Вильно (христиан) уҡытыусылар институты

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Вильно уҡытыусылар институты
Дәүләт Flag of Russia.svg Рәсәй империяһы
Административ-территориаль берәмек Вильнюс

Вильно (христиан) уҡытыусылар институтыРәсәй империяһы Вильно уҡыу округы биләмәһендә урынлашҡан урта махсус педагогия уҡыу йорто. Вильнола 1875 йылда асылған. Беренсе донъя һуғышы башланғандан һуң, Һамарға эвакуацияланған, унда ойоштороу яғынан Һамар уҡытыусылар институтынаҡушылған.

1878 йылда Вильно губернаһы

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Вильно губернаһы Рәсәй империяһының рус, белорус һәм йәһүд халыҡтары йәшәгән хәҙерге Литваның көньяҡ-көнсығышындағы өйәҙҙәренең бер өлөшөн һәм Белоруссияның күп биләмәләрен үҙ эсенә алған[1].

М. Н. Муравьёв-Виленский

1863 йылдың апрелендә үк кенәз А. П. Ширинский-Шихматов Вильно округында ике уҡытыусылар семинарияһы, шул иҫәптән Вильно губернаһында — Молодечнола булдырырға тәҡдим итә. Уларҙың һәр береһендә 30-ар православ белорус һәм литва кәрҫтиәндәре балалары шөғөлләнергә тейеш була. Халыҡ мәғарифы министрлығы был уҡыу йорттарын финансларға ризалаша, әммә 1863—1865 йылдарҙа генерал-губернатор вазифаһын биләгән граф М. Н. Муравьёв-Виленский тәҡдим ителгән проектты хупламай. Граф был уҡыу йорттарында нигеҙҙә урындағы «поляклашҡан» түгел, ә Үҙәк Рәсәйҙән саҡыртып килтерелгән православие руханиҙары һәм дини семинария тәрбиәләнеүселәре эшләүен теләгән.

Сәйәси һәм мәшәҡәтһеҙ бюрократик тотҡарлыҡтар һөҙөмтәһендә ғөмүмән, округта асылған институт йәһүд Уҡытыусылар институты була, ул Вильнола 1873 йылда эшләй башлай. Әммә ул дәүләт уҡыу йорто булмай, һәм белорус, урыҫ, литва һәм башҡа христиандарға конфессиональ билдәләр буйынса унда уҡырға инеү юлы ябыҡ була. Вильно дәүләт, «христиан», уҡытыусылар институтын 1876 йылда.ғына асыу форсаты тейә. Башҡа уҡытыусылар институттары — Витебск, Могилёв һәм Минск — XX быуат башында ғына асыла. Көндөҙгө стационар уҡыуға институтҡа ир-егеттәр генә ҡабул ителә. Ҡатын-ҡыҙҙарға уҡытыу эшен алып барыу хоҡуғын биргән имтихандарҙы экстерн тапшырыу мөмкинлеге бирелгән [2].

Йәһүд уҡытыусылар институтында уҡытыу рус телендә алып барыла. Ләкин уны тамамлаусылар фәҡәт йәһүд башланғыс училищеларында ғына уҡытыу хоҡуғына эйә була. Христиан уҡытыусылар институтына фәҡәт правосавие динендәгеләрҙе генә уҡырға алғандар. Был юғары уҡыу йорттары Вильнола һәм башҡа ҡалаларҙа эшләгән училищелар өсөн уҡытыусы кадрҙар әҙерләргә тейеш, тип фараз ителгән. был уҡыу округының ҡала училищеларына өсөн. «Ҡала» төшөнсәһе урынды түгел, ә статусты күҙ уңында тотҡан; улар менән бер рәттән өйәҙ училищелары булған. Ләкин һуңғыларынан XX быуат башына өстән бер өлөшө генә ҡала статусын алған. Һөҙәмтәлә, Вильно округы уҡытыусылар институты уҡытыусылар әҙерләп сығарыу буйынса потенциалының 30-40 % ғына файҙаланыла, һәм улар йылына 10-15 уҡытыусы ғына сығара. Мәҫәлән, бер йәһүд институтында ғына студенттарҙың уртаса йыллыҡ һаны 61 генә кеше тәшкил иткән, һәм ул үҙе урта уҡыу йорто статусына эйә булған [3].

Уҡытыусылары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Институттың тәүге директоры (1875 йылдың 1 июленән алып) этнограф һәм тарихсы Юлиан Фомич Крачковский була. 1884 йылда Крачковскийҙы Урта Азияға ебәрелә, ул унда Төркөстан уҡытыусылар семинарияһын етәкләй. 1884 йылдың 1 авгусында статский советник Михаил Архипович Дуров Вильно уҡытыусылар институты директоры итеп тәғәйенләнә, 1891 йылдың 1 июленән — статский советник Всеволод Семёнович Богоявленский, 1913 йылдың 23 сентябренән — ғәмәли статский советник Спасская Василий Петрович Спасский[4].

Билдәле тамамлаусылар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Кореневский Иосиф Петрович — совет ғалим-педагогы, Белорус дәүләт университеты ректоры, Белорус мәҙәниәте институтының мөхбир ағзаһы.
  • Некрашевич Степан Михайлович — ғалим-телсе, Белорус мәҙәниәте институтын (хәҙер Беларусь Республикаһы Милли фәндәр академияһы) ойоштороусы һәм беренсе рәйесе, Беларусь Фәндәр академияһы академигы.
  • Сирочинский Владимир Николаевич — ғалим-физик, Хеҙмәт Геройы
  • Червяков Александр Григорьевич — совет партия һәм дәүләт эшмәкәре, президиумы эшмәкәре, БССР-ҙан СССР Үҙәк Башҡарма Комитеты Президиумы Рәйесе.


Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]