Эстәлеккә күсергә

Виктория Баденская

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Виктория Баденская
нем. Viktoria von Baden
Герб
Рәсем
Ҡултамға
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Германия
 Швеция
Титул королева-консорт[d], крон-принцесса[d], герцогиня[d] һәм шаһбикә[d]
Тыуған көнө 7 август 1862({{padleft:1862|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:7|2|0}})[1][2][3][…]
Тыуған урыны Карлсруэ[d], Германский союз[d], Германия[4]
Вафат булған көнө 4 апрель 1930({{padleft:1930|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:4|2|0}})[1][2][3][…] (67 йәш)
Вафат булған урыны Рим, Италия[4]
Ерләнгән урыны Bernadotte crypt[d][5][6][4]
Ҡәбере һүрәте
Атаһы Фридрих I Баденский[d]
Әсәһе Луиза Прусская[d]
Бер туғандары Фридрих II[d] һәм Людвиг Вильгельм Баденский[d]
Хәләл ефете Густав V[d]
Балалары Густав VI Адольф[d], Вильгельм, герцог Сёдерманландский[d] һәм Эрик, герцог Вестманландский[d]
Нәҫеле Бернадоты[d]
Туған тел Немец теле
Яҙма әҫәрҙәр теле Немец теле
Һөнәр төрө консорт, яҙыусы
Биләгән вазифаһы Queen Consort of Sweden[d]
Префикс титула Величество[d] һәм Королевское высочество[d]
Социаль синыф член королевской семьи[d]
Монограмма
Музыка ҡоралы фортепиано
Кем хөрмәтенә аталған Виктория Саксен-Кобург-Готская[d]
Милке дворец Соллиден[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
орден Серафимов
Ҡыҙыҡһыныу өлкәһе фотография, покраска[d], Скульптура, фортепиано һәм верховая езда[d]
Вики-проект Project Svenskt kvinnobiografiskt lexikon[d]
 Виктория Баденская Викимилектә

Виктория Баденская (швед. Victoria av Baden, нем. Viktoria von Baden), 7 август 1862 йыл, Карлсруэ, Бөйөк Баден герцоглығы — 4 апрель 1930 йыл, Рим, Италия) — бөйөк герцог Фридрих I Баденскийҙың һәм һәм Луиза Прусскаяның ҡыҙы, Швеция короле Густав V, ҡатыны, 1907—1930 йылдарҙа Швеция королеваһы, Швеция короле Густав VI Адольфтың әсәһе.

Ғаиләһе һәм иртә тормошо

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Принцесса Виктория Баденскаяның йәш сағындағы фотоһүрәте

Принцесса София Мария Виктория 1862 йылдың 7 авгусында Карлсруэ замогында тыуа. Ул бөйөк герцог Баденский Леопольд I һәм Швеция короле Густав IV Адольфтың ҡыҙы бөйөк герцогиня Баденская София Вильгельминаның дүртенсе балаһы булған Баденский Фридрих I берҙән-бер ҡыҙы. Викторияның әсәһе — Луиза Прусская, Германия императоры Вильгельм I һәм императрица Августаның ҡыҙы.

Принцесса ағайҙары Фридрих һәм Людвиг менән Карлсруэ һарайында үҫә. Йәй көндәрен ғаилә Майнау утрауында үткәрә, унда уларҙың һарайы була. Ғаилә даими рәүештә Берлинға Германияның императоры һәм уның ҡатыны янына йөрөй. Ҡайһы саҡта улар Францияның көнъяғына, Швейцарияға йәки диңгеҙ буйындағы инглиз курортына сәфәр ҡылалар. Бөйөк герцогиня Луиза балаларына ҡаты була. Балалар һыуыҡ бүлмәләрҙә, ҡаты карауаттарҙа йоҡлап йөрөйҙәр. Бәлки, принцессаның тап шул һалҡын бүлмәлә йоҡлауы, уның ғүмере буйына артабанғы сәләмәтлеге менән проблемаларының сәбәпсеһе була[7].

Башланғыс белемде Виктория 1871 йылда башҡа 15 ҡыҙ менән бергә әсәһенең етәкселегендә үҙенең һарайында ала башлай. Виктория немец телен бик яҡшы белә, инглиз һәм француз телендә һөйләшә, һүрәтте яҡшы төшөрә, фотоға төшөрөргә ярата, тарихты өйрәнә. Принцесса талантлы пианист була, Шопенды, Бетховенды, йәки яратҡан композиторы Вагнерҙы еңел генә уйнай. Виктория Фридрих Шиллерҙың һәм Людвиг Уландтың күп шиғырҙарын яттан белә[8].

Виктория император Николай I ейәне һәм Николай II ике туған ағаһы рәсәй бөйөк кенәзе Николай Николаевичҡа ғашиҡ була. Әммә улар араһында никах булыуы мөмкин түгел, сөнки улар бер-береһенә ике туған апай һәм ағай булып сыға. Бөйөк герцогиня Луиза ҡыҙы өсөн кейәүгә сығыуға Пруссия һәм Германия кронпринцы Вильгельмды уңышлы партия тип һанай. Виктория һәм Вильгельм шулай уҡ ике туғандар була. Әммә уларҙың никахы Бисмарк тәьҫире аҫтында килеп сыҡмай[9].

Швеция һәм Норвегия вариҫы принц Густавтың никахы тураһындағы мәсьәлә король һәм королеваны ныҡ борсой. Король Оскар Германия менән тығыҙ бәйләнеште теркәү өсөн, үҙенең улын берәй немец принцессаһына өйләндереүҙе ҡарай. Кандидаттарҙың береһе булып император Фридрих III ҡыҙы принцесса Шарлотта Прусская була. Швед матбуғатында вариҫтың һәм королева Викторияның ейәнсәре принцесса Виктория Гессен-Дармштадтскаяның мөмкин булған никахы тураһында мәғлүмәт баҫылып сыға. Королева София үҙенең оло улын королева Викторияның кесе ҡыҙы, принцесса Беатрисеға өйләндереү вариантын ҡарай, әммә Бөйөк Британияла королева Виктория ул союзды хуп күрмәй[10].

1879 йылдың көҙөндә кронпринц Густав Страсбургҡа, хеҙмәт иткән урынына ебәрелә. Лондонға барған ваҡытында ул Викторияның ағаһы принц Фридрихтан Баденға ғаиләләренә килеп сығыуға саҡырыу ҡағыҙы ала. Хеҙмәтен тамамлағандан һуң, Густав Бөйөк герцогтың ғаиләһенә бара, ләкин Виктория һәм кронпринц араһында бер ниндәй ҙә романтик хистәр барлыҡҡа килмәй[11].

Виктория һәм Густавтың туй фотоһүрәте, 1881 йыл.

1881 йылдың февралендә Густавты ата- әсәһе Германияға принц Вильгельм Прусскийҙың һәм Августа Шлезвиг-Гольштейнскаяның туйына ебәрә. Бында Густав яҡындан Виктория менән таныша. Әсәһенә яҙған хатында кронпринц былай тип яҙа: «Бөтә беҙҙе уратып алыусылыр беҙҙең бер-беребеҙҙе яратҡаныбыҙҙы һиҙҙеләр, тик мине был бер нисек тә уңайһыҙ хәлгә ҡалдырмай. Сөнки мин үҙемә кәләш таптым һәм үҙемде бик шат тоям». Осрашыуҙан ике аҙна үткәс, 12 мартта, Норвегия һәм Швеция вариҫы Густавтың һәм баден принцессаһы Викторияның йәрәшеүе тураһында иғлан ителә.

Йәрәшеүҙән һуң кронпринц Густав атаһының пневмония менән ныҡ ауырыуы сәбәпле Стокгольмға ҡайтырға мәжбүр була. Атаһы шәбәйгәс, кейәү егете кәләшенә бара һәм улар Карлсруэла Пасханы байрам итәләр. Май айында король Оскар Бад-Эмсҡа курортҡа бара, унда ул үҙе буласаҡ килене менән таныша. Королева София менән бергә ул Брюль ҡалаһына юллана, унда Германияның император ҡатын Августа менән осраша һәм буласаҡ туй тантанаһының нескәлектәре тураһында фекер алыша.

Француз журналы Le Monde баҫылып сыҡҡан Викторияның туй һүрәте

Йәй аҙағына тиклем Виктория һәм Густав король һәм королева менән Санкт-Морицта булалар. Виктория швед телен, мәҙәниәтен һәм илдең тарихын өйрәнә башлай. Тарих һәм мәҙәниәтте Викторияға билдәле швед тарихсыһы уҡыта, ә швед Конституцияһы тарихы курсын уға шәхсән король Оскар II бирә.

Туй тантанаһы 1881 йылдың 20 сентябрендә Карлсруэла үтә. Викторияны алтарь янына атаһы һәм олатаһы, Вильгельм I алып бара. Туй хөрмәтенә өс пушканан 12 залп бирелә. Өс көн һуҙылған туй тантанаһының һуң парҙар Швецияға юллана. Яңы тыуған илгә ҡайтыу Дания аша үтә, ә аҙаҡ ирле-ҡатынлы Стокгольмға Венадис фрегатында килә. Башҡалала ике аҙнаға бик бай байрам тантанаһы ойошторола, Виктория рәсми рәүештә Швед һәм Норвег кронпринцессаһы титулын ала. 1881 йылдың 1 октябрендә Король Оскар II килене хөрмәтенә тантаналы вәғәҙә бирә, һәм Стокгольмдағы Король сиркәүендә тантаналы ғибаҙәт ҡылыуҙар үтә[sv]. 3 октябрҙә король һарайында 2000 кешегә иҫәпләнгән бал уҙғарыла. Тантаналар 4 октябрҙә король ғаиләһенең билдәле опера йырсыһы Кристина Нильсон сығыш яһаған Король операһына барыу менән тамамлана[12].

Швециялағы тормошо

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Туй үткәндән һуң парҙар Стокгольмда Король һарайының бер ҡатында йәшәй башлайҙар, ул һуңғараҡ принцесса Сибилла ҡаты тип атала (хәҙерге Швеция короленең әсәһе хөрмәтенә аталған). Туй тантанаһынан һуң, йәш парҙар кире Германияға юлланалар, унда улар Викторияның ата-әсәһенә баралар, Берлинда һәм Нойвидела туғандары менән осрашалар. Аҙаҡ Данияға баралар, унда Густавтың ике туған һеңлеһе принцесса Луиза Датская менән осрашалар. 1882 йылдың феварль-март айҙарында ир менән ҡатын Ослоға- Норвегияның башҡалаһында булалар.

Виктория йәмғиәт тормошонда әүҙем ҡатнаша, Стокгольмда төрлө художество күргәҙмәләр ойоштора, хәйриәлә ҡатнаша. Кронпринцесса швед король һарайында немецтарҙың йолаларын һәм тәртиптәрен индерергә маташа, әммә король быға ҡаршы була.

Королева Виктория Шведская 1910 йылда

1882 йылдың йәйендә Викторияның беренсе бала көткәне билдәле 1882 йылдың ноябрендә уның улы Густав Адольф тыуа. Король Оскар улы һәм килененә баланы Фридрих йәки Вильгельм тигән немец исеме менән атауҙарын тыя. Әммә Виктория балаға өсөнсө һәм дүртенсе исем сифатында был исемдәрҙе бирә. Бала тапҡандан һуң Виктория көсһөҙ була Һәм ул бронхит менән ауырый. 1884 йылда уның икенсе улы Эрик тыуа, ул аҙаҡ эпилепсия менән яфалана һәм грипптан 29 йәшендә үлеп ҡала. Өсөнсө бала тыуғандан һуң, Виктория плеврит менән ауырып китә, был ауырыу менән ул бөтә ғүмере буйы яфа сигә. Ғаилә, ғәҙәттә, йәйҙе Тульгард һарайында үткәрә.

1907 йылдың 8 декабрендә король Оскар II үлгәс, швед тәхетенә Густав ултыра, ә Виктория Швеция королеваһы була. Киләһе йылда ир менән янына күп король шәхестәре килә, улар араһында Бөйөк Британияның короле Эдуард VII, королева Александра һәм уларҙың ҡыҙҙары принцесса Виктория була. Ире менән бергә улар Лондонға. Парижға, Берлинға һәм Венаға сәфәр ҡыла. 1913 йылда король Виктор Эммануил III һәм уның ҡатыны королева Елена саҡырыуы буйынса Италияға баралар. Королева Виктория рәсми булмаған политик партияларҙың вәкилдәре менән йыйылыштарҙа ҡатнаша. Беренсе Донъя һуғышы ваҡытында Виктория дүрт тапҡыр Германияға тол ҡалған әсәһе эргәһенә бара.

1918 йылда Викторияның кесе улы принц Эрик «испанканан» вафат була. Ул үлгәндән һуң ярты йылға матәм иғлан ителә.

Һуғыштан һуң король һәм йыш ауырыған королева Швеция буйлап йөрөйҙәр, 1925 йылда Финляндияла булалар.

1930 йылдың 4 апрелендә королева Виктория йөрәк өйәнәгенән вафат була. 12 апрелдә дәүләт ерләүҙәре Риддархольмен сиркәүендә уҙа. Ерләү церемонияһында Берлин һәм Рим вәкилдәре ҡатнаша.

Швед короле Густав V менән никахтан өс улы тыуа:

  • Густав VI Адольф (1882—1972) — Швеция короле, ике тапҡыр өйләнә: беренсе ҡатыны принцесса Маргарита Коннаутская (1882—1920), никахтан биш балаһы бар; икенсе ҡатыны Леди Луиза Маунтбеттен (1889—1965), никахта бер үле ҡыҙ таба;
  • принц Вильгельм, герцог Седерманландский (1884—1965) — Бөйөк кенәз ҡыҙы Мария Павловнаға өйләнә (1890—1958), никахта бер улы була, 1914 йылда айырылышалар;
  • принц Эрик, герцог Вестманландский (1889—1918) — эпилепсиянан яфалана, грипп ауырыуынан вафат була, өйләнмәй, балалары булмай.
  • Уның Бөйөк герцог Ғали йәнәптәре Принцесса Виктория Баденская(1862—1881)
  • Уның Король Ғали йәнәптәре Норвегия һәм Швеция Кронпринцессаһы (1881—1905)
  • Уның Король Ғали йәнәптәре Швеция Кронпринцессаһы (1905—1907)
  • Уның Ғали йәнәптәре Швеция Королеваһы (1907—1930)
  1. 1,0 1,1 Deutsche Nationalbibliothek Record #11903090X // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  2. 2,0 2,1 Viktoria // Find a Grave (ингл.) — 1996.
  3. 3,0 3,1 Lundy D. R. Sophie Marie Viktoria Prinzessin von Baden // The Peerage (ингл.)
  4. 4,0 4,1 4,2 Victoria, drottning (Victoria av Baden) 1862-08-07 — 1930-04-04 Drottning av Sverige // (unspecified title)
  5. Olsson M. http://kulturarvsdata.se/raa/samla/html/6890 — 1937. — Б. 463.
  6. Bernadotteska gravkoret
  7. Fjellman, 1980, p. 16
  8. Minnesalbum, 1930, p. 16—18
  9. Jansson, 1963, p. 40—41
  10. Jansson, 1963, p. 42—44
  11. Fjellman, 1980, p. 27—28
  12. Jansson, 1963, p. 56
  • Hans folk Gustaf Kung och, Åhlén & Stockholm förlag 1950 Åkerlunds
  • Minnesalbum. Drottning Victoria 1862–1930. — Malmö : Världslitteraturens förlag, 1930.
  • Svenska Män och Kvinnor Del 8. Albert Bonniers förlag. — Stockholm, 1955.
  • Margit Fjellman. Drottning Victoria. Sveriges drottning. — Stockholm : Albert Bonniers förlag, 1980. — ISBN 91-0-044970-9.
  • Anders Jarlert (2012). Drottning Victoria - ur ett inre liv. En existentiell biografi. — Stockholm : Carlssons förlag. — ISBN 978-91-7331-468-8.
  • Bengt Jangfeldt. En osalig ande. Berättelsen om Axel Munthe. — Stockholm, 2003. — ISBN 91-46-18183-0.
  • Heribert Jansson. Drottning Victoria. — Stockholm, 1963.
  • Lars Lagestedt (red.). 100 år med Svenska Dagbladet 1884–1984 : Ett sekel speglat i tidningssidor. — Stockholm, 1984. — ISBN 91-7738-061-4.
  • Leif Lewin. Ideologi och stategi. — Stockholm, 1984.
  • Arvid Lindman. Dagboksanteckningar. — Stockholm : Kungl. Samfundet för utgivande av handskrifter rörande Skandinaviens historia. Handlingar del 1, genom Nils F. Holm. — ISBN 91-85104-00-0.
  • Oscar II. Mina memoarer I. Med företal och kommentarer. — P.A. Norstedt & Söners förlag, genom Nils F. Holm, Bernadotteska arkivet.
  • Waldemar Swahn. 30 år med Konung Gustaf. — Stockholm : Saxon & Lindströms förlag.
  • Gustaf von Platen. Bakom den gyllne fasaden. Gustaf V och Victoria: Ett äktenskap och en epok. — Stockholm : Albert Bonniers förlag, 2002. — ISBN 91-0-058048-1.