Вишик Марко Иосифович
Марко (Марк) Вишик Иосифович (19 октябрь 1921, Львов — 23 июнь 2012, Мәскәү) — СССР һәм Рәсәй математигы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]8 йәшендә атаһын юғалта, әммә, матди хәлдәре ауыр булыуға ҡарамаҫтан, классик гимназияны тамамлауға өлгәшә.
Иван Франко исемендәге Львов милли университетының физика-математика факультетында уҡый башлай (1939), унда был осорҙа Стефан Банах, Юлиус Шаудер, Станислав Мазур, Бронислав Кнастер һәм Эдвард Шпильрайн уҡыталар. Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән бәйле эвакуацияға китә, өлөшләтә йәйәү, өлөшләтә транспортта Краснодарға тиклем барып етә, бында эшкә инә. Һуңынан — Махачҡалала педагогия институтында уҡый. Көнбайыш Украина өлкәһендә йәшәүсе булараҡ Ҡыҙыл Армияға алынмай.
1942 йылда Тбилисиға күсә. Тбилиси университетын отличие менән тамамлай (1943).
1943—1945 йылдарҙа ул Грузин ССР-ы Фәндәр академияһының А. М. Размадзе исемендәге Тбилиси математика институты аспирантураһында И. Н. Векуала уҡый. 1945 йылда СССР Фәндәр академияһының Математика институты аспирантураһына күсә. 1947 йылда кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай, Л. А. Люстерник ғилми етәксеһе була. 1951 йылда докторлыҡ диссертацияһы яҡлай. Мәскәү энергетика институтының математика кафедраһы профессоры (1953—1965).
Мәскәү дәүләт университетының механика-математика факультетының дифференциаль тигеҙләмәләр кафедраһы профессоры (1965—1993), 1993 йылда дөйөм идара итеү проблемалары кафедраһына күсә.
1966—1991 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһының механика проблемалары институтында эшләй. Рәсәй Фәндәр академияһының мәғлүмәттәрҙәрҙе тапшырыу мәсьәләләре институтының баш ғилми хеҙмәткәре (1993).
Хеҙмәттәре дифференциаль тигеҙләмәләр һәм функциональ анализ өлкәһенә ҡарай.
41 фән кандидаты әҙерләй, шуларҙың 10-һы докторлыҡ диссертацияһы яҡлай.
236 ғилми мәҡәлә һәм 3 монография авторы.
1964 йылдың яҙынан М. И. Вишик мехматта киң халыҡ-ара танылыу алған дифференциаль тигеҙләмәләр буйынса семинар алып бара.
Ҡатыны — Ася Моисеевна Вишик.
2012 йылда вафат була. Дон зыяратында ерләнгән (4 уч.)[4].
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Америка фән һәм сәнғәт академияһының почетлы ағзаһы (1990)[5]
- И. Г. Петровский исемендәге премия лауреаты (1992)
- Берлин Ирекле университетының Почетлы докторы (2001)
Библиография
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Бабин А. В., Вишик М. И. Аттракторы эволюционных уравнений. — М.: Наука, 1989.
- Вишик М. И., Фурсиков А. В. Математические проблемы статистической гидромеханики. — М.: Наука, 1980.
- Вишик М. И. Фрактальная размерность множеств
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Deutsche Nationalbibliothek Record #129619701 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
- ↑ 2,00 2,01 2,02 2,03 2,04 2,05 2,06 2,07 2,08 2,09 2,10 2,11 2,12 2,13 2,14 2,15 2,16 2,17 2,18 2,19 2,20 2,21 2,22 2,23 Математическая генеалогия (ингл.) — 1997.
- ↑ https://www.amacad.org/person/mark-i-vishik
- ↑ Московские могилы. Вишик М.И. Дата обращения: 19 ғинуар 2021.
- ↑ Foreign Honorary Members