Вершилова Пелагея Альбертовна
Вершилова Пелагея Альбертовна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Тыуған көнө | 9 (22) декабрь 1904 |
Тыуған урыны | Санкт-Петербург, Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 18 август 1992 (87 йәш) |
Вафат булған урыны | Мәскәү, Рәсәй |
Ерләнгән урыны | Кунцево зыяраты[d] |
Һөнәр төрө | ғалим |
Эшмәкәрлек төрө | микробиология |
Эш урыны | Почётлы академик Н. Ф. Гамалея исемендәге эпидемиология һәм микробиология Милли тикшеренеү үҙәге |
Уҡыу йорто | Академик И. П. Павлов исемендәге Санкт-Петербург дәүләт медицина университеты |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Пелагея Альбертовна Вершилова (9 декабрь 1904 йыл, Петербург, Рәсәй империяһы — 18 август 1992 йыл, Мәскәү, Рәсәй Федерацияһы) — ғалим-микробиолог һәм эпидемиолог, вакциналар һәм сывороткалар етештереүсе, СССР Медицина фәндәре академияһы (АМН) академигы (1971-91), О. О. Гартох һәм П. Ф. Здродовскийҙың уҡыусыһы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1904 йылдың 9 декабрендә Санкт-Петербургта тыуған. 1923 йылда Петроград медицина институтына уҡырға инә, уны 1928 йылда инде «Ленинград» исеме аҫтында тамамлай. 1930 йылда Ленинградта эпидемиология һәм микробиология институтына эшкә урынлаша, унда 1934 йылға тиклем эшләй.
1934 йылда Мәскәүгә күсеп килә һәм Бөтә Союз эксперименталь медицина институтына эшкә урынлаша, унда 1941 йылға тиклем бруцеллёз бүлеге мөдире була һәм СССР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының хәүефле инфекция бүлеге начальнигы булып эшләй. Шул уҡ йылда Мәскәүҙә Новинский бульвары, 25 йорт, 10 адресы буйынса фатир ала һәм унда 1973 йылға тиклем йәшәй. 1941 йылда Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән бәйле, ВИЭМ хеҙмәткәрҙәре көнсығышҡа эвакуациялана һәм Пелагея Вершилова Ҡаҙанға килеп эләгә, унда 1943 йылға тиклем Ҡаҙан эпидемиология һәм микробиология институты директоры вазифаһын биләй.
1943 йылда Мәскәүгә әйләнеп ҡайта һәм 1949 йылға тиклем РСФСР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының эпидемиология һәм микробиология институтында бүлек мөдире булып эшләй. 1952 йылда СССР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының ошондай уҡ институтына эшкә күсә, унда 1952 йылдан 1956 йылға тиклем директор урынбаҫары, 1961—1964 йылдарҙа — директоры вазифаһын биләй, ә 1964—1992 йылдарҙа бруцеллёз лабораторияһы мөдире була. 1973 йылда Гамалея урамы, 19 йорт, фатир 1 адресы буйынса яңы торлаҡ йортҡа күсә үҙенең вафатына тиклем шунда йәшәй.
1992 йылдың 18 авгусында Мәскәүҙә вафат була. Кунцево зыяратында ерләнгән[1].
Фәнни хеҙмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Төп ғилми хеҙмәттәре эпидемиологияға, бруцеллёз патогенезына һәм был ауырыу ваҡытында организмдың һаҡлаусы реакцияларын өйрәнеүгә арналған. 200-гә яҡын фәнни хеҙмәттәр, монография һәм 2 уйлап табыуға авторлыҡ таныҡлығы авторы. Бруцеллёзға ҡаршы юғары нәтижәле тере вакцина авторы, ул һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә киң ҡулланыла.
Фагоцитоз бруцеллёз ваҡытында иммунитеттың нигеҙе булып тора икәнен күрһәтә.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Почёт Билдәһе» ордены
- Ленин ордены
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены.
- Н. Ф. Гамалея исемендәге премия лауреаты.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- БМЭ.— 3-е изд.— М.: Советская энциклопедия, т. 1—9, 1974—79.
- Биологи. Биографический справочник.— Киев.: Наукова думка, 1984.— 816 с.: ил
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Биографические сведения 2020 йыл 25 март архивланған..
- Биография на официальном сайте БМЭ.
- Подробная биография на сайте Лики России(недоступная ссылка).
- 22 декабрҙә тыуғандар
- 1904 йылда тыуғандар
- Санкт-Петербургта тыуғандар
- 18 августа вафат булғандар
- 1992 йылда вафат булғандар
- Мәскәүҙә вафат булғандар
- Кунцево зыяратында ерләнгәндәр
- Санкт-Петербург медицина университетын тамамлаусылар
- Ленин ордены кавалерҙары
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- «Почёт Билдәһе» ордены кавалерҙары
- Алфавит буйынса ғалимдар
- 9 декабрҙә тыуғандар