Булатов Иван Васильевич
Булатов Иван Васильевич | |
Заты | ир-ат |
---|---|
Гражданлығы |
![]() ![]() |
Тыуған көнө | 18 апрель 1918 (104 йәш) |
Тыуған урыны | Рухтин, Дыуан районы |
Һөнәр төрө | журналист, партия эшмәкәре, дәүләт эшмәкәре |
Хәрби звание | подполковник[d] |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Булатов Иван Васильевич (18.04.1918 —) — журналист, СССР Журналистар союзы ағзаһы (1959), партия етәксеһе, Бөйөк Ватан һуғышы ҡатнашыусыһы, отставкалағы подполковник[1].
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Иван Васильевич Булатов 1918 йылдың 18 апрелендә Өфө губернаһы Златоуст өйәҙе Тырнаҡлы улусы (хәҙер — Башҡортостан Республикаһының Дыуан районы) Рухтин ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған[2].
Тормош һәм хеҙмәт юлы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1934 йылда изба-читальня мөдире булып хеҙмәт юлын башлай, артабан ауыл советы секретары була.
1937 йылда Өфө гәзит хеҙмәткәрҙәре курстарын тамамлағандан һуң, Дыуан районы «Колхозник» гәзитенең секретары, редактор урынбаҫры итеп тәғәйенләнә.
1938 йылдың 15 октябренән 1945 йылдың 13 октябренә саҡлы әрме хеҙмәтендә, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. 15-се армия составында капитан дәрәжәһендә, артабан Алыҫ Көнсығыш фронтында 35-се армия составында һауа оборонаһы ғәскәрҙәре сафында һуғыша[3].
1946—1948 йылдар — «Магнезитовец» гәзите редакторы,
1948—1950 йылдар — «Челябинский рабочий» гәзитенең үҙ хәбәрсеһе.
1950—1953 йылдар — КПСС-тың Һатҡы район комитетының 2-се секретары, 1953—1956 йылдарҙа — Копейск район комитетының 2-се секретары,
1956—1962 йылдар — КПСС-тың Ҡыштым район комитетының 1-се секретары.
1953 йыл — Силәбе өлкә партия мәктәбе, 1958 йылда — ситтән тороп КПСС Үҙәк Комитеты ҡарамағындағы Юғары партия мәктәбен тамамлай.
1962 йылда Силәбе өлкә комитеты аппаратына: агитация һәм пропаганда бүлеге мөдире итеп күсерелә һәм 1969 йылға тиклем эшләй.
1963—1964 йылдар — өлкә мәҙәниәте идаралығы начальнигы, һуңғараҡ — өлкә матбуғаты идаралығы начальнигы.
1976 йылдан 1992 йылға тиклем Булатов Иван Васильевич «Правда» нәшриәтенең Көньяҡ Урал һәм Төньяҡ Ҡаҙағстан өлкәләрендәге бүлексәһенә етәкселек итә. 1953 йылдан башлап урындағы матбуғатта баҫыла. 30 хикәйә, очерк, повестар, 7 китап авторы.
Күп тапҡырҙар хеҙмәтсәндәр депутаттарының Силәбе өлкә һәм ҡала Советтарына депутат итеп һайланды.
X-XVII өлкә партия конференциялары делегаты, 1958—1963 йылдар — КПСС-тың Силәбе өлкә комитеты ағзаһы,
1962 йылда Силәбе өлкә комитетының ревизия комиссияһы ағзаһы.
Хаҡлы ялға сыҡҡандан һуң, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашты. Китап һөйөүселәрҙең Бөтә Союз һәм Бөтә Рәсәй ойоштороу съездары делегаты булды. Рәсәй һәм Силәбе ойоштороу комитеттары ағзаһы булараҡ, китап һөйөүселәрҙең өлкә ойошмаларын булдырҙы, был ойошманың рәйес урынбаҫары итеп һайланды.[4][5].
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- II дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1985)
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы
- «Японияны еңгән өсөн» миҙалы
- миҙалдар[6]
Китаптары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Тайна заброшенной штольни: Повесть. Ч., 1960
- Живой гранит. Свердловск. 1960.
- Край земли: Рассказы пограничника. Ч., 1962
- Сын подпольщика. Ч., 1965
- Соня Кривая. Ч., 1972.[7]
Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ЦАМО Номер шкафа: 27 Номер ящика: 16
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ш к е р и н М. Свежие ростки и чертополох // Москва. 1958. № 11[8]
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Булатов Иван Васильевич
- Энциклопедия Челябинск. Булатов Иван Васильевич
- Память народа. Булатов Иван Васильевич
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 18 апрелдә тыуғандар
- 1918 йылда тыуғандар
- Дыуан районында тыуғандар
- Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- «Японияны еңгән өсөн» миҙалы менән наградланыусылар
- КПСС Үҙәк Комитеты ҡарамағындағы Юғары партия мәктәбен тамамлаусылар
- Силбәе өлкәһе журналистары