Эстәлеккә күсергә

Васильев Григорий Семёнович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Васильев Григорий Семёнович
Зат ир-ат
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 22 сентябрь 1897({{padleft:1897|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:22|2|0}}) или 22 сентябрь (4 октябрь) 1897[1]
Тыуған урыны Ефремкин, Ҡырмыҫҡалы районы
Вафат булған көнө 28 ғинуар 1943({{padleft:1943|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:28|2|0}})[1] (45 йәш)
Вафат булған урыны Нижнее Турово[d], Нижнедевицкий район[d], Воронеж өлкәһе, РСФСР, СССР
Ерләнгән урыны Хохольский район[d]
Уҡыу йорто М. В. Фрунзе исемендәге Хәрби академия
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Хәрби звание подполковник[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө пехота[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены Советтар Союзы Геройы «Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһының егерме йыллығы» юбилей миҙалы Ҡыҙыл Байраҡ ордены

Васильев Григорий Семёнович (22 сентябрь 1897 йыл — 28 ғинуар 1943 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған хәрби хеҙмәткәр, уҡсылар полкы командиры, подполковник (1942). Советтар Союзы Геройы (1943).

Григорий Семёнович Васильев 1897 йылдың 22 сентябрендә Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе[2] Ефремкин ауылында тыуған. Милләт — сыуаш. Башланғыс училище тамамлаған.

1918 йылдан Ҡыҙыл Армияла. Йыйылма Урал отряды походында, 1918—1920 йылдадарҙа Көнсығыш фронттағы һуғыштарҙа, 1922 йылда Волочаевка операцияһында ҡатнаша. 1919 йылдан ВКП(б) ағзаһы. 1919 Ҡыҙыл Армия командованиеһы штабының Вятка совет пехота курстарын тамамлай. 1924 йылда Юғары берләштерелгән хәрби училищены тамамлай. 1929 йылда Көнсығыш тимер юлындағы алыштарҙа ҡатнаша. 1934 йылда М. В. Фрунзе исемендәге хәрби академия тамамлай. 1938 йылда Хәсән күле янында һәм 1939 йылда Халхин-Гол йылғаһы буйында япон милитаристары менән ҡораллы конфликттарҙа ҡатнаша.1941 йылдың октябренән Көньяҡ-Көнбайыш, Брянск һәм Воронеж фронттарында хеҙмәт итә. 60-сы армия 232-се уҡсылар дивизияһы 605-се уҡсылар полкы командиры. 1943 йылдың 24-28 ғинуарында Воронеж өлкәһе Верхненикольское, Яблочое, Кочетовка, Түбәнге Турово ауылдарын азат итеүҙә ҡатнаша.1943 йылдың 28 ғинуарында Воронеж өлкәһе Түбәнге Турово ауылы өсөн барған алыштарҙың береһендә һәләк була. Күрһәткән батырлыҡтары өсөн «Советтар Союзы Геройы» исеменә лайыҡ була[3].

1943 йылдың 28 ғинуарында Воронеж өлкәһенең Хохол ауылы янындағы туғандар ҡәберлегендә ерләнгән.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бийск ҡалаһында, Кочетовка һәм Түбәнге Туровола урта мәктәптәргә Васильев исеме бирелгән; Бийск, Ефремкин һәм Түбәнге Туровола уға һәйкәл ҡуйылған

  • Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1987. — Т. 1 /Абаев — Любичев/. — 911 с. — 100 000 экз. — ISBN отс., Рег. № в РКП 87-95382.
  • Звёзды доблести ратной: О Героях Советского Союза — новосибирцах / сост. Е. Д. Головин, Л. М. Живоглядова. — 2. — Новосибирск: Новосибирское книжное издательство, 1986. — 432 с.
  • Кузнецов И. И., Джога И. М. Золотые звёзды Алтая. — 1. — Барнаул: Алтайское книжное издательство, 1982. — 279 с.
  • Подвиги их — бессмертны. — Уфа: Китап, 2000.
  • Славные сыны Башкирии. — Кн. 4. — Уфа, 1979.
  • Ашик М. В. Этергомский десант. — СПб., 2000.
  1. 1,0 1,1 Исаев Ю. Н. Чувашская энциклопедия (урыҫ)Чувашское книжное издательство, 2006. — 2567 с. — ISBN 978-5-7670-1471-2
  2. хәҙер Башҡортостан Республикаһы Ҡырмыҫҡалы районы
  3. Башҡорт энциклопедияһы /Васильев Григорий Семёнович
  4. Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 682525/793756, д. 29/8, л. 11, 232, 233, 234)
  5. Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 682525, д. 136, л. 1, 15, 16)