Буркина Фасола ислам

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Буркина Фасола ислам
Дәүләт  Буркина-Фасо
 Буркина Фасола ислам Викимилектә
Буркина Фасо дәүләт флагы
Ил баш ҡалаһы Уагадугу Бөйөк мәсете
Илдең икенсе ҙур ҡалаһы Бобо-Диуласо Бөйөк мәсете

Буркина Фасола (1984 йылға тиклем — Үрге Вольта) ислам (франц. Islam au Burkina Faso, ғәр. الإسلام في بوركينا فاسو‎) ― өҫтөнлөк итеүсе дин. Ил халҡының (21 млн кеше, 2020 йылға) 61,5 % — ы ― мосолмандар (күпселеге Мәлики мәҙһәбе сөнниҙәре, әҙселеге шиғыйҙар, әхмәдиәләр), шулай уҡ Тижания суфый тәриҡәте тарафдарҙары, сәләфиҙәр бар. Пью тикшеренеү үҙәге баһалауынса, 2020 йылға халыҡтың 62,7 % — ы Ислам динен тота.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Буркина Фасо Конституцияһы дин иркен күҙҙә тота. Дәүләт сәйәсәте, ғөмүмән алғанда, дини йолаларҙың ирекле рәүештә үтәлеүенә ярҙам итә[1].

XV быуатта Үрге Вольта мосолман төбәге сәүҙәгәрҙәрен һәм мосолман халҡын Акан алтын ятҡылыҡтары асылыу, алтын, кола сәтләүеге һәм тоҙ менән сауҙа итеү мөмкинлеге йәлеп иткән. Улар Бобо-Диуласо, Конг, Бундуку ҡалаларында һәм алтын ятҡылыҡтарына яҡын башҡа урындарҙа урынлашҡан. Мосолмандар урындағы ҡатын-ҡыҙҙарға өйләнгән. Был никахтарҙан тыуған вариҫтар йыш ҡына башлыҡ титулын мираҫ итеп алған һәм урындағы халыҡтарҙы ислам диненә күндергән. Һөҙөмтәлә, регионда мосолмандар айырым төркөм булмаған, үҙҙәрен Моси батшалығының бер өлөшө тип һанаған. Мосолман ғаиләләре үҙҙәренең ҡайһы бер улдарына мосолман белеме бирергә тырышҡан. Шулай итеп, ғөләмәләр синыфы барлыҡҡа килгән. Улар, үҙ сиратында, ауылдарҙа мосолман йәмғиәттәре ойошторған. Маба Дбяху Ба (1809—1867) етәкселегендәге Бөйөк Сенегам йыһаты ваҡытында ислам Үрге Вольта, Фил Һөйәге Яры (1986 йылдан Кот-д’Ивуар) һәм Гвинеяла тарала.

1919 йылда Үрге Вольта Франция колонияһына әйләнә. Колониаль администрация Ислам таралышына туранан-тура ярҙам итә. Улар шулай уҡ мосолмандарҙы, мосолман булмаған африкалылар менән сағыштырғанда, мәҙәниәт һәм мәғариф өлкәһендә алға киткән тип һанаған һәм мосолман юлбашсыларын һәм клерктарын мосолман булмаған райондарҙа администраторҙар итеп тәғәйенләргә тырышҡан.

XIX быуат аҙағында Үрге Вольтала барлығы 30 000 мосолман иҫәпләнгән, 1959 йылда улар 800 000 булған, был халыҡтың яҡынса 20 % — ын тәшкил иткән.

1984 йылда Үрге Вольта Буркина Фасо итеп үҙгәртелә. 1991 йылда хәрби түңкәрелештән һуң конституцион республика төҙөлә. Буркина Фасола ислам хәрәкәте илдең мосолман халҡын тәшкил итеүсе төрлө этник төркөмдәрҙе интеграциялау ысулы булараҡ ҡарала.

Мосолман халҡының яртыһы Икенсе бөтә донъя һуғышынан һуң уҡ башланған мәҙрәсәлә белем алыу менән тәьмин ителгән. Шулай уҡ Ислам мәсеттәр төҙөү, милли телевидение буйынса вәғәздәр һөйләү, мосолман байрамдарын рәсми таныу һәм ғәрәп дөньяһы яғынан ярҙам алыу менән нығытыла.

2006 йылғы халыҡ һанын алыу мғлүмәттәре буйынса, ил халҡының 23 % — ы ― христиандар (19 % — ы католиктар, 4 % — ы протестанттар). Халыҡтың 15 % — ы урындағы традицион диндәргә ышана.

Таралыуы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мосолмандар күбеһенсә илдең төньяҡ, көнсығыш һәм көнбайыш төбәктәрендә, христиандар ― үҙәк райондарҙа күпселекте тәшкил итә.

Ил баш ҡалаһы һәм иң ҙур ҡалаһы булған Уагадугу халҡы тигеҙ өлөштәрҙә христиандар һәм мосолмандарҙан тора, ҙурлығы буйынса илдең икенсе ҡалаһы булған Бобо-Диуласо халҡы тулыһынса тиерлек ислам динен тота.

Фотогалерея[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Freedom of Religion Report. US Department of State. Дата обращения: 19 апрель 2016.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]