Ваһабзадә Бәхтийәр Мәхмүд уғлы
Ваһабзадә Бәхтийәр Мәхмүд уғлы | |
әзерб. Bəxtiyar Mahmud oğlu Vahabzadə | |
Заты | ир-ат |
---|---|
Гражданлығы |
![]() ![]() |
Тыуған көнө | 16 август 1925 |
Тыуған урыны | СССР, Кавказ аръяғы Социалистик Федератив Совет Республикаһы[d], Әзербайжан Совет Социалистик Республикаһы, Шәки |
Вафат булған көнө | 13 февраль 2009[1] (83 йәш) |
Вафат булған урыны | Әзербайжан, Баҡы |
Ерләнгән урыны | Баҡының арҙаҡлылары ерләнгән аллея[d] |
Һөнәр төрө | яҙыусы, шағир, сәйәсмән, драматург |
Биләгән вазифаһы | депутат Милли Меджлиса Азербайджана[d] |
Ойошма йәки клуб ағзаһы | Әзербайжан Милли фәндәр академияһы |
Ғилми дәрәжә | филология фәндәре докторы[d] |
![]() | |
Жанр | поэма[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
![]() |
Бәхтийәр Мәхмүт уғлы Ваһабзадә (әзерб. Bəxtiyar Mahmud oğlu Vahabzadə, рус. Вагабзаде Бахтияр Махмуд оглы; 16 август 1925 йыл — 13 февраль, 2009 йыл) — Әзербайжан ССР-ының Халыҡ шағиры (1984) һәм атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1974), Әзербайжан Милли фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы.
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1925 йылдаың 16 авгусында Әзербайжан Республикаһының Шәки ҡалаһында тыуған.
9 йәшендә сағында буласаҡ шағирҙың ғаиләһе республиканың баш ҡалаһы Баҡыға күсенә. 1947 йылда Баҡы дәүләт университетының филология факультетын тамамлай.
1945 йылда уны Әзербайжан Яҙыусылар союзына ҡабул итәләр һәм ижад менән бер рәттән 40 йылдан ашыу Баҡы дәүләт университетында уҡыта.
1950 йылдан 1990 йылға тиклем Баҡы дәүләт университетында уҡытыусы, доцент һәм профессор булып эшләй.
1964 йылда «Самед Вургун» тигән монографияһы менән филология фәндәре докторы исеме алған.
1980 йылда Әзербайжан Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты булып китә.
1995 йылда шағир «Истиғлал» (Бойондороҡһоҙлоҡ) азатлыҡ өсөн көрәш ордены менән бүләкләнә.
2009 йылдың 13 февралендә шағир Баҡы ҡалаһында вафат була[2]
2018 йылдың 21 февралендә шағирҙың ҡатыны Диләрә Ваһабзадә Баҡыла вафат була.[3][4]
Мәҙәни мираҫы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
2011 йылда Баҡы ҡалаһындағы Баҡы дәүләт университеты янындағы урамға Бәхтийәр Ваһабзадә исеме бирелә.
2018 йылдың 1 сентябрендә Шеки ҡалаһында Йорт-музейы асылған[5] һәм ҡасандыр ул йәшәгән бинаға мемориаль таҡта урынлаштырылған.
Награда һәм премиялары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- «Бойондороҡһоҙлоҡ» ордены (15.04.1995) — әзербайжан халҡының милли азатлыҡ өсөн көрәшендәге ҙур хеҙмәттәре өсөн[6]
- Октябрь Революцияһы Ордены (16.11.1984)
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ Ордены (20.08.1975)
- «Хеҙмәт ветераны» миҙалы
- Әзербайжан Республикаһы халыҡ шағиры (1984)
- Әзербайжан ССР-ның атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1974)
- СССР дәүләт премияһы (1984)
- Әзербайжан ССР-ының дәүләт премияһы (1976)
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ https://web.archive.org/web/20090808023433/http://en.apa.az:80/news.php?id=97122
- ↑ Б. Вагабзаде. dergipark.gov.tr. Тәүге сығанаҡтан архивланған 15 ғинуар 2019. 14 ғинуар 2019 тикшерелгән.
- ↑ Скончалась супруга Бахтияра Вахабзаде (рус.), Oxu.Az (22 февраль 2018). 22 февраль 2018 тикшерелгән.
- ↑ Информационное Агентство АзадИнформ Скончалась супруга Бахтияра Вахабзаде - Культура - Новости - Информационное Агентство АзадИнформ. ru.azadinform.az. Тәүге сығанаҡтан архивланған 22 февраль 2018. 22 февраль 2018 тикшерелгән.
- ↑ В Шеки состоялась торжественная церемония открытия Дома-музея Бахтияра Вагабзаде. Культурно-просветительский сайт ATAlar.ru
- ↑ Указ Президента Азербайджанской Республики от 15 апреля 1995 года № 319 "О награждении Б. М. Вагабзаде орденом «Независимость»
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 16 августа тыуғандар
- 1925 йылда тыуғандар
- Әзербайжанда тыуғандар
- 13 февралдә вафат булғандар
- 2009 йылда вафат булғандар
- Баҡыла вафат булғандар
- СССР Дәүләт премияһы лауреаттары
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- Октябрь Революцияһы ордены кавалерҙары
- «Хеҙмәт ветераны» миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- Ҡалыптар:Тышҡы һылтанмалар
- Филология фәндәре докторҙары
- СССР шағирҙары
- XX быуат шағирҙары
- Алфавит буйынса шағирҙар
- Алфавит буйынса шәхестәр