Волгин Вячеслав Петрович
Волгин Вячеслав Петрович (2 (14) июнь 1879 йыл, Борщевка, Курск губернаһы, Рәсәй империяһы — 3 июль 1962 йыл, Мәскәү, РСФСР, СССР) — СССР тарихсыһы, йәмәғәт эшмәкәре. Марксҡа тиклем осорҙа социалистик һәм коммунистик идеялар тарихы буйынса белгес. СССР Фәндәр академияһы академигы (01.02.1930), СССР Фәндәр академияһының вице-президенты (1942—1953).
1947—1951 йылдарҙа — РСФСР Юғары Советы депутаты. Француз йыллыҡ баҫмаһының баш мөхәррире (1958—1962).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Волгин тураһындағы биографик материалдар бик аҙ. Тыуыу тураһында таныҡлыҡтың һаҡланып ҡалған күсермәһенә ярашлы[4], ул Курск губернаһының Рыльский өйәҙе Борщёвка ауылында иҫке стиль буйынса 11 июндә донъяға килгән (иҫке стиль буйынса 13-өндә суҡындырылған). Әсәһе Екатерина Николаевна ул тыуып өс аҙна үткәс вафат булған, уны өләсәһе Мария Николаевна үҙенең алпауыт усадьбаһында тәрбиәләгән.
Атаһы Пётр Николаевич — дворян, чиновник улы. Харьков дини семинарияһында, һуңынан Мәскәүҙә Петровский игенселек академияһында уҡыған. Атаһы Харьков университетының физика-математика факультетына уҡырға ингән. Ул Екатеринослав губернаһында «халыҡҡа инеү»ҙә ҡатнаша, шуның өсөн ҡулға алына һәм алдан тотҡонлоҡ йортонда була, 193-сө эш буйынса тикшереү аҫтында була. П. Н. Волгин, империяның баш ҡалаларында йәшәү хоҡуғынан мәхрүм ителә, полицияның күҙәтеүе аҫтында була.
Вячеслав Петрович Волгин Немиров гимназияһында ике йыл, һуңынан алты йыл буйына 2-се Кишинёв гимназияһында уҡый, уны 1897 йылда алтын миҙал менән тамамлай.
Мәскәү университетын тамамлаған (1908), унда 1897—1908 йылдарҙа тәнәфестәр менән, тәүҙә физика-математика, һуңынан тарих-филология факультетында уҡый. Диплом эшен Р.Ю. Виппер етәкселегендә башҡара. Уҡыуын тамамлағас, университет ҡарамағында ҡала.
1901 йылда РСДРП-ға инә, 1914 йылға тиклем меньшевик була.
1914 йылдан Шанявский исемендәге университетта уҡыта. 1919—1930 йылдарҙа - Мәскәү университеты профессоры, 1921 йылдан — ижтимағи фәндәр факультеты деканы, 1919—1929 йылдарҙа — Дәүләт ғилми советы ағзаһы, РСФСР-ҙың Халыҡ мәғарифы комитетының Баш профессиональ-техник белем биреү комитеты рәйесе урынбаҫары (1921–1922).
1920 йылдан алып РКП (б)/ВКП (б)/КПСС ағзаһы.
1921—1925 йылдарҙа — Мәскәү дәүләт университеты ректоры. Университетты «советлаштырыу» һәм «пролетаризациялау» менән етәкселек итә. Вазифа биләүе арҡаһында бөтә кимәлдәрҙә лә юғары белем биреүҙе үҙгәртеп ҡороуҙа ҡатнашыу мөмкинлегенә эйә була: Мәғариф халыҡ комитетының төрлө органдарында проекттарҙы тикшереүҙән алып университет идараһы аша ҡарарҙарҙы тормошҡа ашырыуға тиклем. Ул юғары уҡыу йорттары өсөн төп документ - юғары мәктәп уставын әҙерләүҙә (һуңынан уны практикала ҡулланыуҙа) ҡатнаша. Өҫтәүенә, Волгиндың эшмәкәрлеген билдәләгәндә университеттың ауыр финанс-хужалыҡ хәлен иҫәпкә алмау мөмкин түгел, был уға, ректор һәм декан булараҡ, тормошҡа планлаштырылған күп нәмәне үткәрергә ҡамасаулай.[5].
1925–1930 йылдарҙа — МДУ этнология факультеты деканы
1930 йылдың 3 мартынан 1935 йылдың 20 ноябренә тиклем — даими секретарь, 1942 йылдың 8 майынан 1953 йылдың 26 октябренә тиклем — СССР Фәндәр академияһының вице-президенты.
Дели Университетынан тарих өлкәһендә Honoris causa (1947).
Мәскәүҙә Новодевичье зыяратында ерләнә[6].
Ҡатыны — Евгения Васильевна Волгина (тыумыштан Романова, 1890-1992). Улы Юрий (1911) фронтҡа рядовой булып китә һәм 1941 йылдың октябрендә Наро-Фоминский эргәһендә хәбәрһеҙ юғала.
Ике туған ҡустыһы — яҙыусы Виктор Ефимович Ардов.
Бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ленин премияһы (1961).
- өс Ленин ордены (10.06.1945; 27.03.1954; 13.06.1959)
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (25.06.1949)
- миҙалдар
Һайланма хеҙмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Волгин В. П. Развитие общественной мысли во Франции в XVIII веке. 2022 йыл 18 ғинуар архивланған. — М.: АН СССР. 1958.
- Волгин В. П. Французский утопический коммунизм. 2021 йыл 3 май архивланған. — М.: АН СССР, 1960.
- Волгин В. П. Очерки истории социалистических идей с древности до конца XVIII века. 2021 йыл 21 сентябрь архивланған. — М.: АН СССР, 1975.
- Волгин В. П. Социальные и политические идеи во Франции перед революцией. 2021 йыл 28 сентябрь архивланған. — М.: АН СССР, 1940.
- Волгин В. П. Сен-Симон и сенсимонизм. 2021 йыл 20 сентябрь архивланған. — М.: АН СССР, 1961.
- Волгин В. П. Революционный коммунист XVIII в. Жан Мелье и его «Завещание». 2021 йыл 28 ноябрь архивланған. — 1918.
- Волгин В. П. Очерки истории социалистических идей первой половина XIX в. 2021 йыл 1 август архивланған.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Волгин Вячеслав Петрович // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
- ↑ Bibliothèque nationale de France Vâčeslav Petrovič Volgin // идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
- ↑ https://bigenc.ru/text/1925668
- ↑ ЦГА Москвы. Ф. 418. Оп. 311. Ед. хр. 162. Л. 7.
- ↑ Лагно А. Р. Вячеслав Петрович Волгин. — М.: МГУ, 2012. — С. 128—129. — 248 с. — ISBN 9785211063983.
- ↑ Могила В. П. Волгина на Новодевичьем кладбище . Дата обращения: 9 июнь 2012. [yes Архивировано] 3 декабрь 2013 года. 2013 йыл 3 декабрь архивланған.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Волгин Вячеслав Петрович // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- Вячеслав Петрович Волгин. — М.-Л., 1954 (Материалы к биобиблиографии учёных СССР. — Сер. истории. — Вып. 4).
- Из истории социально-политических идей. К 75-летию акад. В. П. Волгина. — М., 1955.
- Манфред А. З. К 80-летию В. П. Волгина // Новая и новейшая история. — 1959. — № 4.
- В. П. Волгин [некролог] // Новая и новейшая история. — 1962. — № 4.
- Мадор Ю. П. Материалы к биографии В. П. Волгина. В. П. Волгин в последние годы жизни // Французский ежегодник за 1970 г. — М., 1972.
- Лагно А. Р. Ректор Московского университета В. П. Волгин в оценках современников // Вестник Московского университета. — Сер. 21: Управление (государство и общество). — 2009. — № 4.
- Лагно А. Р. Функции непременного секретаря АН СССР: На примере деятельности академика В. П. Волгина 2022 йыл 18 июнь архивланған. // Государственное управление: Электронный вестник. — 2009. — № 21.
- Лагно А. Р. «Мне кажется, что я до тех пор буду чувствовать себя живым человеком, пока буду работать» (к 130-летию В. П. Волгина) // Высшее образование в России. — 2010. — № 5.
- Лагно А. Р. Ректор Московского университета Вячеслав Петрович Волгин: 1879-1962: диссертация … кандидата исторических наук: 07.00.02. — Москва, 2010.
- Лагно А. Р. Ректор Московского университета Вячеслав Петрович Волгин: 1879-1962: автореферат дис. — кандидата исторических наук: 07.00.02. — Москва, 2010. 2020 йыл 21 сентябрь архивланған.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 14 июндә тыуғандар
- 1879 йылда тыуғандар
- Курск губернаһында тыуғандар
- 3 июлдә вафат булғандар
- 1962 йылда вафат булғандар
- Мәскәүҙә вафат булғандар
- Мәскәүҙә ерләнгәндәр
- Мәскәү университетының тарих-филология факультетын тамамлаусылар
- Ленин ордены кавалерҙары
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- Ленин премияһы лауреаттары
- 2-се саҡырылыш РСФСР Юғары Советы депутаттары
- КПСС ағзалары
- Тарих фәндәре докторҙары
- 3 июндә вафат булғандар
- Мәскәү дәүләт университеты ректорҙары
- Юғары уҡыу йорттары уҡытыусылары
- Йәмәғәт эшмәкәрҙәре
- Академиктар