Эстәлеккә күсергә

Гребнев Анатолий Григорьевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Гребнев Анатолий Григорьевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 21 март 1941({{padleft:1941|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:21|2|0}})[1]
Тыуған урыны Чистополье[d], Арбажский район[d], Киров өлкәһе, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 1 ноябрь 2021({{padleft:2021|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (80 йәш)
Һөнәр төрө шағир, табип
Эшмәкәрлек төрө творческое и профессиональное письмо[d][2], шиғриәт[2] һәм медицина[2]
Уҡыу йорто Е.А.Вагнер исемендәге Пермь дәүләт медицина университеты
А. М. Горький исемендәге әҙәбиәт институты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре
Чистопольеның тирә-яғы, Гребнев Анатолийҙың тыуған яғы.

Гребнев Анатолий Григорьевич (21 март 1941 йыл1 ноябрь 2021 йыл) — СССР һәм Рәсәй шағиры, гармунсы, табип-стоматолог, табип-психолог[3]. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2004); 1978 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Котельничи районының Почетлы гражданы (2006)[4].

Шағир Э. Володин исемендәге «Имперская культура» премияһы (2004) һәм башҡа премиялар лауреаты .

Анатолий Григорьевич Гребнева 1941 йылдың 21 мартында Киров өлкәһенең Чистополье ауылында (1962 йылдан — Киров өлкәһе Котельничи районы) крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Атаһы Бөйөк Ватан һуғышында 1942 йылдың авгусында Ржев янында һәләк була. Әсәһе бер үҙе дүрт бала тәрбиәләп үҫтерә.

Анатолий иртә йәштән шиғриәт менән ҡыҙыҡһына башлай, ауылда гармунсы була, фольклор менән ҡыҙыҡһына. Мәктәпте тамамлағандан һуң Пермь медицина институтында уҡый, унда үҙенең шиғырҙарын институттың «Урал медиктары» гәзитендә баҫтыра[5] тәүгеләре 1959 йылда баҫыла.

1965 йылда институтты тамамлағандан һуң Совет районының Ҡысма ауылындағы ауыл дауаханаһында стоматолог-белгес булып эшләй. Һуңынан Пермгә даими йәшәргә күсә. Эштән ситләшмәйенсә ситтән тороп А. M. Горький исемендәге Әҙәби институтты тамамлай (1970—1976), Д. M. Ковалёв семинарында шөғөлләнә. Беренсе шиғырҙар китабы «Приволье» Пермь ҡалаһында 1972 йылда, унан һуң икенсе «Родословная» китабы 1977 йылда донъя күрә. 1978 йылда «Йәш гвардия» нәшриәтендә өсөнсө «Зелёный колокол» китабы баҫыла.

1985 йылдан Гребнев Пермь яҙыусылар ойошмаһы идараһы ағзаһы булып тора. 1989—1996 йылдарҙа Пермь яҙыусылар ойошмаһы ҡарамағындағы әҙәби берекмә етәксеһе. «Литературный Ульяновск» журналының Йәмәғәт советы ағзаһы. Пермь өлкә клиник дауаханаһында бүлек мөдире булып эшләй. «Вятка литературная» альманахында, «Москва», «Наш современник» журналдарында һәм башҡа баҫмаларҙа баҫыла.

1968 йылдан КПСС ағзаһы. 1978 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.

А. Гайдар исемендәге премия лауреаты.[6]

Күп йылдар яҙыусы Владимир Крупин менән дуҫ[7].

Һуңғы ваҡытта Пермь крайының Пермь районы Байболовка ауылында йәшәй[8][9].

2021 йылдың 1 ноябрендә вафат була[10]. Тыуған ауылы Чистопольела ерләнгән.

Баҫылып сыҡҡан китаптары:[11]

  • Анатолий Гребнев Приволье: стихи. — Пермь: Книжное издательство, 1972. — 111 с.; ил.
  • Анатолий Гребнев Родословная: стихи. — Пермь: Книжное издательство, 1977. — 80 с. — 10 000 экз.
  • Анатолий Гребнев Зелёный колокол: стихи. — М.: Молодая гвардия, 1978. — 96 с.
  • Анатолий Гребнев Круговорот: стихи. — Пермь: Книжное издательство, 1980.
  • Анатолий Гребнев Задевая за листья и звезды: стихи. — М.: Молодая гвардия, 1984. — 63 с.
  • Анатолий Гребнев Береза. Иволга. Звезда: стихи. — Пермь: Книжное издательство, 1985.
  • Анатолий Гребнев Черёмуховый голод: стихи и поэмы. — Пермь: Книжное издательство, 1988.
  • Анатолий Гребнев Чистополье: стихотворения. — М.: Современник, 1988.
  • Анатолий Гребнев Возвращение: стихи. — Пермь: Книжное издательство, 1991.
  • Анатолий Гребнев Храм: стихи. — М.: Советский писатель, 1991.
  • Анатолий Гребнев Колокольчика вятского эхо: стихи и поэмы. — Киров: Книжное издательство, 1995.
  • Анатолий Гребнев Родины свет: стихи и поэма. — Вятка: Книжное издательство, 2001.
  • Анатолий Гребнев Берег Родины: стихи и поэма. — Пермь: Книжное издательство, 2003.
  • Анатолий Гребнев Последней войны соловьи: стихи и поэмы. — Киров: Книжное издательство, 2004.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • А. Гайдар исемендәге премия лауреаты (1980).
  • «Колокольчика вятского эхо» (1996) һәм «Родины свет» (2002) китаптары өсөн Прикамье премияһы лауреаты.
  • «Москва» журналистар премияһы лауреаты (2004).
  • «Берег родины» (2004) китабы өсөн шағир Э. Володин исемендәге «Имперская культура» премияһы лауреаты (2004).
  • А. Решетов исемендәге премия лауреаты (2007).
  • Николай Заболоцкий исемендәге премия лауреаты (2008)[12].
  • I дәрәжә Достоевский ордены (Пермь крайының йәмәғәт наградаһы)[13].

Котельничи районы Думаһының 2022 йылдың 25 февралдәге ҡарары менән, мәҙәниәт эшмәкәре, шағир, Чистополье ауылы шәхесе, Котельничи районының почетлы гражданы Анатолий Григорьевич Гребнев иҫтәлеген мәңгеләштереү маҡсатында, «Котельничи район үҙәк китапханаһы» муниципаль дәүләт мәҙәниәт учреждениеһы А. Г. Гребнев исеме менән атала.

  1. ГРЕБНЕВ Анатолий Григорьевич // Русская литература XX века. Прозаики, поэты, драматурги (урыҫ) / под ред. Н. Н. Скатов — 2005. — С. 558—560. — ISBN 5-94848-245-6
  2. 2,0 2,1 2,2 Чешская национальная авторитетная база данных
  3. «Вон парнишка бежит босиком…»
  4. Почётные граждане Котельничского района
  5. Гребнев Анатолий Григорьевич
  6. Писатели Пермской области. Биобиблиографический справочник. — Пермь: Пермское книж. изд., 1985. — 133 с.; С. 40-41.
  7. Владимир Крупин «В чистом поле родное село» Об Анатолии Гребневе — поэте и друге
  8. Анатолий Гребнев
  9. «День и ночь» 2015, № 2: ДиН авторы. Дата обращения: 23 февраль 2019. Архивировано 24 февраль 2019 года. 2019 йыл 24 февраль архивланған.
  10. Скончался известный кировский поэт Анатолий Гребнев
  11. КНИЖНЫЕ ИЗДАНИЯ: 2016 йыл 5 ноябрь архивланған.
  12. Литературная премия Правительства Кировской области имени русского поэта Николая Заболоцкого
  13. Газета «Пермский писатель». Кавалеры ордена Достоевского I степени
  • Писатели Пермской области: биобиблиографический справочник / Сост.: В. А. Богомолов. — Пермь: Книга, 1996.
  • Родное Прикамье: Хрестоматия по литературному краеведению / Авторы-сост.: Д. А. Красноперов, Н. Н. Гашева. — Пермь: Книжный мир, 2001.