Эстәлеккә күсергә

Лесунов Валерий Павлович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Валерий Павлович Лесунов битенән йүнәлтелде)
Лесунов Валерий Павлович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 12 ғинуар 1949({{padleft:1949|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:12|2|0}})
Тыуған урыны Урман ҡасабаһы, Иглин районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 18 декабрь 2004({{padleft:2004|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:18|2|0}}) (55 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Һөнәр төрө уҡытыусы
Уҡыу йорто Өфө дәүләт авиация техник университеты
Ғилми дәрәжә иҡтисад фәндәре кандидаты[d]
Ойошма ағзаһы Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Почёт ордены

Лесунов Валерий Павлович (12 ғинуар 1949 йыл — 18 декабрь 2004 йыл) — хужалыҡ һәм дәүләт эшмәкәре, ғалим-иҡтисадсы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1994—1998 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Премьер-министрының беренсе урынбаҫары, 1998—2004 йылдарҙа Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһенең генераль директоры. Башҡортостан Республикаһының 1—3-сө саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай (1995—2004) депутаты. Иҡтисад фәндәре кандидаты (2003), доцент. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған машиналар эшләүсеһе (1995). Почёт ордены кавалеры (2000).

Валерий Павлович Лесунов 1949 йылдың 12 ғинуарында хәрби ҡаласыҡ[1] — Башҡорт АССР-ы Иглин районының Урман ҡасабаһында тыуған.

Уның атаһы, Павел Михайлович Лесунов (1911—1987), һөнәре буйынса төҙөүсе, «Башцелинстрой» тресының 127-се ПМК-һында прораб булып эшләй. Әсәһе, Людмила Лукьяновна Лесунова (1922 йылғы), Оло Тәләк ауылында (элекке район үҙәге, 1956 йылдан БАССР-ҙың Иглин районы составында) совхозда бригадир булып эшләй. В. П. Лесуновтың ата-әсәһе Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында осраша һәм һуғыштан һуң өйләнешә.[2]

Ғаиләлә Валерийҙан башҡа тағы ике ҡыҙ бала тәрбиәләнә: Валентина Павловна Прилепская (Лесунова; 1947 йылғы), хеҙмәткәр, һәм Вера Павловна Герасимова (Лесунова; 1956 йылғы), «УМПО» хеҙмәткәре.

Һөнәри эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • 1966: Оло-Тәләк урта мәктәбен тамамлай;
  • 1967:Өфө авиация институтының ситтән тороп уҡыу бүлексәһенә уҡырға инә;
  • 19681969: Өфө моторҙар эшләү заводының 8-се механика-йыйыу цехында металл ҡырҡыусы;
  • 1969—1972: шунда уҡ махсус станоктар йүнәтеүсе;
  • 1972—1974: инженер-технолог, шунда уҡ;
  • 1974: Өфө авиация институтын «Машиналар эшләү, металл ҡырҡыусы станоктар һәм инструменттар технологияһы» һөнәре буйынса тамамлай, диплом буйынса квалификацияһы — «инженер-механик»;[3]
  • 1974—1975: Совет Армияһы сафтарында хеҙмәт итә (Куйбышев өлкәһенең Чапаевск ҡалаһы; рядовой);
  • 1975—1981: Өфө моторҙар эшләү заводының баш технолог бүлегендә инженер-технолог (1978 йылда предприятие Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһенә үҙгәртелә), шул иҫәптән:
  • 1978 йылдың авгусы — 1980 йылдың ғинуары: Корапут машиналар эшләү заводында совет белгестәре төркөмө составында компрессор статоры буйынса өлкән инженер (Hindustan Aeronautics Limited, HAL — Һиндостан хөкүмәте аэрокосмик компанияһының двигателдәр төҙөү бүлексәһе);
  • 1981—1983: «УМПО»-ның икенсе майҙансығында баш технолог урынбаҫары;
  • 1983—1986: Өфө двигателдәр төҙөү заводының баш технологы (икенсе майҙансыҡта УМПО составында ойошторола);
  • 1984—1986: Үҙәк авиация сәнәғәте кадрҙарының квалификацияһын күтәреү институтында «Идара итеү һәм ойоштороу» һөнәре буйынса уҡыу курсын тамамлай (Мәскәү ҡалаһы);[4]
  • 1986—1987: «УМПО»-ның механика производствоһы буйынса баш инженер урынбаҫары;
  • 1987: «УМПО»-ның баш технологы вазифаһын башҡарыусы;
  • 1987—1993: «УМПО»-ның баш инженеры.[5] В. П. Лесунов 38 йәшендә СССР-ҙа авиадвингателдәр төҙөүсе предприятиеның иң йәш баш инженеры була,[6] ул ваҡытта УМПО-ла 50 меңгә яҡын кеше эшләй;
  • 1993: технологик машиналар эшләү кафедраһы буйынса доцент ғилми исемен бирәләр;[7]
  • 1993—1994: «УМПО» акционер йәмғиәтенең техник директоры;
  • 1994—1998: Башҡортостан Республикаһы Премьер-министрының беренсе урынбаҫары;[8][9]
  • 1996: «УМПО»-ның директорҙар советы рәйесе итеп һайлана;
  • 23 июль 1998 — 18 декабрь 2004: «УМПО» Асыҡ акционер йәмғиәтенең генераль директоры;
  • 2003: «иҡтисад фәндәре кандидаты» ғилми дәрәжәһенә диссертация яҡлай.

2004 йылдың 18 декабрендә теннис уйнағанда ҡапыл вафат була. Өфөлә Көньяҡ зыяратта ерләнгән.

В. П. Лесунов «УМПО»-ның генераль директоры булып эшләй башлаған мәлдә — 1998 йылдың аҙағында — предприятие коллектив хеҙмәткәрҙәренә 8 айлыҡ эш хаҡын түләү буйынса бурыслы була. Яңы директор үҙенең командаһы менән иң тәүге сиратта сығымдарҙы кәметеү буйынса эш башлай. Продукцияның 1 һумына энергия тотоноу 4 тапҡырға тиклем кәметелә (23 тиндән 6 тингә тиклем). 1998 йылдың биш айында етештереүгә киткән тотоноуҙар 98 млн. һумға кәмей, был продукция хаҡының 10 процентын тәшкил итә.

Предприятиеның заказдарҙы күберәк алыуын яҡшыртыу буйынса эш әүҙемләшә; В. П. Лесунов идара итеү штатына маркетинг буйынса генераль директор урынбаҫары вазифаһын индерә. Күп тә үтмәй һөҙөмтә лә күренә: 1998 йылдың тәүге 7 айында 434 млн һумлыҡ продукция етештерелһә, ҡалған ете айҙа был һан 887 млн. һумға барып етә.

Предприятие хәрби авиация өсөн двигателдәр етештереүҙе дауам итә. Су-27 истребителдәре, Су-25 штурмовиктары, Ка-27, Ка-28, Ка-32 һәм Ми-26 вертолеттары өсөн яңыртылған двигателдәр етештерелә. Запорожьеның «Мотор Сич» ААЙ-һы менән берлектә Ту-334 пассажир самолеты һәм күп маҡсатлы Бе-200 самолет-амфибияһы өсөн Д-436Т1 һәм Д-436ТП двигателдәрен етештереү производствоһы үҙләштерелә.

2000 йылда Һиндостан менән Су-30МКИ күп маҡсатлы ике урынлы ауыр истребителен һәм АЛ-31ФП двигателен етештереүгә лицензия һатыу бик уңышлы аҙым була.

УМПО самолет, вертолеттар өсөн продукциянан тыш граждандар продукцияһын етештереүҙе лә үҙләштерә. Универсаль мотоблок «Агрос»-тан ауыр транспорт ҡаргиҙгес өсөн двигатель һәм башҡа яңы төр продукция сығарыла башлай берекмә цехтарында.

1999 йылдың май айына предприятиеның эш хаҡы буйынса бурысы тулыһынса ҡаплатыла. В. П. Лесунов етәкселегендә үткәрелгән саралар «УМПО»-ға йылына продукцияны 20-25 проценҡа артығыраҡ сығарыу мөмкинлеген бирә. Һөҙөмтәлә берекмәнең йыллыҡ әйләнеше 13 млрд. һумға барып етә (2004), һәм продукцияның яҡынса 90 проценты экспорт поставкалары өсөн сығарыла.

Ғилми-педагогик эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҡтисад фәндәре кандидаты, доцент В. П. Лесунов байтаҡ йылдар Өфө авиация техник университетында студенттарға белем биреү менән дә шөғөлләнә. Валерий Павлович Лесунов машиналар эшләү технологияһы кафедраһы филиалы мөдире, ӨДАТУ-һының Ғилми советы ағзаһы була.

В. П. Лесунов 28 ғилми һәм уҡыу-методика эштәрен, мәҡәләләр баҫтырып сығара, уйлап табыуҙарына дүрт авторлыҡ таныҡлығы ала. Уның хеҙмәттәре араһында түбәндәгеләр бар:

  1. Уфимское моторостроительное производственное объединение. // Редакционная коллегия: В. П. Лесунов (председатель) и др. — Уфа, Слово, 2000. — 88 с. — ISBN 5-87308-201-4;
  2. A. M. Смыслов, В. П. Лесунов, Ю. М. Дыбленко. // Технологическое обеспечение эксплуатационных свойств деталей ГТД. — Уфа, 2002. — С. 2—378.[10]
  1. A. M. Смыслов, В. П. Лесунов, Гребенюк. Пути снижения повреждаемости рабочих лопаток компрессора ГТД. // Журнал «Авиационная промышленность». — Москва, 1992, № 12. — С. 50—51.[11]
  2. В. П. Лесунов. Виды банковской рекламы. // Журнал «Рекламный мир». — 1995, № 23—24. — С. 18.[12]
  3. В. П. Лесунов. ОАО «УМПО»: от авиационных двигателей к установкам для энергетики и транспортировки газа. // Журнал «Газотурбинные технологии». — Рыбинск, 2000, № 3. — С. 38—40.[13][14]
  4. В. П. Лесунов. Россия должна оставаться в числе мировых лидеров в авиастроении. // Журнал «Экономика и управление». — Уфа, 2000, № 4. — С. 9—13;[15][16]
  5. В. П. Лесунов. Высокие технологии — путь к успеху. // Журнал «Стандарты и качество». — Москва, 2002, № 1.
  6. В. П. Лесунов. В рыночной борьбе выигрывает тот, кто делает товар лучше и дешевле. // Журнал «Экономика и управление». — Уфа, 2002, № 3. — С. 34—42;
  7. В. П. Лесунов. Инвестиции в будущее. // Журнал «Двигатель». — Москва, март—апрель 2004, № 2 (32). — С. 10—11;
  8. В. П. Лесунов. Мы единственные в мире серийно делаем двигатели с управляемым вектором тяги. 2015 йыл 22 декабрь архивланған. // Журнал «Вести». — Москва, 2005, № 2 (34). — С. 4—8.[17]
  1. Г. Л. Ходоровский; Т. И. Фомичева; В. Г. Мишанова; Е. Л. Бибиков; А. М. Надежин; В. П. Лесунов; Я. П. Портной; М. В. Теренин. Способ изготовления отливок из титановых сплавов. Патент РФ № 2027543. Дата публикации: 27.01.1995. Заявитель: Московский авиационный технологический институт им. К. Э. Циолковского;
  2. А. А. Васильев, В. П. Лесунов, В. А. Сырескин, В. В. Райский. Способ подготовки поверхности для плазменного покрытия. Патент РФ № 2132402. Дата публикации: 27.06.1999;
  3. В. П. Лесунов, А. А. Савасин, И. Г. Савичев, Ф. Д. Климов, К. Ш. Закиров, У. А. Шарипов, Э. Б. Ахметов. Мотоблок. Патент на промышленный образец № 51328. Дата регистрации: 16.10.2002;
  4. В. П. Лесунов, В. В. Шамаев. Теннисный тренажер. Патент на полезную модель № 35985. Дата публикации: 20.02.2004;
  5. В. П. Лесунов, Ю. Л. Пустовгаров, В. А. Сырескин. Способ изготовления тонкостенных труб из жаропрочных дисперсионно-упрочняемых тугоплавких сплавов. Патент РФ № 2253527. Дата публикации: 10.06.2005.

Дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайының беренсе (1995—1999), II (1999—2003) һәм III (2003—2004) саҡырылыштары депутаты.[18] Беренсе һәм Икенсе саҡырылыштарҙа Вәкилдәр палатаһына инә, ә өсөнсө саҡырылышта Дәүләт Йыйылышы бер палаталы була;
  • Өфө ҡалаһы предприятиелары һәм ойошмалары директорҙары Советы рәйесе;
  • Башҡортостан Республикаһының Президент Советы ағзаһы;[19]
  • Башҡортостан Республикаһының Грек-рим көрәше федерацияһы президенты[20];[20]

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • 2000: Почёт ордены — «махсус техника булдырыу өлкәһендәге емешле эше һәм күп йыллыҡ намыҫлы эше өсөн»;[21]
  • 1970: «Фиҙакәр хеҙмәте өсөн. Владимир Ильич Лениндың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы» миҙалы;
  • 1995: «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған машиналар эшләүсеһе» исеме;
  • 2003: «Хәрби берҙәмлекте нығытыу өсөн» миҙалы (Оборона министрлығы);[22]
  • 1999: «Рәсәйҙең иң яҡшы менеджеры» исеме;
  • 2001: «Рәсәйҙең иң яҡшы 100 тауары» программаһы буйынса «Сифат өлкәһендә өлгәшкән ҡаҙаныштары өсөн» почёт тамғаһы;[23]
  • 2002: «Рәсәйҙең иң яҡшы профессиональ менеджерҙары рейтингына» инә (Менеджерҙар ассоциацияһы, ИД «Коммерсант». Экспертиза — компания Ernst & Young). Группа Топ’100 — 51-се урын;
  • 2004: «Рәсәйҙең иң яҡшы йүнселе» исеме (Рәсәй бизнес һәм йүнселлек академияһы);[24]
  • 2004: Рәсәй сифат алдынғыһы" конкурсы лауреаты (Бөтә Рәсәй сифатты ойоштороу буйынса эксперт программалары үҙәге);[25]
  • декабрь, 2004: «Йыл кешеһе-2004» премияһы лауреаты (Рус биографик институты)[26]"Иҡтисад һәм стратегик идара итеү" номинацияһында;[26]
  • «Эксперт» журналының «Эшлекле төбәк йүнселдәре» рейтингына индерелгән.[27]

Валерий Павловичтың тәүге ҡатыны Татьяна Николаевна Лесунова (тыу. 1946) һәм улы Аркадий Валерьевич Лесунов (тыу. 1973), — мотор эшләүселәр. Икенсе ҡатыны Лесунова Людмила Витальевнанан улы Лесунов Алексей Валерьевич (2004 г.) тыуа.

В. П. Лесунов квалификациялы спортсы була. Ҙур теннис, йөҙөү, тау саңғыһы менән етди шөғөлләнә, ҡаргиҙгестә йөрөү менән мауыға

  • 2005 йылдан йыл һайын Өфөлә «УМПО» ААЙ-һы Кубогына Валерий Лесунов иҫтәләгенә арналған теннис турниры үткәрелә;[28]
  • 2006: Башҡортостан Республикаһы Иглин районының Оло Тәләк ауылында урта белем белем биреү мәктәбе Валерий Лесунов исеме менән аталған.[29]
  • 2007: «УМПО» ААЙ-һы ӨДАТУ-ның яҡшы уҡыусы студенттары өсөн Валерий Лесунов исемендәге стипендия булдыра. 2014 йылдан стипендия күләме айына 10 мең һум тәшкил итә[30];[30]
  • 2014: Өфөнөң Инорс биҫтәһендәге бер урам Валерий Лесунов исемен йөрөтә[31].[31]
  1. Башкортостан. Краткая энциклопедия / Главный редактор Р. З. Шакуров. — Уфа, Башкирская энциклопедия, 1996. — 672 с. — ISBN 5-88185-001-7;
  2. Инженеры Урала. Энциклопедия / Российская инженерная академия. Уральское отделение; главный редактор Н. И. Данилов и др. — Екатеринбург, Уральский рабочий, 2001. — 694 с. — ISBN 5-85383-203-4;
  3. Башкирская энциклопедия (в 7 т.) / Главный редактор М. А. Ильгамов. — Т. 4: Л—О. — Уфа, Научное издательство «Башкирская энциклопедия», 2008. — 607 с. — ISBN 978-5-88185-068-5;
  4. Настоящее двигателя будущего. 85 лет Уфимскому моторостроительному производственному объединению / Экспертный совет: А. В. Артюхов (руководитель) и др. — Уфа; УМПО, УК «ОДК»; 2010. — 248 с. — 2000 экз.;
  5. Страна и завод: фотоистория. (Фотоальбом) / Уфа, УМПО, 2010. — 32 с. — 2000 экз.
  1. Лев Берне. УМПО: вчера, сегодня, завтра. Интервью В. П. Лесунова специальному корреспонденту журнала «Крылья Родины» (2001, № 6);
  2. Лесунов Валерий Павлович. Краткая характеристика на личном сайте В. Л. Кашулинского — бывшего главы администрации Калининского района г. Уфы;
  3. Диплом А-I № 318921;
  4. Диплом № 12 от 08.09.1986 г.;
  5. Приказ заместителя Министра авиационной промышленности СССР А. Н. Геращенко № 753/к от 11.06.1987 г.;
  6. Студенты УГАТУ стали стипендиатами имени Валерия Лесунова. 2015 йыл 22 декабрь архивланған. Информация на официальном сайте ОАО «УМПО», 17 ноября 2011 г.;
  7. Решение Госкомитета РФ по высшему образованию от 17 июня 1993 г. № 762-д; аттестат доцента ДЦ № 000073;
  8. Указ Президента РБ № УП-587 от 28.11.1994 г. «О назначении Лесунова В. П. первым заместителем Премьер-министра Республики Башкортостан»;
  9. Указ Президента РБ № УП-483 от 23.07.1998 г. «О первом заместителе Премьер-министра Республики Башкортостан»(недоступная ссылка)
  10. Ссылка на издание — в диссертации на соискание учёной степени кандидата технических наук «Комбинированные ионно-имплантационные и вакуумно-плазменные технологии модифицирования поверхности, обеспечивающие повышение эксплуатационных свойств лопаток ЦНД паровых турбин», автор: Ю. М. Дыбленко, 2003 г.;
  11. Ссылка на статью — в диссертации на соискание учёной степени к. т. н. «Разработка технологических процессов ионно-лучевой модификации поверхности при изготовлении и ремонте лопаток компрессора и турбины ГТД», автор: А. Ф. Львов, 2002 г.;
  12. Ссылка на статью — в диссертации на соискание учёной степени к. э. н. «Формирование рынка рекламных услуг», автор: А. В. Ведерникова, 2000 г., место защиты диссертации: Уфа;
  13. Ссылка на статью — в диссертации на соискание учёной степени к. т. н. «Оценка эффективности применения авиационных ГТД при создании ТЭЦ малой и средней мощности для комбинированной выработки тепла и электроэнергии», автор: П. С. Адамова, 2002 г.;
  14. Ссылка на статью — в диссертации на соискание учёной степени к. т. н. «Основные принципы методологии создания, доводки и эксплуатации конверсионного газотурбинного двигателя», автор: В. В. Куприк, 2003 г.;
  15. Ссылка на статью — в диссертации на соискание учёной степени к. э. н. «Выбор и обоснование приоритетных направлений реформирования предприятий (на примере машиностроения Республики Башкортостан)», автор: О. В. Мамателашвили, 2003 г.;
  16. Ссылка на статью — в диссертации на соискание учёной степени кандидата экономических наук «Формирование механизма устойчивого развития предприятия: на примере предприятий машиностроения», автор: Н. М. Петрищенко, 2003 г.;
  17. Ссылка на статью — в диссертации на соискание учёной степени к. э. н. «Совершенствование процесса диверсификации промышленных предприятий», автор: Н. В. Дьяченко, 2006 г.;
  18. Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. Книга вторая. Документы и материалы. 2015 йыл 22 декабрь архивланған. // Уфа, Тау, 2005. — С. 269, 282, 292;
  19. Об утверждении состава Президентского Совета. Указ Президента Республики Башкортостан № УП-531 от 5 августа 1998 г.;
  20. 20,0 20,1 Виталий Чемляков. В спортклубе им. Гастелло прошёл турнир по греко-римской борьбе памяти Рахимзяна Ганиева.(недоступная ссылка)(недоступная ссылка) «Башвесть», первая интернет-газета РБ, 21.05.2004 г.;
  21. Указ Президента РФ № 1318 от 13 июля 2000 г. «О награждении государственными наградами Российской Федерации работников акционерного общества „Уфимское моторостроительное производственное объединение“»(недоступная ссылка);
  22. Приказ Министра обороны РФ по личному составу № 33 от 17 января 2003 г.;
  23. Список награждённых почётным знаком «За достижения в области качества» по региону Республика Башкортостан на официальном сайте программы «100 лучших товаров России»;
  24. Лауреаты 2001—2009 2021 йыл 17 ғинуар архивланған. на сайте Российской академии бизнеса и предпринимательства;
  25. Лауреаты конкурса «Российский лидер качества» 2015 йыл 22 декабрь архивланған. на сайте Центра экспертных программ Всероссийской организации качества;
  26. 26,0 26,1 Список лауреатов премии «Человек года-2004» 2015 йыл 22 декабрь архивланған. на сайте «Политического журнала», № 46 (49), 14 декабря 2004 г.;
  27. Рейтинг «Наиболее влиятельные региональные предприниматели» 2018 йыл 25 октябрь архивланған. на сайте журнала «Эксперт»;
  28. Евгений Рахимкулов. Подведены итоги турнира по теннису памяти Валерия Лесунова. Информационное агентство «Башинформ», 27 мая 2009 г.;
  29. Сайт средней общеобразовательной школы имени Валерия Лесунова, с. Улу-Теляк;
  30. 30,0 30,1 С 2 до 10 тысяч рублей повысило УМПО стипендию для студентов УГАТУ. Информация на сайте Регионального интернет-агентства «Башкирия», 16.05.2014 г.;
  31. 31,0 31,1 Гузель Набиева. В Уфе новые улицы названы в честь известных земляков Александра Кобелева и Валерия Лесунова. 2014 йыл 2 август архивланған. Газета «Республика Башкортостан», 15.05.2014 г.