Люстерник Лазарь Аронович
Лазарь Аронович Люстерник (1899—1981) — совет математигы. Физика-математика фәндәре докторы (1935), профессор (1935), СССР Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты (1946), Сталин премияһы лауреаты (1946).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1899 йылдың 19(31) декабрендә (Лодзь воеводствоһы, Польша) күп балалы йәһүд ғаиләһендә тыуған[8]. Уның атаһы Арон Ерихимович Люстерник (1878 — 30 сентябрь 1936), Лодзь кешеһе, фабрика милектәше була; әсәһе — Мерка Тодрисовна Пикельная (1868—?), Новогрудок ҡалаһында тыуған, хужабикә була. Тиҙҙән ғаилә Лодзгә күсә, бында Л. А. Люстерник гимназияла уҡый башлай; гимназияны Смоленскта тамамлай, уның ғаиләһе Беренсе донъя һуғышы осоронда шунда йәшәй.
1922 йылда Мәскәү университетының физика-математика факультетын тамамлай, Н. Н. Лузиндың уҡыусыһы һәм «Лузитания» ҡатнашсыһы була (1936 йылда — «математиктарҙың Лузинға ҡаршы төркөмө» («Лузин эше»ндә) ҡатнашсыһы. Һуңынан Мәскәү дәүләт университетының математика һәм механика ғилми-тикшеренеү институтының аспирантураһында уҡый (1924—1926). 1927 йылда Л. А. Лустерник Мәскәү университетының приват-доценты итеп һайлана. 1928—1930 йылдарҙа — Түбәнге Новгород университеты профессоры, ә 1930 йылдан алып вафатына тиклем — Мәскәү университеты профессоры. 1934 йылдан 1948 йылға тиклем Фәндәр академияһының В. А. Стеклов исемендәге математика институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре, бүлек мөдире, директор урынбаҫары вазифаларын биләй. Бер үк ваҡытта 1936—1943 йылдарҙа механика-математика факультетының функциональ анализ кафедраһы мөдире булып эшләй; функциональ анализ курсын уҡый. 1948—1955 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһының аныҡ механика һәм хисаплау техникаһы институтының бүлек мөдире вазифаһын биләй[9].
Уның төп хеҙмәттәре функциональ анализ, бигерәк тә вариацион иҫәпләү, дифференциаль геометрия һәм ысулдарын анализда ҡуллана башлаған алгебраик топология өлкәһендә. Люстерник (Л. Г. Шнирельман менән берлектә) сфераға гомеоморфлы һәр даими ябыҡ өҫлөктә, кәм тигәндә өс ябыҡ геодезик һыҙыҡтар булыуын иҫбатлай (төрлө, әммә тигеҙ тиерлек күсәрле эллипсоид — бындай геодезиктарҙың теүәл өсәү булғандағы киҫкен осрағы).
Шулай уҡ математик физика һәм хисаплау математикаһы өлкәһендә эшләй. Беренсе тапҡыр (1926) Дирихла мәсьәләһен сығарыуға сикле айырмалар ысулын ҡуллана.
Математик анализда топологик тикшеренеүҙәрҙең яңы ысулдарын эшләгәне, геодезик һыҙаттар теорияһын булдырыуҙағы ҙур ҡаҙаныштары өсөн Люстерник 1942 йылда Сталин премияһына лайыҡ була. Люстерник — 1944 йылда баҫылып сыҡҡан радио пеленг буйынса караптың торошон билдәләү таблицаһы авторҙарының береһе.[10]
Мәскәү «Лузитания» математик мәктәбенең эшләй башлаған сағы хаҡында хәтирәләрен яҙа[11][12][13][14] Физика-математика фәндәре докторы (1935). СССР Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты(1946).
1981 йылдың 22 июлендә вафат була. Мәскәүҙә Новодевичье зыяратында ерләнгән.
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Икенсе дәрәжә Сталин премияһы (1946) — «Топологическая структура одного функционального пространства», «Новое доказательство теоремы о трёх геодезических», «О семействах дуг с общими концами на сфере», «О числе решений вариационной задачи» (1943) мәҡәләләрендә тасуирланған математик анализда тикшеренеүҙәрҙең яңы топологик ысулдарын эшләгәне өсөн.
- Ленин ордены
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены
- «Почёт Билдәһе» ордены
- миҙалдар
Библиография
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Лаврентьев М. А., Люстерник Л. А. Курс вариационного исчисления. -М.-Л.: ОНТИ, 1938
- Бермант А. Ф., Люстерник Л. А. Тригонометрия для средней школы (на укр.языке) -К.: Радянська школа, 1955
- Люстерник Л. А. Выпуклые фигуры и многогранники — М.: ФИЗМАТГИЗ, 1956
- Люстерник Л. А.и др. Математический анализ. Дифференцирование и интегрирование — М.: ФИЗМАТГИЗ, 1961
- Люстерник Л. А.и др. Математический анализ. Функции, пределы, ряды, цепные дроби — М.: ФИЗМАТГИЗ, 1961
- Люстерник Л. А.и др. Математический анализ. Вычисление элементарных функций — М.: ФИЗМАТГИЗ, 1963
- Люстерник Л. А., Соболев В. И. Элементы функционального анализа — М.: Наука, 1965
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Категория Люстерника — Шнирельмана
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ https://www.mathnet.ru/php/archive.phtml?wshow=paper&jrnid=rm&paperid=3877 — Б. 3.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Чешская национальная авторитетная база данных
- ↑ 3,0 3,1 http://www.mathnet.ru/php/archive.phtml?wshow=paper&jrnid=rm&paperid=3877 — Б. 4.
- ↑ http://www.mathnet.ru/php/archive.phtml?wshow=paper&jrnid=rm&paperid=3877 — Б. 4—8.
- ↑ http://www.mathnet.ru/php/archive.phtml?wshow=paper&jrnid=rm&paperid=3877 — Б. 3.
- ↑ http://www.mathnet.ru/php/archive.phtml?wshow=paper&jrnid=rm&paperid=3877 — Б. 3—4.
- ↑ 7,00 7,01 7,02 7,03 7,04 7,05 7,06 7,07 7,08 7,09 7,10 7,11 7,12 7,13 7,14 7,15 7,16 7,17 7,18 7,19 Математическая генеалогия (ингл.) — 1997.
- ↑ В записи о рождении, доступной на сайте еврейской генеалогии JewishGen.org, указан как Яков Люстерник.
- ↑ Заляпин В. Лазарь Аронович Люстерник. К 100-летию со дня рождения // Известия Челябинского Научного Центра. — 2000. — № 2.
- ↑ Московский университет в Великой Отечественной войне, 2020, с. 76
- ↑ Люстерник Л. А. Выступление на юбилейном заседании Московского математического общества // УМН. — 1965. — Т. 20. — № 3(123). — С. 21–30.
- ↑ Люстерник Л. А. Молодость Московской математической школы // УМН. — 1967. — Т. 22. — № 1(133). — С. 137–161.
- ↑ Люстерник Л. А. Молодость Московской математической школы // УМН. — 1967. — Т. 22. — № 2(134). — С. 199–239.
- ↑ Люстерник Л. А. Молодость Московской математической школы // УМН. — 1967. — Т. 22. — № 4(136). — С. 147–185.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Московский университет в Великой Отечественной войне. — 4-е, переработанное и дополненное. — М.: Издательство Московского университета, 2020. — С. 76. — 632 с. — 1000 экз. — ISBN 978-5-19-011499-7.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Люстерник Лазарь Аронович, Общероссийский математический портал.
- Тихомиров В. М. Лазарь Аронович Люстерник и теория экстремума // Матем. просв.. — 2001. — № 5. — С. 12–19.
- Тихомиров В. М. Лазарь Аронович Люстерник и его стихи // Матем. просв.. — 2008. — № 12. — С. 7–12.
- 31 декабрҙә тыуғандар
- 1899 йылда тыуғандар
- Рәсәй империяһында тыуғандар
- 22 июлдә вафат булғандар
- 1981 йылда вафат булғандар
- Мәскәүҙә вафат булғандар
- Мәскәүҙә ерләнгәндәр
- Мәскәү дәүләт университетын тамамлаусылар
- Сталин премияһы лауреаттары
- Ленин ордены кавалерҙары
- «Почёт Билдәһе» ордены кавалерҙары
- «1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышындағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн» миҙалы менән наградланыусылар
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- СССР ФА мөхбир ағзалары
- Физика-математика фәндәре докторҙары
- Мәскәү дәүләт университеты уҡытыусылары
- XX быуат математиктары
- Рәсәй математиктары
- СССР математиктары
- Алфавит буйынса математиктар
- Алфавит буйынса ғалимдар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- МДУ-ның физика-математика факультетын тамамлаусылар