә яралана.

1944 йылдан ВКП (б) ағзаһы, 1952 йылда партия «КПСС» тип үҙгәртелә.

1944 йылдың башына өлкән сержант Булаев 90-сы уҡсылар дивизияһы 286-сы уҡсылар полкының разведчигы була.

1944 йылдың 25 ғинуарында өлкән сержант Булаев Скворцы ауылы янында дошман оборонаһының алғы һыҙығында ут нөктәләре урынлашҡан урынды таба һәм командованиеға хәбәр итә, бер гитлерсыны әсирлеккә ала.

90-сы уҡсылар дивизияһының 1944 йылдың 6 февралендәге приказы менән өлкән сержант Алексей Николаевич Булаев 3-сө дәрәжә Дан ордены менән бүләкләнә.

1944 йылдың 19 февралендә Ряпин ҡасабаһынан 7 км төньяҡ-көнсығышҡа табан урынлашҡан Чуд күленең көнбайыш ярында өлкән сержант Булаев дошманды эҙәроекләү төркөмөнә командалыҡ итә, улар дошмандың ҡарауыл посына һөжүм итә, бер обер-ефрейтор юҡ ителә һәм 3 гитлерсы әсиргә алына.

1944 йылдың 18 мартында өлкән сержант Алексей Николаевич Булаев 42-се армияның приказы менән 2 дәрәжә Дан ордены менән бүләкләнә.

1944 йылдың 7 апрелендә Палкино ауылынан төньяҡ-көнсығышҡа табан һөжүм барышында өлкән сержант Булаев 2 яугир менән дошман дзот-ына табан йәшеренеп бара һәм дзотҡа гранаталр ташлай. Разведчиктар бына ошолай дошман оборонаһы үҙәген баҫып алырға булышлыҡ итә. Булаев яралана, әммә сафта ҡала.

СССР Юғары Советы Президиумының 945 йылдың 24 мартындағы Указы менән өлкән сержант Алексей Николаевич Булаев илбаҫарҙары менән алышта командованиеның заданиеларын өлгөлө үтәгәне өсөн 1-се дәрәжә Дан ордены менән бүләкләнә һәм Дан орденының тулы кавалеры була.

1945 йылдың ғинуарында старшина Булаев яраланыу сәбәпле демобилизациялана. Тыуған ҡалаһына ҡайта. Хеҙмәт 1-се балалар йортонда иҫәпсе булып эшләй, артабан Кәҫле ауыл хужалығы ПТУ-һында производствоға өйрәтеү мастеры булып эшләй. «Кәҫле ҡалаһының почетлы гражданы» исеменә лайыҡ була.

Алексей Николаевич Булаев 1989 йылдың 7 ноябрендә вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Кавалеры ордена Славы трёх степеней: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии Д. С. Сухоруков. — М.: Воениздат, 2000. — 703 с. — 10 000 экз. — ISBN 5-203-01883-9.
  • Ушаков А. П. Во имя Родины. — Юж.-Урал. кн. изд-во, 2004.
  1. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  2. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  3. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  4. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  5. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  6. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында