Эстәлеккә күсергә

Баева Вера Михайловна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Вера Баева битенән йүнәлтелде)
Баева
Вера Михайловна
Тыуған

29 март 1936({{padleft:1936|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:29|2|0}}) (88 йәш)

Тыуған урыны

СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Өфө ҡалаһы

Ил

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Һөнәрҙәре

камера, опера йырсыһы, музыкаль педагог

Йырлау тауышы

лирик-колоратур сопрано

Наградалар
Юбилейная медаль «За доблестный труд (За воинскую доблесть). В ознаменование 100-летия со дня рождения Владимира Ильича Ленина»
Юбилейная медаль «За доблестный труд (За воинскую доблесть). В ознаменование 100-летия со дня рождения Владимира Ильича Ленина»
СССР-ҙың халыҡ артисы— 1986 РСФСР-ҙың халыҡ артисы— 1979

Баева Вера Михайловна (29 март 1936 йыл) — СССР һәм Рәсәйҙең опера һәм камера йырсыһы (лирик-колоратур сопрано), педагог. 1959—2000 йылдарҙа Свердловск дәүләт филармонияһы солисы, бер үк ваҡытта 1968—1973 йылдарҙа һәм 1982 йылдан М. П. Мусоргский исемендәге Урал консерваторияһы уҡытыусыһы, профессор (1996). СССР-ҙың халыҡ артисы (1986).

Вера Михайловна Баева 1936 йылдың 29 мартында Өфөлә күп балалы ғаиләлә тыуа[1].

1959 йылда Урал консерваторияһын (Свердловск, хәҙер Екатеринбург) тамамлай. Яңғыҙ йыр класында — П. А. Ноздровскаяла, ә камера йыры класында Б. И. Певзнерҙа уҡый.

1959-2000 йылдарҙа — Свердловск дәүләт филармонияһы солисы.

Йырсы ижадында фортепиано оҙатыуындағы яңғыҙ йыр концерттары төп урынды биләй. Репертуарында биш йөҙләп әҫәр — романстар, операларҙан ариялар, халыҡ йырҙары, Көнбайыш Европа, рус һәм совет камера-вокаль һәм опера классикаһы, донъя халыҡтары йырҙары.

Йырсы ҡаҙаныштарының береһе — М. Глиэрҙың тауыш менән оркестр өсөн концертын башҡарыу. Баеваның ижадында органға ҡушылып йырлау ҙа ҙур ғына урын биләй. Вокаль-симфоник әҫәрҙәр (Дж. Верди, В. А. Моцарт һ.б.) башҡарыуҙа ҡатнаша. Уның башҡарыуында И. С. Бах, Г. Ф. Гендель кантаталарынан ариялар вокаль оҫталыҡ өлгөһө булып тора.

1968—1973 йылдарҙа һәм 1982 йылдан алып М. П. Мусоргский исемендәге Урал консерваторияһында уҡыта (1996 йылдан — профессор). Уҡыусылары араһында — Рәсәйҙең атҡаҙанған артистары И. Наумова, М. Силина, Коми Республикаһының халыҡ артисы Е. Лагода, Бүрәт Республикаһының халыҡ артисы, халыҡ-ара конкурстар лауреаты С. Крупина, халыҡ-ара конкурстар лауреаты Н. Белоусова.

1987 йылдан — «Свердловск өлкәһенең музыкаль йәмғиәте» төбәк йәмәғәт ойошмаһының идара рәйесе. Екатеринбург ҡалаһы призына Йәш вокалсыларҙың халыҡ-ара конкурсының жюри рәйесе.

2006 йылда Екатеринбургта «Урал» студияһында «Дороги любви» тигән альбомы сыға, унда йырсының 42 яҙмаһы инә.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • М. И. Глинка исемендәге III Бөтә Союз вокалсылар конкурсы лауреаты (2-се премия, Мәскәү, 1965).
  • РСФСР-ҙың халыҡ артисы(1979)[2]
  • СССР-ҙың халыҡ артисы (1986)
  • «Намыҫлы хеҙмәт өсөн. Владимир Ильич Лениндың тыуыуына 100 йыл тулыу уңайынан» миҙалы
  • Әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендәге ҙур ҡаҙаныштары өсөн Свердловск өлкәһе губернаторы премияһы (2004)
  • Екатеринбургтың почётлы гражданы (1993).