Эстәлеккә күсергә

Бирюков Владимир Павлович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Владимир Бирюков битенән йүнәлтелде)
Бирюков Владимир Павлович
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 10 (22) июль 1888
Тыуған урыны Першинское[d], Шадринск өйәҙе, Пермь губернаһы, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 18 июнь 1971({{padleft:1971|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:18|2|0}}) (82 йәш)
Вафат булған урыны Екатеринбург, РСФСР, СССР
Ерләнгән урыны Түбәнге Иҫәт зыяраты[d]
Туған тел урыҫ теле
Һөнәр төрө тыуған яҡты өйрәнеүсе, археолог
Уҡыу йорто Мәскәү археология институты
Пермская духовная семинария[d]
Ҡазан ветеринария институты
Ойошма ағзаһы СССР Яҙыусылар союзы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
орден Святого Станислава

Бирюков Владимир Павлович (10 июль 1888 йыл — 18 июнь 1971 йыл) — Уралды өйрәнеүсе тарихсы, лексикограф, археолог, фольклорсы, 30-ҙан артыҡ китап һәм брошюра авторы, 1955 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.

Владимир Павлович Бирюков 1988 йылдың 10 июлендә Рәсәй империяһының Пермь губернаһы Шадрин өйәҙе Першин волосының (хәҙер Ҡурған өлкәһе Далматов районы) Першин ауылында тыуған. Атаһы ул ваҡытта ссудалар биреү ширҡәтенең (русса ссудно-сберегательное товарищество) иҫәпсе-секретары була. Владимирҙың бер туған ҡустыһы Аркадий Павлович Бирюков (1892—1969) — совет йылдарында тыуған төбәгендә врач-педиатр һәм баҡсасы-агроном булып таныла.

Владимир Бирюков Пермь дини семинарияһында уҡый, әммә рухани (священник) булырға теләмәй. 1912 йылда Ҡазан ветеринар институтын тамамлай. Мәскәү археология институтын бөтөргәндән һуң (1915) «ғалим-археолог» һәм институттың мөхбир ағзаһы исемдәрен ала. Ике йыл К. А. Тимирязев исемендәге Мәскәү ауыл хужалығы институтында уҡый. 1919 йыл аҙағынан — Томск дәүләт университетының тарих-филология факультетында ирекле тыңлаусы. Урындағы һөйләштәргә бағышланған конкурс эше өсөн Томск университеты уға көмөш миҙал бирә.

1910 йылда Першинда бөтөн Урал аръяғында тәүге булған ауыл музейы ойоштора. 1917 йылдың 26 декабрендә был музей Шадринск ҡалаһына күсерелә һәм «Ғилми һаҡлағыс» исеме алған учреждение составына бирелә (хәҙер — В. П. Бирюков исемендәге крайҙы өйрәнеү музейы һәм ҡалалағы Дәүләт архивы).

1920 йылда Пермь университетының тарих-филология факультеты Владимир Бирюковты боронғо ҡомартҡылар музейы мөдире вазифаһына һайлай.

1923 йылда Бирюков башта СССР Фәндәр академияһы ҡарамағындағы Үҙәк крайҙы өйрәнеү бюроһы ағза-корреспонденты, һуңынан мөхбир ағзаһы итеп һайлана, Үҙәк бюроның конференциялары һәм пленумдары эшендә әүҙем ҡатнаша. 1925 йылдың сентябрендә В. П. Бирюков СССР Фәндәр академияһының 200 йыллығына арналған тантаналарҙа ҡатнаша, 13 сентябрҙә Ҙур театрҙа үткән тантаналы йыйылыш Президиумына һайлана.

1920 йылдар башында Фәндәр академияһы «Рус теле һүҙлеге»н («Словарь русского языка» (1891—1937) сығарыуҙы яңынан башлай. Бирюков был эштә туранан-тура ҡатнаша, 1933 йылға тиклем уға тикшереү өсөн типографияла йыйылып, әле биттәргә бүленмәгән набор һәм шул наборҙың ҡағыҙға күсерелгән баҫмаһын (гранкаларҙы) ебәреп торалар. Һүҙлектең 14 бүлегендә В. П. Бирюковтың исеме баҫманы тулылыландырып сығарыуға булышлыҡ итеүселәр иҫәбендә аталған.

1930 йылдан 1938 йылғаса Свердловск өлкә крайҙы өйрәнеү бюроһында, 19401950 йылдарҙа Шадринск ҡалаһында эшләй. 1962 йылда үҙе йыйып туплаған документтарҙы Свердловск ҡалаһына күсерә. Улар артабан Әҙәбиәт һәм сәнғәт үҙәк дәүләт архивының Урал бүлексәһен (хәҙер Свердловск өлкәһе Дәүләт архивы фонды) булдырыуға нигеҙ була. Свердловск өлкә башҡарма комитеты ҡарары менән тыуған яҡты өйрәнеүсенең ҡулъяҙмалары һәм китаптарының бай йыйылмаһынан 1964 йылда Урал әҙәбиәт һәм сәнғәт архивы ойошторола, В. П. Бирюков йәмәғәт башланғысында уның директоры була.

1954 йылдың ғинуарында СССР Яҙыусылар союзының Свердловск бүлексәһе Бирюковты был ижади берләшмәгә ағза итеп тәҡдим итә, һәм 1955 йылдың 10 февралендә ул СССР Яҙыусылар союзына ҡабул ителә.

Владимир Павлович Бирюков 1971 йылдың 18 июнендә Свердловск ҡалаһында (хәҙер Екатеринбург) вафат була, Түбәнге Исет зыяратында (Нижне-Исетское кладбище) ерләнә.

СССР-ҙың В. П. Бирюковҡа арналған почта конверты
  • 1973 йылдан тыуған яҡты өйрәнеүсе Владимир Павловичҡа арналған Бирюков уҡыуҙары үҙғарыла. Улар башлыса Силәбелә үтә[1], айырымдары шулай уҡ Шадринск (1994) һәм Ҡурған ҡалаларында ойошторолдо.
  • Тыуған төйәкте өйрәнеүҙә һиҙелерлек ҡаҙаныштарға өлгәшкән ғалимдар, яҙыусылар һәм журналистар өсөн В. П. Бирюков исемендәге премия булдырылған, һәм был бүләккә лайыҡ булыусыларға «В. П. Бирюков исемендәге премия лауреаты» тигән исем бирелә[2].
  • 1988 йылдың 26 февралендә Владимир Павлович Бирюковтың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы 500 мең даналы тираж менән художестволы маркалы почта конверты сығарыла. Рәссамы Л. Кузьмов.
  • Владимир Бирюковтың тыуған яҡты өйрәнеүгә арналған тәүге хәбәре 1905 йылда «Пермские губернские ведомости» гәзитендә баҫыла. Уның үҙе тере саҡтағы һуңғы материалы 1971 йылда «Тюменская правда» гәзитендә донъя күрә. Был ике дата арауығында — 700-ҙән артыҡ баҫылып сыҡҡан әҫәрҙәр (хеҙмәттәр).
  • Организация Народного научного музея в г. Хороле Полтавской губернии. Типография Л. Р. Затуренского. 1917
  • Шадринское научное хранилище. Шадринск, 1917
  • Шадринский уезд — житница Урала, и г. Шадринск — место для Уральского сельскохозяйственного института. Шадринск, 1920
  • Изучение родного края в связи с переписью 1920 года. Екатеринбург, «Коммунистическое просвещение», 1921, № 1
  • Кладбище как предмет изучения и место для экскурсий. Издание Наркомата просвещения Украинской ССР, 1922
  • Очерки краеведческой работы. Шадринск, Государственная типография, 1923
  • Краевой словарь говора Исетского Зауралья. Шадринский и частью Екатеринбургский и Камышловский уезды Екатеринбургской губернии. Шадринск, 1923
  • Природа и население Шадринского округа Уральской области. Издание Шадринского окружного исполнительного комитета. Шадринск, Типография Коммунотреста, 1926
  • Краеведческий вопросник. Пермь, 1929
  • Историческая справка по краеведению. Сборник краеведческих статей. Шадринск, 1930
  • Нужды музейного краеведческого дела. Журнал «Научный работник», 1930, № 6.
  • Из истории фарфорово-фаянсового дела в Приисетье. Сборник краеведческих статей. Шадринск, 1930
  • Для чего, где и как искать полезные ископаемые (краткое руководство). Свердловск, 1932
  • О поисках на Урале новых месторождений нефти и газа. Свердловск, 1933
  • Река Исеть. Свердловск, 1936, 1939
  • Дореволюционный фольклор на Урале. Свердловское областное издательство, 1936.
  • Поэты второй половины XIX века. Избранные произведения. Свердловское областное издательство, 1937
  • Сказы, песни, частушки. Челябгиз, 1937
  • Советская частушка на Урале. «Уральский современник» № 1, Свердловск, 1938
  • Борис Александрович Тимофеев. Стихи и проза. Литературный альманах писателей Челябинской области № 6. Челябинск, 1940
  • Уральские сказки. Челябинское областное издательство, 1940.
  • Фольклор Урала. Исторические сказы и песни . Челябинское областное государственное издательство, 1949
  • Путь собирателя (автобиографический очерк). Литературно-художественный альманах № 6. Челябинск, 1951
  • Методика записывания произведений устного народного творчества. Фольклорно-диалектологический сборник (Материалы и методические указания). Челябинск, 1953
  • Урал в его живом слове. Дореволюционный фольклор. Свердловское книжное издательство, 1953
  • Устами народа. Газета «Красный Курган» за 22 сентября 1957
  • Урал советский. Народные рассказы и устное поэтическое творчество. Издательство газеты «Красный Курган», 1958
  • Как я стал собирателем живого слова. Газета «Красный Курган» за 18 мая 1958
  • Первые шаги социал-демократического движения в Шадринске. Курган, издательство «Советское Зауралье», 1960
  • Крылатые слова на Урале. Свердловское книжное издательство. 1960
  • Далёкое — близкое. Павел Бажов. Воспоминания о писателе. Москва, издательство «Советский писатель», 1961
  • Уральская копилка. Свердловск, 1964
  • Бирюков В. П. Записки уральского краеведа. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1964. — 144 с.
  • Устно-поэтическое творчество времени Великой Отечественной войны на Урале. Русский фольклор Великой Отечественной войны. Москва, журнал «Наука», 1964
  • Уральская копилка. Свердловск, Средне-Уральское книжное издательство, 1969
  • Владимир Павлович Бирюков. Библиографический указатель. / Сост. Е. А. Брякова; Отв. ред. С. Б. Борисов. — Шадринск, 2003. — 152 с.
  • Избранные труды. / Сост. С. Б. Борисов. — Шадринск, 2008—612 с.[3]
  • Панов Д. Уральский краевед Владимир Павлович Бирюков. — Шадринск, 1958.
  • Одиннадцатые Бирюковские чтения. — Шадринск, 1994.
  • Виноградов Н. Б. В. П. Бирюков и археология Урала и Зауралья // Российская археология. — 2016. — № 1. — С. 156—159.