Бәзәкә
| Ауыл | |
| Бәзәкә татар. Бәзәкә | |
| Ил | |
|---|---|
| Федерация субъекты | |
| Муниципаль район | |
| Ауыл биләмәһе | |
| Координаталар | |
| Халҡы | |
| Милли состав |
татарҙар[1] |
| Конфессиональ составы |
мосолмандар |
| Сәғәт бүлкәте | |
| Телефон коды |
+7 +7 85549 |
| Почта индексы |
423650 |
| Һанлы танытмалар | |
| Автомобиль коды |
- |
| Код ОКАТО | |
| Код ОКТМО | |
| Номер в ГКГН | |
|
| |
Бәзәкә — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Менделеевск районы ауылы. Бәзәкә ауыл биләмәһе составына керә һәм уның үҙәге булып тора.
География
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауыл Түбәнге Кама һыуһаҡлағысы буйында, Менделеевск ҡалаһынан көнсығыштараҡ 12 км алыҫлыҡта урынлашҡан[1].
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бәзәкә — байлар ырыуы башҡорттарының ауылы[2]. Вятка губернаһы Алабуға өйәҙе Байлар улусының Бәзәкә түбәһенә ҡарай. 11-се башҡорт кантоны составында була. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Салағош улусы составына керә.
ХХ быуат башында ауылда 2 мәсет (1860 һәм 1875 йылдарҙа төҙөлгән) теркәлгән[1].
1920 йылдан Вотяк автономиялы өлкәһе (хәҙерге Удмуртия), 1921 йылдан — Татар АССР-ының Алабуға кантоны, 1928 йылдан — Татар АССР-ының Саллы кантоны составында була. 1930 йылдан — Алабуға районы, 1935 йылдан — Бөндөж районы, 1963 йылдан — Алабуға районы, 1985 йылдан — Менделевск районы составында була[1].
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1795 йылда ауылда ир енесле 334 йән башҡорт һәм типтәр; 1816 йылда — 316 йән башҡорт; 1834 йылда — 434 йән башҡорт йәшәй[2].
| 1859 | 1892 | 1920 | 1926 | 1938 | 1949 | 1958 | 1970 | 1979 | 1989 | 2000 |
|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
| 1552 | 1877 | 2708 | 2179 | 2248 | 1611 | 1533 | 1656 | 1222 | 781 | 725 |
Инфраструктура
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Игенселек, малсылыҡ үҫешкән. Ауылда урта мәктәп, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар[1].
Билдәле шәхестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Шәмсетдин Усманов — 6-сы башҡорт полкы составында 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнаша. «1812 йыл» көмөш миҙалы менән бүләкләнгән.
- Зәки Ғимранов — Ҡазан коммуналь-төҙөлөш институты директоры (1930—1933).