Ваһапов Абдулла Ноғоман улы
Ваһапов Абдулла Ноғоман улы | |
Гражданлыҡ |
СССР Башҡорт АССР-ы Башҡортостан Республикаhы |
---|---|
Тыуған көнө | 2 ғинуар 1926 |
Тыуған урыны | Мәндәғол, Кейекбай ауыл советы, Бөрйән районы |
Вафат булған көнө | 21 март 2022 (96 йәш) |
Вафат булған урыны | Иҫке Собханғол, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй |
Һуғыш/алыш | Икенсе бөтә донъя һуғышы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Тышҡы һүрәттәр | |
---|---|
Ваһапов Абдулла Ноғоман улы |
Ваһапов Абдулла Ноғоман улы[1] (2 ғинуар 1926 йыл — 21 март 2022 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, совет-япон һуғышында ҡатнашыусы (1945), хужалыҡ эшмәкәре. 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры. Бөрйән районы Почетлы гражданы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Абдулла Ноғоман улы Ваһапов 1926 йылдың 2 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Бөрйән районы Мәндәғол ауылында тыуған. 1942 йылда Иҫке Собханғол урта мәктәбенең 7 класын тамамлай. Мәктәптән һуң Бөрйән районының «Марс» колхозында эшсе булып эшләй. 1942 йылдың 1 сентябренән 1943 йылдың 7 ноябренә тиклем Мәндәғол башланғыс мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй.
1943 йылдың 1 ноябренән 1950 йылдың октябренә тиклем Совет Армияһы сафында Приморье крайының төрлө хәрби частарында хеҙмәт итә. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Кореяны азат итеүҙә ҡатнаша. 1-се Алыҫ Көнсығыш фронтының 113-сө нығытма районы 85-се айырым пулемет артиллерия батальонының пулеметсыһы була (командующийы — маршал Мерецков). Хәрби дәрәжәһе — кесе сержант. Бөйөк Еңеүҙе Приморье өлкәһенең Хәсән районында ҡаршы ала[2].
- Хеҙмәт юлы
- 1950 йылдың 1 ноябренән 1951 йылдың 21 авгусына тиклем Һатып алыуҙар министрлығы район вәкиленең агенты
- 1951 йылдың 21 авгусынан 1955 йылдың мартына тиклем Бөрйән район Советы башҡарма комитеты бүлеге мөдире
- 1955 йылдың мартынан 1965 йылдың декабренә тиклем Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауыл Советы башҡарма комитеты секретары, рәйесе
- 1965 йылдың 25 декабренән — район Советы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары
- 1965 йылдың 26 декабренән 1976 йылдың апреленә тиклем район Советы Башҡарма комитетының район план комиссияһы рәйесе
- 1976 йылдың апреленән 1980 йылдың октябренә тиклем Бөрйән производство-юл участкаһы начальнигы
- 1980 йылдың октябренән 1990 йылдың авгусына тиклем « Сбербанк» үҙәк һаҡлыҡ банкы етәксеһе һәм идарасыһы
Абдулла Ноғоман улы Ваһапов 2022 йылдың 21 мартында вафат була[3] һәм Иҫке Собханғол зыяратында ерләнә.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Японияны еңгән өсөн» миҙалы (1946)
- «Кореяны азат иткән өсөн» миҙалы (1948)
- «Фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн. В. И. Лениндың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы» юбилей миҙалы (1970)
- «Социалистик ярыш еңеүсеһе» билдәһе (1977)
- 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1985)
Хәбәрсе (тарихсы)
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 31 ғинуар 2018 йыл Бөрйән - тауҙар иле
- Викидәреслектә: Мәсем тауы
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ГТРК «Башкортостан» Тынғы белмәҫ ветеран(недоступная ссылка)
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Вагапов Абдулла Нугуманович // Бурзянская энциклопедия / гл. ред. Г. М. Манапов. — Уфа: НИК Башкирская энциклопедия, 2022. — С. 141. — 640 с. — ISBN 978-5-88185-512-2.
- Карточка «Дороги памяти» на Абдуллы Вагапова[4]