Эстәлеккә күсергә

Ғәлимов Хәбир Латип улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Галимов Хабир Латыпович битенән йүнәлтелде)
Ғәлимов Хәбир Латип улы
Рәсем
Зат ир-ат
Тыуған көнө 5 февраль 1905({{padleft:1905|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:5|2|0}})[1]
Тыуған урыны Лағыр, Златоуст өйәҙе, Рәсәй империяһы[1]
Вафат булған көнө 20 февраль 1996({{padleft:1996|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:20|2|0}})[1] (91 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй[1]
Әсәһе Хаят (1)[d]
Бер туғандары Миндеғаян (1)[d], Әхәт Ғәлимов[d], Ғәлимов Барый[d] һәм Ҡасим Ғәлимов[d]
Һөнәр төрө опера йырсыһы
Уҡыу йорто П. И. Чайковский исемендәге Мәскәү дәүләт консерваторияһы
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Музыка ҡоралы вокал[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы

Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы[d] (1942)

Ғәлимов Хәбир Латип улы (5 февраль 1905 йыл — 20 февраль 1996 йыл) — башҡорт опера йырсыһы (драматик тенор). РСФСР-ҙың (1947) һәм Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1942).

Хәбир Латип улы Ғәлимов 1905 йылдың 5 февралендә Өфө губернаһы Златоуст өйәҙенең (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Салауат районы) Лағыр ауылында тыуған[2]. Үҫмер сағынан баҫыуҙарҙа иген игә, көтөүсе булып эшләй, йылғаларҙа ҡыуғын ҡыуа. Граждандар һуғышы осоронда, колчаксылар Уралдан ҡасҡанда, Лағыр аша үтеп, халыҡты талай, малдарын ҡыуып алып китә, йәш егеттәрҙе аҡтарға ҡушылырға мәжбүр итә. Ағаһы менән Хәбирҙе лә ылаусы итеп алалар. Ағаһы нисек тә булһа туғанын ҡасырыу юлын эҙләй һәм ҡараңғы бер төндә хыялын тормошҡа ашыра (үҙе иһә урау юлдар үтеп, Ҡытай аша ҡарт көнөндә генә тыуған иленә ҡайта).

1924 йылда Ҡыҙыл Армия сафына алына, хәрби хеҙмәтен Өфө ҡалаһында үтә. Ял ваҡыттарында казарма яңғыратып башҡортса йырлауын Низам Ҡәрип ишетеп ҡала һәм ауыл егетен русса яҙырға, уҡырға өйрәтә, йырсылар араһына инергә юл аса. Әрме хеҙмәте уның яҙмышында ҡырҡа боролош яһай: Ҡыҙыл Армияның Өфө йортонда (хәҙерге Офицерҙар йорто) музыкаль етәксе булып эшләгән композитор-драматург Хәбибулла Ибраһимов үҙенең янына саҡыртып ала, йыр сәнғәтенең серҙәрен асырға ярҙамлаша, Башҡортостан радиоһына сығара. Үҙенсәлекле тауышы менән күптәрҙең күңелен арбаған йәш йырсы әрме хеҙмәтен тултырмай — театр техникумы етәкселеге уны хәрби хеҙмәттән ҡайтартып, студент итеп ҡабул итә. 1932 йылда ул Башҡортостан сәнғәт техникумын тамамлай.

Ғәзиз Әлмөхәмәтовтың концертында ҡатнашыуы ла артабанғы юлын билдәләй — Мәскәү дәүләт консерваторияһында Башҡорт милли студияһын асыуҙы юллаған Ғәзиз Әлмөхәмәтов туплаған төркөм менән бер рәттән Хәбир Ғәлимов Мәскәүгә уҡырға китә һәм 1938 йылда Мәскәү консерваторияһының Башҡорт бүлегендә Н. И. Сперанскийҙың йыр класын тамамлай.

1938 йылдың 14 декабре — Мәскәү консерваторияһын тамамлап ҡайтҡан студенттар диплом спектаклен сәхнәгә сығара. Д. Паизиеллоның «Һылыу тирмәнсе ҡыҙ» операһында төп ролдә — барон — Хәбир Ғәлимов. Артабан опера һәм балет театрында ҡуйылған барлыҡ операларҙа ла ул төп ролдәрҙе башҡара. 17 йыл буйына театрҙың беренсе теноры булып ҡала. Мәсәлим Вәлиевтың «Һаҡмар» беренсе милли операһында ул Юлай партияһын башҡара. Артабан инде Эйхенвальдтың «Мәргән» операһында, Чемберджиҙың «Ҡарлуғас»ында, Заимов һәм Спадавеккианың "Аҡбуҙат"ында, Мортазиндың «Азат»ында йырлай. Әзербайжан клмпозиторы Һажибәковтың «Аршын мал алған» музыкаль комедияһында төп геройы Аскер ролен һоҡланғыс итеп башҡарыуға өлгәшә.

1941—1945 йылдар — Хәбир Ғәлимов танылған йырсы булараҡ, халыҡтың рухын күтәреүгә үҙ өлөшөн индерә. Концерттар менән хәрби частарҙа, госпиталдәрҙә, фронттың алғы һыҙығында ла булырға тура килә билдәле йырсыға. Һуғыштан һуңғы тыныс тормошта иһә ул республика буйлап гастролдәрҙә йөрөй, һәр тармаҡ эшселәре алдында сығыш яһап, уларға дәрт, рух өҫтәй. Көндөҙөн ялан-ҡырҙарҙы иңләп осҡан, йырсы ҡоштарҙы тынып ҡалырға мәжбүр иткән моң кискеһен инде клуб эсен тултырып, тышҡа урғый. «Тауыш — минең хеҙмәт ҡоралым. Мин халыҡҡа сәнғәт аша хеҙмәт итәм. Ә сәнғәт — халыҡтыҡы. Шулай булғас, минең тауышым да халыҡтыҡы ул», — тип ул, ысынлап та, халҡына моңо менән хеҙмәт итә.

1955 йыл — Башҡорт дәүләт филармонияһына күсә. Шул уҡ йылда Мәскәүҙә Башҡорт сәнғәте декадаһында беренсе тапҡыр Салауат Юлаев ролен Хәбир Ғәлимов башҡара.

Хәбир Ғәлимов концерт бригадалары менән Башҡортостан буйлап ҡына түгел, Урта Азия республикаларында, Татарстанда гастролдәрҙә, Вьетнам, Корея, Монголия кеүек сит илдәрҙә лә сығыш яһай.

Үҙенең ижади ғүмерендә ул йөҙҙән ашыу йыр, улар араһында башҡорт, татар халыҡ йырҙары, композиторҙар әҫәрҙәре, романстар башҡара.

  • 2014 йыл — Салауат районында тәүге тапҡыр Лағыр ауылында "РСФСР-ҙың һәм Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Хәбир Ғәлимов исемендәге башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың «Оҙон көй» район конкурсы үткәрелә.
  • 1996 йыл — йырсының тыуған ауылындағы мәктәп бинаһында Хәбир Ғәлимовҡа музей асыла.
  • Өфөлә ул йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.
  • Салауат районының почетлы гражданы[3].
  • Өфөнөң Киров районындағы урамдарҙың береһенә йырсы исеме биреләсәк[4]
  • Салауат районының Лағыр урта мәктәбендә Хәбир Ғәлимов музейы эшләй.