Эстәлеккә күсергә

Гаврилюк Александр Акимович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Гаврилюк Александр Акимович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 10 (23) апрель 1911 или 1911
Тыуған урыны Люблинское воеводство[d], Польша
Вафат булған көнө 22 июнь 1941({{padleft:1941|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:22|2|0}})[1]
Вафат булған урыны Львов, Украина Совет Социалистик Республикаһы, СССР[1]
Ерләнгән урыны Лычаков зыяраты[d]
Ҡәбере һүрәте
Балалары Гаврилюк, Михаил Александрович[d]
Яҙма әҫәрҙәр теле украин теле
Место содержания под стражей Концлагерь в Берёзе-Картузской[d]
Һөнәр төрө яҙыусы, шағир
Сәйәси фирҡә ағзаһы Коммунистическая партия Западной Украины[d]
Ойошма ағзаһы Горно[d]
Жанр шиғриәт
 Гаврилюк Александр Акимович Викимилектә
Файл:ВП мемо Гаврилюк Тудор.jpg
Львовта яҙыусылар Александр Гаврилюк һәм Степан Тудорға Дорошенко урамында, һәләк булған урында, мемориаль таҡтаташ (хәҙер юҡ ителгән).
Львовта Лычаковское зыяратында С. Тудор һәм А. Гаврилюктың дөйөм ҡәбере

Александр Акимович Гаврилюк (1911 йылдың 10(23) апреле, Заболотье ауылы, Бельский өйәҙе, Седлецк губернаһы, Рәсәй империяһы, хәҙер Польша, — 1941 йылдың 22 июнендә, Львов, Украина ССР-ы) — Украина яҙыусыһы — коммунист һәм публицист.

Крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Көнбайыш Беларуссия һәм Көнбайыш Украина ерҙәрендәге коммунистик подпольела актив ҡатнашыусы. 1929 йылда ул Көнбайыш Беларуссияның Коммунистар партияһына керә, уның өйәҙ комитеты секретары була.

Ул Львовтағы Украина Коммунисттар партияһы Үҙәк Комитетының йәшерен гәзитендә эшләй. Көнбайыш Украина пролетар яҙыусылары «Горно» төркөмө ағзаһы була, улар араһында яҙыусылар Ярослав Галан һәм Степан Тудор була. 1936 йылда Львовта мәҙәниәт эшмәкәрҙәренең антифашистар конгресын ойошторусыларҙың һәм катнашыусыларҙың береһе.

1929 — 1939 йылдарҙа ул 14 тапҡыр Польша полицияһы тарафынан ҡулға алына, ике тапҡыр Береза-Картузская концлагерендә була, һәм 1939 йылдың сентябрендә Ҡыҙыл Армия тарафынан азат ителә.

Ул әҙәби эшсәнлеген 1929 йылда башлай. Александр Гаврилюктың «Воспоминания политзаключенного» тигән беренсе шиғыры төрмәлә яҙылған (һуңыраҡ шиғыр һүҙҙәре популяр революцион йыр тексы булып китә). «Львов» (1939) поэмаһында ул 1936 йылда Львовтағы эшселәр хәрәкәтен сағылдыра. Украин милләтселәренә ҡаршы «Паны и панычи над „Кобзарём“»" брошюраһы авторы (1936 йылда баҫтырылған). Үҙенең «Песня из Березы» поэмаһында (1937) һәм «Береза» повесында (1941) ул концлагерь тотҡондары көрәшен һүрәтләй.

Ул шулай уҡ публицист һәм әҙәбиәт белгесе булараҡ та билдәле («Пальцы на горле», «Учимся понимать и воспринимать поэзию» мәҡәләләре һ.б.).

1940 йылдан — Украина совет яҙыусылары Союзы ағзаһы, Әҙәбиәт Фондының Львов бүлеге директоры.

Львовта Бөйөк Ватан һуғышының беренсе көнөндә Степан Тудор менән бергә немец һауа бомбаһы осраҡлы эләгеүҙән үлә. 1957 йылда Киевта урамға уның хөрмәтенә исеме бирелә. Элегерәк Львовта бер урам А. Гаврилюк исеме менән аталған була (хәҙер ул үҙгәртелгән).

Лычак зыяратында С. Тудор менән бер ҡәберҙә ерләнгән.

  • Гаврилюк О. Поезії. — Киев, 1941;
  • Вибране. — Киев, 1955;
  • Песни из Березы. — М., 1954.
  1. 1,0 1,1 Гаврилюк Александр Акимович // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.