Эстәлеккә күсергә

Бәйес

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Бәйес (Архангел районы) битенән йүнәлтелде)
Ауыл
Бәйес
Бәйес
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Архангел районы

Координаталар

53°16′11″ с. ш. 58°47′26″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 203 813 003

ОКТМО коды

80 603 413 111

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Бәйес (Рәсәй)
Бәйес
Бәйес
Бәйес (Башҡортостан Республикаһы)
Бәйес

Бәйес (рус. Бейсово) — Башҡортостандың Архангел районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 109 кеше[1]. Почта индексы — 453032, ОКАТО коды — 80203813003.


1906 йылда — 103 кеше, 1920—271, 1939—186,1959 — 160, 1989—129, 2002—120, 2010 — 96 кеше йәшәгән[2].

Милли составы

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәттәре буйынса башҡорттар 67 % тәшкил итә.

Дөйөм халыҡ һаны[1]
Халыҡ һаны 2002—2009 халыҡ үҙгәреше
2002 2009 кеше %
120 109 -11 -9,17
  • Район үҙәгенә тиклем (Архангел): 7 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Максим Горький): 15 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Приуралье): 13 км
  • Урман урамы (рус. Лесная (улица))
  • Муса Гәрәев урамы (рус. Мусы Гареева (улица))
  • С.Юлаев урамы (рус. С.Юлаева (улица))[3]

Инйәрҙең һул ҡушылдығы Асҡын йылғаһы буйында Бәйес һәм Муллаҡай ауылдары урынлашҡан. XVIII быуат аҙағында Икенсе ауыл Йәрембәт (Муллаҡай) тип атала. Шулай уҡ Бәйес тә шул исемле була. Ике ауылға ла Йәрембәт исемле бер аҫаба нигеҙ һалған, тип фаразларға була. Уның һәм балалары тураһында бер ниндәй ҙә мәғлүмәт һаҡланмаған. Әммә Бейес менән Муллаҡайҙың балалары VII—VIII ревизиялар исемлегенә индерелгән.

Бәйес (Йәрембәт) 1795 йылда 52 кеше йәшәгән 13 йорттан тора. X ревизияла 129 кеше һәм 27 йорт күрһәтелгән. Быуат аҙағында халыҡ һаны (87) һәм ихаталар (22) кәмегән. 1920 йылда Бәйестә 270 кеше һәм 25 йорт иҫәпләнгән.

1816 йылда Бейестың 80 йәшлек улы Аҙнағол Бейсов (Бәйесев, Баясов) улдары Мәүлет һәм Сөләймән менән йәшәй.

Халыҡ малсылыҡ, умартасылыҡ, ылаусылыҡ, бер өлөшө игенселек менән шөғөлләнгән. 1839 йылда 78 кешегә иҫәпләнгән. 15 йортҡа 40 ат, 40 һыйыр, 30 һарыҡ, 35 кәзә, 30 умарта, 10 солоҡ тура килгән. Малсылыҡ көрсөк хәлендә булған. Быға ҡәтғи хәрби-феодаль тәртиптәр урынлаштырыусы кантон идараһы ғәйепле булған. Аттарҙа сик буйы хеҙмәтенә, ҡаҙаҡ далаларында хәрби нығытмалар төҙөү өсөн алыҫҡа туҡтауһыҙ командировкалар башҡорттарҙы бөлгөнлөккә һала.

V ревизия материалдарына ярашлы, Ҡумрыҡ-Табын улусы ауылдарында йәшәүселәрҙең «иген үҫтереүгә иғтибарһыҙ» булыуын күрергә мөмкин. 1843 йылда 64 бот ужым һәм 128 бот яҙғы иген сәселә. Быуат аҙағында иген уңмау осрағына мөгәзәй ойошторғандар, был иген үҫтереүҙә айырым үҙгәрештәр булыуын күрһәтә[4].

  1. 1,0 1,1 Башҡортостан Республикаһының райондары буйынса белешмә китабы 2016 йыл 4 март архивланған.
  2. Региональный интерактивный энциклопедический портал «Башкортостан»
  3. Межрайонная инспекция Федеральной налоговой службы № 30 по Республике Башкортостан
  4. Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Уфа, Китап, 2009. — 744 с. Страница 117. 2022 йыл 27 апрель архивланған.