Бөйөк Устюг

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Бөйөк Устюг
Флаг[d]Герб[d]
Flag Velikij Ustug.pngCoat of Arms of Velikiy Ustyug (Vologda oblast) (2000).png
Рәсем
Гимн Гимн Великого Устюга[d]
Дәүләт Flag of Russia.svg Рәсәй[1]
Административ үҙәге Муниципальное образование «Город Великий Устюг»[d][1], Великоустюгский район[d][1], Великоустюжский уезд[d][2], Устюжская провинция[d], Великоустюжский уезд[d][2], Северо-Двинский округ[d] һәм Северо-Двинская губерния[d]
Административ-территориаль берәмек Великоустюгский район[d], Муниципальное образование «Город Великий Устюг»[d][1] һәм Великоустюжский уезд[d]
Халыҡ һаны 31 806 кеше (2015)
Ир-егеттәр 5528[2]
Ҡатын-ҡыҙҙар 5609[2]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 55 метр
Сәғәт бүлкәте Мәскәү ваҡыты[d]
Мираҫ статусы Рәсәйҙең мәҙәни мираҫ объекты[d]
Майҙан 17 км²
Почта индексы 162390–162394 һәм 162396
Рәсми сайт movustug.ru
Урындағы телефон коды 81738
Бында ерләнгән кешеләр категорияһы Категория:Похороненные в Великом Устюге[d]
Commons-logo.svg Бөйөк Устюг Викимилектә

Бөйөк Устюг (тарихи исеме Устюг) — Рәсәйҙәге ҡала, Вологда өлкәһенең Бөйөк Устюг районының административ үҙәге. Бай мираҫҡа эйә булған Рус Төньяғының иң боронғо ҡалаларының береһе. Вологданан төньяҡ-көнсығышҡа ҡарай 450 саҡрым алыҫлыҡта Сухона йылғаһының һул ярында урынлашҡан. 1999 йылда Бөтә Рәсәй Ҡыш бабайының тыуған иле тип иғлан ителә, шуға күрә популяр ғаилә туризмы үҙәге булып китә[3].

Исеме[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡаланың Устюг исеме, халыҡ этмиологияһына ярашлы, Көньяҡ тамаҡта (урыҫсанан Усть Юга) урынлашыуынан килә. Сығышы йылға, һыу мәғәнәһендәге фин-уғыр "уфтюга" һүҙенән һәм һуңынан славян халҡы тарафынан үҙгәртелеүе менән бәйле булыуы ла ихтимал.

«Бөйөк» эпитетын ҡала сауҙа һәм тарихи әһәмиәте өсөн ала.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Юг һәм Сухона йылғаларының ҡушылған урыны

Бөйөк Устюг — боронғо рус ҡалаларының береһе. Устюгҡа башланғысты Бөйөк Владимир кенәзлеге һала.

Беренсе ауылды улар 9 быуатта бейек тауҙа хәҙерге ҡаланан дүрт саҡрым алыҫлыҡта Сухона һәм Көньяҡ йылғалары ҡушылған ерҙә төҙөй.

Әммә был ҡаласыҡ сағыштырмаса оҙаҡ йәшәмәй. Чудь ҡәбиләләре, ә һуңынан новгородлылар һәм Вятка халҡы йыш ҡына уны ҡамай һәм яндыра, һәм Вятка кешеләренең сираттағы тар-мар итеүенән XV быуатта ҡала тергеҙелмәй

Бынан һуң посад кешеләре XIII быуатта Сухонаның һул ярына күсенә башлай һәм Устюг тип аталған яңы ауыл төҙөй.

XIII—XIV быуаттар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тәүге сығанаҡтарҙа Устюг ҡалаһы 1207 йылда телгә алына. Владимир кенәзе үҙенең улы Константинға биш ҡала менән Ростовты бирә, улар араһында Устюг та булған тип фаразлана (иҫәптә күрһәтелмәһә лә).

Бының ҡарауыл торағы (Успение соборы районында), Ростов халҡының новгородлыларға ҡаршы форпост булыуы ихтимал. Оҙаҡ ваҡыт ҡәлғә нығытмаһына эйә булмай.


1218 йылда Устюг Волга буйы болғарҙарының һөжүменә дусар була, улар рус кенәздәре менән бай һунар биләмәләренә сыҡҡан Волга-Кама юлы өсөн һуғыш алып бара.

Ҡала талана, ләкин тиҙҙән тергеҙелә. Ике йылдан һуң Юрий һәм Святослав Всеволодовичтар рус дружиналарын болғарҙарға ҡаршы алып бара.

1364 йылдан 1474 йылға тиклем Бөйөк Устюг үҙәгендә Устюг кенәзлеге була

XIV—XVII быуаттар аҙағы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

XIV—XV быуаттарҙа Төньяҡта барған һуғыш Устюгты ла ситтә ҡалдырмай. Новгородлылар алты тапҡыр уға һөжүм итә. Устюг халҡы Мәскәү кенәздәре өсөн сығыш яһай.

XIV быуат аҙағында бөйөк кенәз Василий I ваҡытында Устюг тулыһынса Бөйөк Мәскәү кенәзлегендә була. 1446 йылда Устюг татар һөжүмен кире ҡаға. XVI быуат уртаһында Устюг сит нығытма булыуҙан туҡтай һәм хәрби әһәмиәтен юғалта. Әммә уңайлы географик урыны арҡаһында (Сухона буйлап һәм Аҡ диңгеҙгә Төньяҡ Двина аша сауҙа юлы асылыу менән бәйле) сауҙа үҙәге булараҡ үҙенең үҫешен дауам итә.

XVI быуатта Устюгтың сауҙа әһәмиәте шул тиклем арта, Иван IV уны «Дәүләт әйләнеше өсөн» аҡса биргән ҡалалар иҫәбенә индерә.

XVII быуат аҙағына тиклем ҡала Бөйөк Устюг өлкәһенең ғәйәт ҙур территорияһы буйлап үҙәк булып тора.

XVIII — XX быуаттар башында[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

XVIII быуаттың сауҙа юлдарының күсеүе менән Бөйөк Устюг, башҡа күп төньяҡ ҡалалары кеүек, сауҙа-транспорт әһәмиәтен юғалта.

1708 йылда, Пётр I илде һигеҙ губернаға бүлә, Бөйөк Устюг Архангелогород губернаһы составына инә, Бөйөк Устюг өйәҙ ҡалаһы статусын ала һәм провинциаль ҡала була, ә 1780 йылдан Вологда наместниклығы сосатвында була. XIX быуатта Вологда губернаһының өйәҙ ҡалаһы сифатында була.

XVIII быуат аҙағында ҡаланың ныҡ тығыҙ ултырыуы арҡаһында бер нисә ҙур янғын сыға, һөҙөмтәлә бөтә тиерлек посад юҡҡа сыға. Ер үлсәүсе Голубевтың ҡала төҙөү планы раҫлана.

Сухона йылғаһы яғынан күренеш

РСФСР[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1920 йылдың апрель айында урындағы башҡарма комитеты рәйесе Е.Е Горовой ҡалала дәүләт университетында ойошторорға тәҡдим итә[4].

1918—1929 йылдарҙа Төньяҡ-Двина губернаһы үҙәге, 1929—1930 йылдарҙа ҡала Төньяҡ крайҙың Төньяҡ-Двина округы үҙәге була. 19361937 йылдарҙа — Төньяҡ өлкәлә район үҙәге. 1937 йылдың 23 сентябрендә Төньяҡ өлкә бөтөрөлгәндән һуң Вологда өлкәһе составына инә.

19211922 йылдарҙа ҡалала Төньяҡ-Двина университеты ойошторола. Уҡытыусылар институты эшләй. 30-сы йылдарҙа ҡаланың архитектура йөҙөнә ҙур зыян килтерелә, күп соборҙар һәм сиркәүҙәр емерелә.

Физик-географик ҡылыҡһырлама[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Географик урыны

Бөйөк Устюг Рәсәйҙең төньяҡ-көнсығыш өлөшөндә, Көнсығыш Европа тигеҙлеге өлөшөндә Сухона йылғаһының һул ярында, Төньяҡ Двина башында урынлашҡан. Диңгеҙ кимәленән уртаса бейеклеге — 70 метр.

Мәскәүгә тиклем алыҫлыҡ — 914 км тиклем, Санкт-Петербургҡа — 1100 км, Котласҡа тиклем — 69 км

Климаты
Ҡала климаты
Күрһәткес Ғин Фев Мар Апр Май Июн Июл Авг Сен Окт Ноя Дек Йыл
Уртаса максимум, °C −11 −8 −1 7 14 20 23 19 12 5 −4 −9 5,6
Уртаса температура, °C −12,5 −11 −5,3 1,8 9,3 15,7 18,1 14,3 8,6 1,8 −7 −10,9 2
Уртаса минимум, °C −16 −14 −9 −2 4 9 12 9 5 0 −8 −13 −1,9
Сығанаҡ: Monthly Averages for Velikiy Ustyug, RUSҠалып:Нет в источнике, NASA. База данных RETScreen
Ҡала климаты
Күрһәткес Ғин Фев Мар Апр Май Июн Июл Авг Сен Окт Ноя Дек Йыл
Уртаса температура, °C −13 −11,2 −4,5 2,6 9,6 15,3 17,8 14,4 8,6 2,6 −5,7 −10,6 2,2
Яуым-төшөм нормаһы, мм 38 29 29 31 43 65 62 63 54 50 47 44 555
Сығанаҡ: [5]
Сәғәт бүлкәте
Map of Russia - Moscow time zone.svg

Халҡы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2016 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халҡы буйынса ҡала Рәсәй Федерацияһының 1112[6] ҡалаһы араһында [7] 375-се урында була

2019 йылдың 1 ғинуарына ҡарата ҡала халҡы һаны буйынса Рәсәй Федерацияһының 1115 ҡалаһы араһында 486-сы урында тора

Иҡтисады[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2018 йылдан яғыулыҡ гранулалары етештереү тергеҙелә.

XVII быуатта Бөйөк Устюг танылған рус халыҡ художество кәсептәре — көмөштө ҡарайтыу барлыҡҡа килә. 1933 йылда артель ойошторола, аҙаҡ «Төньяҡ ҡараһы» заводына әүерелә, ул художестволы көмөш әйберҙәр, шул иҫәптән ювелир изделиелар етештерә, унда 500-гә яҡын кеше эшләй[8]. Шулай уҡ билдәле «Архангельск биҙәктәре» (туҡыу, туҙҙа биҙәктәр һәм һырлау буйынса: шкатулкалар, тырыздар һ. б.) сувенирҙар фабрикаһы билдәле.

Муниципаль берәмектәр һәм территориаль бүленеше[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2006 йылдың 1 ғинуарында «Бөйөк Устюг ҡалаһы» ҡала биләмәһендә ойошторола, уның составында, ҡаланан башҡа, Слободка ауылы инә[9]. Код ОКТМО — 19 614 101.ү.

Тораҡ пункттар ОКА Индекс Координаталар
Биҫтә ауылы 884 214 19 038 162393 60°47′14″ с. ш. 46°16′13″ в. д.HGЯO

Ҡала 6 биҫтәгә: Үҙәге, Икенсе өлөшө, Тау, Яиково, Борки һәм ЦРБ районына бүленә. Ҡала сиктәренә Добрынин, Дымково, Коромыслово, Маринино ҡасабалары инә

Үҙәге — ҡаланың тарихи районы. Бында башлыса тарих һәм мәҙәниәт ҡомартҡыларын тупланған.

Иҫтәлекле урындары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

XX быуат башында бөйөк Устюг. Совет заманында 10 кәм түгел ҡорамдар һүтелгән

Ҡалала XVII—XVIII быуаттарҙың 28 ҡорамы һаҡланып ҡалған

Бөйөк Устюг өйәҙе сиркәүҙәре һәм монастырҙары
  • Прокопий Праведный соборы
  • Успение соборы
  • Иоанн соборы
  • Архиерей йорто һәм святитель Алексий сиркәүе
  • Богоявленский сиркәүе
  • Михайло-Архангельск монастыры
  • Знаменый-Филипп монастыры
  • Иоанно-Предтеченский монастыры
  • Спас-Преображенск монастыры
  • Вознесение сиркәүе (XVII быуат)
  • Столпник Симеон сиркәүе (XVIII быуат)
  • Мироносицк сиркәүе

XIX быуаттың бер нисә тиҫтә граждандар архитектураһы ҡомартҡыһы :

  • Усов йорто
  • Охлопков йорто
  • Ноготковтар йорто
  • Булдаков усадьбаһы

«Бөйөк Устюг — Ҡыш бабайҙың тыуған иле» проекты[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Элекке Мәскәү мэры Юрий Лужков һәм Вологда өлкәһе губернаторы Вячеслав Позгалев инициативаһы менән , Вологда өлкәһендә 1999 йылдан «Бөйөк Устюг — Ҡыш бабайҙың тыуған иле» проекты эшләй. 1999 йылдың 25 декабрендә Ҡыш бабай йортон асыу тантанаһы үтә.


Тәүге өс йыл эсендә (1999 - 2002 йыл) килгән туристар һаны Бөйөк Устюг ҡалаһында, 2 меңдән 32 меңгә тиклем арта[10].

2018 йылда Ҡыш бабайҙың «тыуған иленә» килгән туристар ағымы йылына 300 мең кешегә етә. [11]

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 66,86 — радио россии / ГТРК Вологда[12]
  • 102,3 — Радио Трансмит[13] / Радио Бөйөк Устюг
  • 103,0 — Европа Плюс
  • 103,5 — радио / FM Устюг (100 Вт, 38 м)
  • 105,2 — радио россии / ГТРК Вологдала (Якутино кв 1)
  • 107,8 — Радио Дача

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 ОКТМО. 185/2016. Северо-Западный ФО
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 Шокальский Ю. М. Устюг Великий // Энциклопедический словарьСПб.: Брокгауз — Ефрон, 1902. — Т. XXXV. — С. 57–59.
  3. Вести. Ru: Туроператоры назвали самые популярные новогодние направления
  4. Костицын В. А.«Мое утраченное счастье…»: Воспоминания, дневники. М.: Новое литературное обозрение, 2017
  5. ФГБУ "ВНИИГМИ-МЦД"
  6. с учётом городов Крыма
  7. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2016 года. Таблица «31. Численность населения городов и пгт по федеральным округам и субъектам Российской Федерации на 1 января 2016 года». RAR-архив (1,0 Mб)
  8. Евгений Щедрин Серебро Великого Устюга. Статья в газета Правда
  9. Закон Вологодской области об установлении границ Великоустюгского муниципального района, границах и статусе муниципальных образований, входящих в его состав. Редакция от 5.04.2010
  10. Дорогой дедушка. Проект «Дед Мороз» обещает стать прибыльным.
  11. аэропорта в Великом Устюге завершится в августе 2020 года
  12. Вологодская ГТРК
  13. Радио «Трансмит» — Новости Вологодской области

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Туркин А. М., Боев М. А. Великий Устюг // Вологодская энциклопедия / гл. ред. Г. В. Судаков. — Вологда: Русь, 2006. — С. 93, 94. — ISBN 5-87822-305-8.
  • Устюг Великий // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том) — СПб., 1890—1907. (рус.)
  • Тельтевский П. А. Великий Устюг. — М.: Госстройиздат, 1960. (Архитектура городов СССР).
  • Шильниковская В. П. Великий Устюг. Развитие архитектуры города до середины XIX века. Изд. 2-е., дополн. (Изд. 1-е — 1973). — М.: Стройиздат, 1987. — 256 с. ил. — 40.000 экз.
  • Устюг Великий. Материалы для истории города XVII и XVIII столетий на сайте «Руниверс»
  • Мельник А. Г. К истории первого каменного собора Великого Устюга // Русская религиозность: проблемы изучения — СПб.: Журнал Нева, 2000. — Б. 78-83. — ISBN 5-87516-182-5.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]