Вәлиев Баҡый Вәли улы
Вәлиев Баҡый Вәли улы | |
Заты | ир-ат |
---|---|
Гражданлығы |
![]() ![]() |
Тыуған көнө | 28 декабрь 1916 |
Тыуған урыны | Үрге Таулыҡай ауылы, Баймаҡ районы, СССР |
Вафат булған көнө | 2007 |
Вафат булған урыны | Сибай, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй |
Һөнәр төрө | хәрби хеҙмәткәр |
Хәрби звание | лейтенант[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Вәлиев Баҡый Вәли улы (28 декабрь 1916 йыл — 2007 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры. 58-се гвардия кавалерия полкы разведка взводы командиры. Гвардия лейтенанты. 1943 йылдың февралендәге дошман тылына рейдтан дивизия байрағын алып сыҡҡан. I (1985) һәм II дәрәжә (1943) Ватан һуғышыы, Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1944) кавалеры.
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Баҡый Вәли улы Вәлиев 1916 йылдың 28 декабрендә Баймаҡ районы Үрге Таулыҡай ауылында тыуған. 1937 йылдың 10 ноябрендә Баймаҡ (Йылайыр тигән яҙыу ҙа осрай) РВК тарафынан армияға алына. 1937 йылдан 1944 йылдың 11 апреленә тиклем Ҡыҙыл Армия сафында хеҙмәт итә[1]. Совет-фин һуғышында (1939—1940) ҡатнаша.
112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының Таһир Күсимов етәкселек иткән 275-се кавалерия полкы (58-се гвардия кавалерия полкы) разведка взводы командиры.
1943 йылдың 10 — 23 февралендә дошман тылына, Дебальцево станцияһы янына яһаған рейдтан сыҡҡанда уға дивизия командиры Миңлеғәле Шайморатов дивизия байрағын ҡамауҙан алып сығырға бойора . Баҡый Вәлиев был бойроҡто теүәл үтәй һәм дивизия байрағы дошман ҡулына эләкмәй, дивизия хәрби берәмек булараҡ һаҡланып ҡала.
1944 йылдың 11 апрелендәге Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләү тураһында бойороҡта Овадное өсөн барған алышта ПТР-ҙан дошмандың танкыларға ҡаршы пушкаларына үҙе атып, эштән сығарҙы, бер нисә дошман һалдатын юҡ итте тиелә.
Баҡый Вәлиев дивизияла ҡурайсы булараҡ та билдәле була. Көслө дошман уты аҫтында Днепрҙы сыҡҡанда ул ҡурайын юғалта. Полк командиры Таһир Күсимов быға ныҡ ҡайғыра һәм уға яңынан ҡурай яһарға ҡуша. Бәреп төшөрөлгөн дошман самолетының еҙ көпшәһенән Баҡый Вәлиев яңы ҡурай яһап ала. Ауыр алыштарҙан һуң Дон буйында ялға туҡтағас, Ғайфулла Сарбаев ҡурай тарта, ә Баҡый Вәлиев үҙе сығарған йырҙы йырлай[2][3].
1944 йылдың 31 авгусында яралы булыу сәбәпле демобилизациялана. Һуғыштан һуң Сибай ҡалаһында йәшәй.
2007 йылда Сибай ҡалаһында вафат булған.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1944)[4]
- II дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1943)[4]
- I дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1985)[4]
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы[4]
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәте өсөн» миҙалы[4].
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Шаймуратовцы. ВАЛЕЕВ Бакий Валеевич (рус.) (Тикшерелеү көнө: 9 июль 2021)
- Валеев Бакий Валеевич
- Знамя башкирской кавалерийской дивизии по эстафете передается городм и районам Зауралья
- Сведения о личном составе. Валеев Бакий Валеевич (рус.) (Тикшерелеү көнө: 9 июль 2021)
- 28 декабрҙә тыуғандар
- 1916 йылда тыуғандар
- Баймаҡ районында тыуғандар
- 2007 йылда вафат булғандар
- Сибайҙа вафат булғандар
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалерҙары
- 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- «1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышындағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн» миҙалы менән наградланыусылар
- 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙары